Эстәлеккә күсергә

Сәғитов Вәлиәхмәт Тимербай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Вәлиәхмәт Тимербай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1919[1]
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Стәрлебаш районы
Вафат булған көнө 1945
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Сәғитов Вәлиәхмәт Тимербай улы (1919 йыл1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының миномет батареяһында мина килтереп йөрөүсеһе, гвардия ҡыҙылармеецы[2]. 1945 йылдың февралендә яуҙа хәбәрһеҙ юғала.

Вәлиәхмәт Тимербай улы Сәғитов 1919 йылда хәҙерге Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуа. 1940 йылда Стәрлебаш район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 58-се гвардия кавалерия полкының миномет батареяһында мина килтереп йөрөүсе булып хеҙмәт итә. «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителгән батырлығы тураһында тасуирламаһында былай тип яҙыла:

« «Сәғитов Вәлиәхмәт Тимербай улы 1944 йылдың 23 июлендә Новоселки ауылы өсөн барған һуғышта дошмандың көслө уты аҫтында үҙенең расчетына миналар ташыны. 1944 йылдың 25 июлендә бер дошман һалдатын әсирлеккә алды»[3] »

. Сәғитов Вәлиәхмәт Тимербай улы 1945 йылдың февралендә яуҙа хәбәрһеҙ юғала[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944).