Эстәлеккә күсергә

Кәримов Салауат Ғайса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(С. Кәрим битенән йүнәлтелде)
Кәримов Салауат Ғайса улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 3 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, уҡытыусы, тәржемәсе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кәримов Салауат Ғайса улы, ижади псевдонимы Салауат Кәрим; 3 ғинуар 1960 йыл) — журналист, яҙыусы, тәржемәсе. 2007 йылдан «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы профессоры (2014). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Салауат Ғайса улы Кәримов 1960 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуған.

2021 йылдың мартында Салауат Кәримов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[1].

Яҙыусының тәүге әҫәрҙәре республика матбуғаты биттәрендә үткән быуаттың 80-се йылдарында донъя күрә башлай. Поэзия менән проза жанрҙары өлкәһендә эшләй. Юмористик һәм сатирик хикәйәләр ижад итә. Ижади һәләте мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн хикәйәләр ижад итеүҙә ныҡлы асыла, шул йүнәлештә тиҫтәнән ашыу китап яҙып баҫтыра.

Әҙиптең хикәйәләре балалар өсөн донъяны, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте танып-белеү йүнәлешендә ижад ителгән.

  • Урман аҡланында. Хикәйәләр. — Өфө, 1997;
  • Сәйер төш. — Өфө, 2000;
  • Тамсыҡай. — Өфө, 2001;
  • Йырсы сыйырсыҡ. — Өфө, 2006;
  • Мин уҡырға яратам. — Өфө, 2008;
  • Күңел йылыһы. Повесть һәм хикәйләр. — Өфө, 2010.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре
  • Салауат Юлаев ордены (2021)[2].
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2016)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)