Сәғиҙуллин Вәли Мәхмүт улы
Уҡыу көйләүҙәре
Сәғиҙуллин Вәли Мәхмүт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1922[1] |
Тыуған урыны | Баш-Шиҙе ауылы, Нуриман районы[1] |
Һөнәр төрө | разведчик |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сәғиҙуллин Вәли Мәхмүт улы (1922 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы разведчигы, гвардия рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәли Мәхмүт улы Сәғиҙуллин 1922 йылда хәҙерге Башҡортостандың Нуриман районы Баш-Шиҙе ауылында тыуа. 1941 йылда Нуриман район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында разведка взводының разведчигы булып хеҙмәт итә[2]. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән бүләкләү ҡағыҙында Сәғиҙуллин Вәли Мәхмүт улының батырлығы тураһында былай тип яҙылған:
«1944 йылдың 10 декабренә ҡарай төндә Сәғиҙуллин иптәш 22 кешенән торған разведчиктар төркөмө составында дошмандың оборона системаһын, ут нөктәләрен асыҡлау һәм тел алып ҡайтыу маҡсатында Висла йылғаһының көнбайыш ярына сыға. Сәғиҙуллин төркөм менән ике һыу ҡаршылығын - 15 метр киңлектәге күлде һәм 30 метр киңлектәге, 1, 2 м тәрәнлектәге Висланы аша сыға һәм дошман траншеяһына барып етә. Саперҙар траншеяға сым кәртәләре һәм мина яланы аша үтеү урыны эшләгәндән һуң, ул дошман тылына үтеп инә һәм баҫып алыу төркөмөнә ярҙам итә, төркөм бер немецты юҡ итә һәм икенсе яралы немецты ҡулға алып китә башлай. Шул ваҡытта дошман төрлө яҡлап яҡын арауыҡтан пулеметтан төркөмгә көслө ут аса. Күкрәктән һыуҙа Висла йылғаһы аша сыҡҡанда Котков һәләк була, Баранков һәм Кузьмин ҡаты яралана. Сәғиҙуллин яралы Кузьминға ярҙамға ташлана, ләкин үҙе лә яралана. Яраланыуына ҡарамаҫтан ут аҫтында ул Кузьмин һәм Баранковҡа һыуҙан сығырға ярҙам итә һәм имен үҙҙәренең ярына сыға. Разведка эше һөҙөмтәһендә дошмандың оборона системаһы, ут нөктәләре һәм мина яландары ентекле өйрәнелә. Сәғиҙуллин Вәли Мәхмүт улы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ»[3]. |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. САГИДУЛЛИН Вали Махмутович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Сагидуллин Вали Махмутович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)