Сәғәҙәтов
Уҡыу көйләүҙәре
Сәғәҙәтов — ир-ат фамилияһы. Сәғәҙәт исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡорт, татар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Сәғәҙәтова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәғәҙәтов Хәбибулла Сәғит улы — (1915 йыл — 5 март 1974 йыл[1]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты[2][3]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[2].
- Сәғәҙәтов Һиҙиәт Сәғәҙәт улы (17 август 1896 йыл — 1968 йыл) — уҡытыусы. 1918 йылдан хәҙерге Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1932 йылдан һәм 1946—1956 йылдарҙа район мәғариф бүлеге инспекторы, 1942—1946 йылдарҙа мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1954), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949), Ленин ордены кавалеры (1949).
- Сәғәҙәтов Рафаэль — БР-ҙың Әбйәлил районы Нияҙғол ауылы егете, Афған һуғышында ҡатнашҡан.
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |