Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы
сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||
Үлгән ваҡыты | |||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||
Ғәскәр төрө |
пехота | ||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1942—1945 | ||||
Хәрби звание | |||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы (15 апрель 1924 йыл — 15 июль 2011 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар дивизияһының айырым танкыға ҡаршы дивизионының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. 1995 йылда Мәскәүҙәге Еңеү Парадында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиәхмәт Ғимал улы Сөләймәнов 1924 йылдың 15 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы) Ҡушый ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Милләте башҡорт. 1944 йылдан алып ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1941 йылда Асҡар урта мәктәбендә 7 класс тамамлағандан һуң, 1941—1942 йылдарҙа Әбйәлил районының «III Интернационал» колхозында иҫәпсе булып эшләй.
1942 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы хәрби коммиссариаты тарафынан Ҡыҙыл армияға алына һәм хәрби-пехота училищеһына йүнәлдерелә. 1943 йылдың февраленән алып Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында ҡатнаша башлай. Курск дуғаһынан алып Дрезденға тиклем яу юлын үтеп, еңеү көнөн Чехословакияның баш ҡалаһы Прагала ҡаршылай.
1947 йылда гвардия старшинаһы В. Сөләймәнов демобилизациялана һәм тыуған яғына — Башҡортостанға ҡайта. Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районының эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә. Шулай уҡ партияның район комитетында, 1977—1989 йылдарҙа «Сельхозтехника» район берләшмәһендә эшләй.
Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән. Ғ. В. Сөләймәнов — 1995 йылда Мәскәүҙәге Еңеү Парадында ҡатнашыусы.
Вәлиәхмәт Ғимал улы Сөләймәнов 2011 йылдың 15 июлендә вафат була.
Ҡаһарманлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]3-сө Украина фронты 37-се армияның 15-се гвардия уҡсылар дивизияһының 20-се айырым танкыға ҡаршы дивизиондың орудие командиры ҡыҙылармеец Сөләймәнов Вәлиәхмәт һалдаттары менән бергә 1944 йылдың 17 февраленән 29 февраленә тиклемге арауыҡта Украинаның Днепропетровск өлкәһе Кривой рог районының Водяное, Высокое поле, Ингулец ауылдары янында орудие уты менән 25 дошманды, уларҙың өс пулемётын юҡ итә. Ике тапҡыр яралана.
Немец-фашист баҫҡынсылары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө башҡарғаны өсөн Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы 1944 йылдың 23 мартында ССРР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 79869).
1945 йылдың 20 ғинуарында 1-се Украина фронты 37-се армияның 15-се гвардия уҡсылар дивизияһының 20-се айырым танкыға ҡаршы дивизионы орудие командиры өлкән сержант Сөләймәнов В.Ғ. артиллеристар менән бергә Оппельн ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышындараҡ, Одер йылғаһының һул ярында (хәҙер Ополе ҡалаһы) дошман танкыһын, ике пулемётты һәм дошмандың тере көсөн юҡ итә.
Немец-фашист баҫҡынсылары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө башҡарғаны өсөн Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы 1945 йылдың 2 апрелендә ССРР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 14469).
1945 йылдың 3 майында өлкән сержант Вәлиәхмәт Сөләймәнов, үҙе етәкселек иткән һалдаттары менән бергә, Гросенхайн ҡалаһы (Германия) янында дошман контратакаһын кире ҡаҡҡанда дошмандың өс пулемётын һәм өс тиҫтәнән артыҡ гитлерсыны юҡ итә.
Немец-фашист баҫҡынсылары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө башҡарғаны өсөн Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы 1945 йылдың 27 июнендә ССРР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 14469), шуның менән Дан орденының тулы кавалеры була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985), 1-се (1945 йылдың июне), 2-се (шул уҡ йылдың апреле) һәм 3-сө (1944) дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбйәлил районыны үҙәге Асҡар ауылында Дан орденының тулы кавалеры Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.svadba-rb.ru/novosti_ufy.php?id=2721 2017 йыл 17 март архивланған.
- http://www.liveinternet.ru/users/kakula/post161554774/
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. Уфа.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 15 апрелдә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Әбйәлил районында тыуғандар
- 15 июлдә вафат булғандар
- 2011 йылда вафат булғандар
- СССР сержанттары һәм старшиналары
- Дан ордены кавалерҙары
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- Дан орденының тулы кавалерҙары (Башҡортостан)
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар