Эстәлеккә күсергә

Тавр һырты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тавр һырты
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Төркиә
Иң юғары нөктә Демирказик[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 3756 метр
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Ултырма тау тоҡомдары
Оҙонлоҡ 600 km
Урынлашыу картаһы
Карта
 Тавр һырты Викимилектә

Тавр (Тавр тауҙары, Антитавр (грек. Όρη Ταύρου, әрм. Ծաղկանց լեռներ, был атамалар грекса «үгеҙ» тигәндән килеп сыҡҡан; төр. Toros Dağları, ғәр. جبال طوروس‎) — был хәҙерге Төркиә биләмәһендә көньяғындағы яр буйы тауҙары.

Үгеҙ боронғо гректарҙа яҡын көнсығыш дауылдар илаһтары символы булған, шуға күрә был тауҙарҙы Ταύρου, йәғни Үгеҙ тип атағандар ҙа инде.

Тауҙар бик күп боронғо дауыл илаһтары төйәкләнгән урын тип белгәндәр[1].

Беҙҙең эраға тиклемге I мең йыллыҡ ахырында һәм миләди I мең йыллыҡ башында көнсығыш өлөшөндә күберәк киликия әрмәндәре, ә иң көнбайыш яғында гректар йәшәгән. Хәҙерге заманда был төбәктәрҙә башлыса төрөктәр, ҡайһы бер урындарҙа курдтар йәшәй.

Тавр тауҙарының Урта диңгеҙҙән күренеше

Тавр тауҙары Төркиәнең Аҡ диңгеҙ (урыҫсанан тәржемәһе — Урта ер диңгеҙе) ярҙары буйлап һуҙылып, Эгей диңгеҙенән Евфрат йылғаһы үрҙәренә барып сыға. Урманлы тауҙар сылбыры күп һанлы йылғалар үҙәндәре менән киҫелә-киҫелә дөйөм бер һырт булып һуҙылып ята. Көньяҡ өлөшөндә был тауҙар түбәнгә табан ярлау булып өҙөлә, ҡапыл ярға етәрәк ҡаялар булып баҫа, бик һирәк урындарҙа ғына, мәҫәлән, Тарс һәм Адалия тирәһендә, тар ғына яр буйы үҙәндәре барлыҡҡа килтерә.Төньяғында яйлап һөҙәкләнә барып эске яҫы ҡалҡыулыҡтар менән тоташа. Киликияның көнсығыш өлөшөндә һырттар 3000-дән 3500 метр бейеклеккә етә, ә ары, көнбайышҡа табан 2000-дән 3000 метрғә етә.

Әрмән Таврының самолеттан күренеше

Иң бейек түбә — Демиркозык (Тимерҡаҙыҡ) 3726 м бейеклеккә етә[2][3], Булгар-Дагта (Булғартауҙа) ҡарлы сик төньяҡта 2925 метр, ә көньяҡта — 3250 метр тәшкил итә. Был тауҙар аша үтеп булмай, борон ошонда юлбаҫар тау ҡәүемдәре төйәкләнә торған булған. Тауҙар аша үтеп була торған төп юл Гюлек-Богас тип атала, боронғо ҡәүемдәр Киликия ҡапҡаһы тип йөрөткән. Уның буйлап , Азиянан Сүриәгә ҙур хәрби һәм каруан юлы һалынған булған. Был үткәл буйынан көнбайышҡа Булгар-Даг, ә көнсығышҡа Ала-Даг (Алатау) тауҙары һуҙылған. Бында тау һыртын ике йылға киҫеп үтә, улар Урта диңгеҙгә барып ҡоя.

Төньяҡтан Аданаға барып ҡойған Сейхан, ары, төньяҡ-көнсығыштан Джейхан йылғаһы аға. Тау тирәһендәге йылғаларҙан кәмерәк әһәмиәтлеләре: Тарс яғында Тарсус-чай (әрмәнсә һәм грекса — Куднус), Селефке яғында Гёксу (Күкһыу), Капри-су (әрмәнсә һәм грекса — Eurimedon), Аҡ диңгеҙгә (Урта ер диңгеҙе) ҡойған Аксу (Аҡһыу) (әрмәнсә һәм грекса — Cestrus), Коджа-чай (әрмәнсә һәм грекса — Xanthus) һәм башҡалар. Тауҙарҙың төньяғы йылғаларға күпкә ярлыраҡ. Тик төньяҡ итәктәрендә генә күп кенә күлдәр бар, һыуҙары башлыса тоҙло.

Тавр тауҙарын ошолай бүлеү ғәҙәткә ингән:

  • Көнсығыш Тавр (Әрмән Тавры) — көнсығыштан Эгирдир күленән алып көнсығышта Евфрат башланған ергә тиклем — 600 км.
  • Үҙәк Тавр
  • Көнбайыш Тавр — Анадолу (Анталья) ҡултығы

Геологик ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп өлөшөндә Тавр боронғо палеозой ҡатламдарынан тора. Көнбайышында төп үткәлдән ҡабырға яҡҡа тауҙар сылбыры китә, уныһының боронғо атамаһы Антитавр. Замыкая сначала долину верхнего течения Сейган йылғаһының үрендәге үҙәнгә барып сығып, артабан төньяҡҡа — Кизил-Ирмак (Ҡыҙыл Ирмәк) йылғаһына табан борола. Шунан төньяҡ-көнсығышҡа боролоп, Евфратҡа килеп етә лә ошо ике йылға араһын бүлә. Ярымутрауҙың төрлө тау сылбырҙарын Тавр йәки Антитаврҙың дауамдары тип ҡарарға ярамай. Боронғолар Евфрат һәм Тигр йылғаларын бүлеп баҫҡан әрмән тау сылбырҙарын «Тавр» тип атап йөрөткән.

Тавр һүҙенән килеп сыҡҡан атамалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо гректар дауыл илаһтары тауҙарҙа төйәкләнә тип уйлайҙар. Уларҙы үгеҙ һынында күрәләр. Та́врия (грекса Ταῦρος) атамаһы ла тап ошо грек һүҙенән килеп сыҡҡан. Был хәҙерге Запорожье һәм Херсон өлкәләренә тура килә. Төньяҡ Таврия далалары боғаҙ һәм Сиваш аша үтеп Тавридаға барып сыға (Ҡырым ярымутрауы). Ҡырымға бәйле алғанда Таврия һәм Таврида — синонимдар.

Таврия һүҙе менән бәйле бик күп топонимик атамалар ҙа, төрлө тауарҙар ҙа, объекттар ҙа күп. Улар барыһы ла грекса Үгеҙ тигәндән килеп сыҡҡан.

Тавр һүҙе ҡушылған исемдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кентавр, центавр (лат. centaurus, боронғо грекса κένταυρος, kentauros — үгеҙҙәрҙе үлтереүсе, үгеҙ көтөүсе), грек мифологияһында — ярым ат-ярым кеше вәкиле. Минотавр (боронғо грекса — Μῑνώταυρος, Mīnṓtauros — Минос батшаһы үгеҙе, миной үгеҙе) — грек мифтары персонажы. Двутавр — конструкция элементы.

  • Кентавры // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  • Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. М., 1996. С.238
  • Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.153, Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.2. С.399
  1. Ravinell, Alberto and Green, Whitney The Storm-god in the Ancient Near East, p.126. ISBN 1-57506-069-8
  2. Турция. Справочная карта. Масштаб 1:2 000 000. М., ГУГК, 1981
  3. Атлас мира. Азия (зарубежные страны). М., ГУГК, 1984