Сөләймәнов Ринат Рәмил улы
Сөләймәнов Ринат Рәмил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 21 май 1960 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Сөләймәнов Ринат Рәмил улы (21 май 1960 йыл) — информатика һәм мәғлүмәт технологиялары уҡытыусыһы. Өлкән ғилми хеҙмәткәр, педагогия фәндәре кандидаты (1992)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ринат Рәмил улы Сөләймәнов 1960 йылдың 21 майында Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Ҡыҙыл Аташ ауылында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тәрбиәләнә. 1977 йылда Илеш районының Бишҡурай урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1980 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла. 1982 йылда хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуын дауам итә. 1984 йылда институтты тамамлағандан һуң математика һәм физика уҡытыусыһы сифатында Өфөнөң 102-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенә эшкә ебәрелә. 1989 йылда 103-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенә математика һәм информатика уҡытыусыһы итеп күсерелә.
1992 йылда Силәбе дәүләт педагогия институтында уҡытыу һәм тәрби (физика) теорияһы һәм методикаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1999 йылдан 2000 йылға тиклем Өфө энергетика колледжында, 2000-2005 йылдарҙа 104-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә информатика уҡытыусыһы. 2005-2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәғлүмәт системалары һәм технологиялары кафедраһы доценты вазифаһында эшләй. 2006 йылдан 2007 йылға тиклем Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжында информатика һәм мәғлүмәт технологиялары уҡытыусыһы. 2007 йылдың мартында Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының Мәғарифты мәғлүмәтләштереү үҙәге директоры вазифаһына күсерелә. Бер үк ваҡытта «Физика, математика һәм информатика» кафедраһы доценты булып эшләй. Төп эш урыны Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, вазифаһы — мәғарифты мәғлүмәтләштереү үҙәге директоры[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эштең төп темалары: информатиканы уҡытыу методикаһы, мәсьәләләрҙе компьюторлы хәл итеү, информатика буйынса кластан тыш эш[1]. 160-тан ашыу фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәт авторы. «Уҡытыусыларҙың һөнәри үҫешенә интернет-ярҙам-2007» Милли уҡытыу фонды проектының методик эшләнмәләр конкурсында ҡатнашҡаны өсөн диплом менән бүләкләнә, 2008 һәм 2009 йылдарҙа Бөтә Рәсәй «Педагогик инновациялар» асыҡ конкурсында I дәрәжә дипломы, 2008 йылда иң яҡшы фәнни китап конкурсы (Милли мәғарифты үҫтереү фонды) лауреаты дипломы менән бүләкләнә. Бер нисә тапҡыр «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты исеменә лайыҡ була. «БИНОМ. Лаборатория знаний» методик хеҙмәтенең «Информатиканың өҙлөкһөҙ курсы» РАО концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса төбәк консультанты. Intel «Киләсәк өсөн белем биреү» программаһының төбәк вәкиле[2].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. Организация внеклассной работы в школьном клубе программистов: методическое пособие. М.: Изд-во: БИНОМ. Лаборатория знаний, 2010. – 255 с.
2. Методика решения учебных задач средствами программирования: методическое пособие. М.:. Изд-во: БИНОМ. Лаборатория знаний, 2010. – 188 с.
3. Компьютерное моделирование математических задач. Элективный курс:Учебное пособие / Р. Р. Сулейманов. — М.: БИНОМ, Лаборатория знаний, 2011. — 384 с.
4. Внеклассная работа по информатике в школе. - Өфө: БИРО, 2008. – 223с. 13,9 п.л.
5. Теоретические основы практической направленности обучения программированию. Өфө: БИРО, 2009 –100с. 6 п.л.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф хеҙмәткәре,
- «ФӘННИ ЕҢЕҮҘӘРЕ ҺӘМ ҠАҘАНЫШТАРЫ ӨСӨН» Бөйөк Александр ордены,
- «Билдәле ғалимдар» энциклопедияһы ҡатнашыусыһы СЕРТИФИКАТЫ.