Эстәлеккә күсергә

Тажетдинов Миңлехан Латип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тажетдинов Миңлехан Латип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
Тыуған урыны Лаҡлы ауылы
Һөнәр төрө колхозник
Хәрби звание кесе сержант
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены медаль «Партизану Отечественной войны»

Тажетдинов Миңлехан Латип улы (1919-1960) — ҡыҙылармеец, партизан, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1][2][3].

Миңлехан Латип улы Тажетдинов 1919 йылдың 22 апрелендә Лаҡлы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Совет власы өсөн көрәшеп 1918 йылда һәләк була. Лаҡлы крәҫтиән йәштәре мәктәбендә белем ала.

1939 йылдың 7 сентябрендә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына алына.

Алыҫ Көнсығыштағы Барабаш ҡалаһында кесе командирҙар мәктәбендә уҡый.

92-се уҡсылар дивизияһы 1-се батальондың элемтә взводы командиры ярҙамсыһы була. 1941 йылдың 31 майында самолётта Белоруссияға күсереләләр. Ҡыҙылармеец Миңнехан Тажетдинов Брест ҡәлғәһе янында хеҙмәт юлын башлай.

1941 йылдың 22 июнендә фашист Германияһы һуғыш башлаған көндәрҙә тап ошо йүнәлештә тәүге ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша.

1941 йылдың 29 июнендә һалдаттың аяғы ҡаты йәрәхәтләнә, контузия ала, дошмае ҡулына эләгә. 10 августа, часовойҙарҙы ҡоралһыҙландырып, бер төркөм иптәштәре менән, ҡасып китә. Бер ауылдағы йорт хужаһы ярҙамы менән йәшерен рәүештә Белоруссиялағы Молотов исемендәге партизандар отрядына килә. Н. Т. Шиш исемендәге отрядта хеҙмәт итә.

1942 йылды 5 майында отряд Белоруссияның Лукин районындағы урманда урынлаша. Партизан Тажетдинов 1941 йылдың авгусынан 1942 йылдың майына тиклем Лукинец, Бастин, Чучевычи, Хворостовати, Синкевичи ауылдарында немец каратель отрядтарына ҡаршы барған бәрелештәрҙә ҡатнаша. 1943-1944 йылдарҙа 21 февралдән 24 мартҡа тиклем Днепр каналы эргәһендә хәрәкәт иткән партизандар отрядында Зарочка, Кубми, Дылники ауылдары янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Дошмандың 50 тонналыҡ ылауын ҡулға төшөргәндә, Миңлехан Латип улы 11 фашисты юҡ итә. Был осорҙа ул разведка отделениеһы командиры, аҙаҡтан кесе сержант 982-се артиллерия полкының 9-сы батареяһында тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә.

М. Тажетдинов иптәш партизандар төркөмөн актив ойоштороусы ғына түгел, ҡурҡыу белмәҫ разведчик та ине. Күп осраҡта ул разведчик булды, һәм һәр саҡ командованиеға дошмандың, уның гарнизондарының торошо тураһында мөһим мәғлүмәт килтерҙе. Мәҫәлән, уның мәғлүмәттәре буйынса ғына партизандар отряды Погоста, Бостында, Лукинда, Хворостовта, Синкевичта дошман гарнизондарын тар-мар итте. Бынан тыш, уның ҡатнашлығында Мальковичи-Люща тимер юл станциялары араһында дошмандың тере көстәре һәм техникаһы тейәлгән 4 хәрби эшелоны шартлатылды. 23 ноябрь 1943 йыл. Белорус партизандары штабы начальнигы П. Калинин ҡул ҡуйған[4].

1942 йылды 5 майында отряд Белоруссияның Лукин районындағы урманда урынлаша. Партизан Тажетдинов 1941 йылдың авгусынан 1942 йылдың майына тиклем Лукинец, Бастин, Чучевычи, Хворостовати, Синкевичи ауылдарында немец каратель отрядтарына ҡаршы барған бәрелештәрҙә ҡатнаша. 1943-1944 йылдарҙа 21 февралдән 24 мартҡа тиклем Днепр каналы эргәһендә хәрәкәт иткән партизандар отрядында Зарочка, Кубми, Дылники ауылдары янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Дошмандың 50 тонналыҡ ылауын ҡулға төшөргәндә, Миңлехан Латип улы 11 фашисты юҡ итә. Был осорҙа ул разведка отделениеһы командиры, аҙаҡтан кесе сержант 982-се артиллерия полкының 9-сы батареяһында тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә[5].

1944 йылдың июлендә партизандар отрядтары регуляр армия составына ҡушыла. Миңлехан Латип улы I Белорус фронтына ҡараған 75-се Көнбайыш уҡсылар полкы сафында алыша. Артиллерия полкында орудие командиры була.

1946 йылдың 15 ғинуарында Юғары Хәрби Командование бойороғо менән Миңлехан Латип улы Тажетдинов Мәскәүгә саҡырыла.

«Бөйөк Ватан һуғышы партизаны» миҙалы һәм ҡыҙыл таҫмалы почётлы бүрек менән бүләкләнә.

1946 йылдың 20 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Тажетдинов Миңлехан тыуған ауылына ҡайтарыла[6].

Һуғыштан һуң, Миңлехан Тажетдинов Мәфрүзә Әғзәм ҡыҙына өйләнә.

Балалары: 1948 йылғы — Борис, 1949 йылғы — Аданис, Гүзәл — 1957 йылғы, Эльза — 1959 йылғы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Миҙхәт Ниғмәтйәнов. Ҡыйыу партизан булған./ Йүрүҙән. 13 май 1995 йыл. № 39
  • М. Абдуллина. Ҡыйыу партизан./ Йүрүҙән. ? йыл
  • Ғ. Ғирфанов. Ҡыйыу партизан разведчигы. / Йүрүҙән. 29 март 1990 йыл. № 38
  1. Таждинов Мимихан Латын
  2. Миҙхәт Ниғмәтйәнов. Ҡыйыу партизан булған./ Йүрүҙән. 13 май 1995 йыл. № 39
  3. Ғ. Ғирфанов. Ҡыйыу партизан разведчигы. / Йүрүҙән. 29 март 1990 йыл. № 38
  4. Таждинов Мимихан Латын
  5. Бригада им. В. М. Молотова (Герасимов, М.И.)
  6. Миҙхәт Ниғмәтйәнов. Ҡыйыу партизан булған./ Йүрүҙән. 13 май 1995 йыл. № 39
  7. Миҙхәт Ниғмәтйәнов. Ҡыйыу партизан булған./ Йүрүҙән. 13 май 1995 йыл. № 39