Шаршы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шаршы
Commons-logo.svg Шаршы Викимилектә
Ағиҙел шаршыһы
Йүрүҙән шаршыһы. Силәбе өлкөһе менән Башҡортостан сиге

Шаршы — йылға йырҙаһының һай һыулы, шаулап аҡҡан урыны.Һүҙҙең нигеҙендә "шар" һүҙе ята, йәғни, шар-шор килгән, тауышлы ағын [1]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шаршыны ғәҙәттә мурт ултырма тау тоҡомдары (аллювий) барлыҡҡа килтерә, улар ике яҡҡа йүнәлешле булып сыға: ағымға ҡаршы яғы - һөҙәк, а ағым ыңғайына - текә.

Шаршы йырҙаның һыу ағымы тарафынан йыуҙыртылыуы һәм һыу төбөндә таш өйөмдәре (меандр) йыйылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Шаршы йырҙа киңәйгән урындарҙа йыш осрай. Ул ағымдың ҡеүәтен кәметә.

Шаршылар менән ятыуҙар сиратлашып бара. Ятыуҙар ғәҙәттә йылға киҫкен боролош яһаған урындарҙа барлыҡҡа килһә, шаршылар тура аҡҡан, һай урындарҙа хасил була.

Йырҙаһына ҡарата йүнәлешенә ҡарап, ябай (тура), ҡыйыш һәм шарлама шаршылар була.

Цитаталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡыҙыл йылғаһы йор, шаршыһында ал мунсаҡтай ялтырай йәйғор. Ә. Әхмәтҡужин

  • Йылға шаршыланып, ҡаяның итәк осона бәрелә лә, төньяҡҡа табаныраҡ боролоп ағып китә. Н.Мусин

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993.- 632

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993.- 632 бит