Эстәлеккә күсергә

Сөмгөл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөмгөл
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә гидрография[d]

Сөмгөл [1] (сөңгөл, сөңкәл, сөмбәй, зөмбәй) - ( рус. омут[2] ) — йылғаларҙа ағымдарҙың ҡаршы килеүе һөҙөмтәһендә хасил булған соҡорло, өйөрмәле тәрән урын. Йылға, күл төбөндә тәрән соҡор [3][4].

Гайва йылғаһындағы сөмгөл

Сөмгөл төбөндә һыу өйөрөмәһе өңөүе арҡаһында соҡор барлыҡҡа килә.

Йылға йырҙаһы фәне өсөн ғәҙәттә ғәҙәттә ятыу термины ҡулланыла, был күренеш генезисын һәм йырҙаның икенсе морфологик объекттары (шаршы) менән үҙ-ара бәйләнешен тасуирлау өсөн хеҙмәт итә. Ҡайһы саҡ ятыуҙарҙың иң тәрән урынын сөмгөл тип атайҙар; был осраҡта ятыуҙа сөңгөлдәр бер нисә булыуы мөмкин.

Сөмгөлдәрҙә ғәҙәттә балыҡ тоталар, мәҫәлән, шамбылар сөмгөлдә йәшәүҙе хуп күрә.

Урындағы атамалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә был тәбиғәт күренеше әҙәби телдә "сөмгөл" тип атала, йыш ҡына "сөңгөл" тигән варианты ла ҡулланыла. Бынан тыш сөңкәл, сөмбәй, зөмбәй тип атап йөрөткән төбәктәр ҙә бар.

Урыҫ телендә сөмгөл һүҙе, башҡорт телендәге кеүек үк, төрлө урында төрлөсә атала: бочаг , богота , бучать, балуда , букалище һәм башҡалар .

Әйтем дә бар: рус. «В тихом омуте черти водятся», башҡортса варианты - «Тымыҡ күлдә ҡорт уйнай».

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - Сөмгөл//2-се том, 225-се бит
  2. Шанский Н. М. и др. Краткий этимологический словарь русского языка. — М.: Просвещение, 1975. — С. 809.
  3. Этимология слова омут. ΛΓΩ. Дата обращения: 26 июнь 2019.
  4. [slovar.cc/rus/ojegov/601987.html ОМУТ]. Словари, энциклопедии и справочники - бесплатно Онлайн - Slovar.cc. Дата обращения: 26 июнь 2019.