Талаҡ (айырылышыу)
Талаҡ | |
ғәр. الطلاق |
1. Әй Пәйғәмбәр һәм уның өммәте, әгәр ҡатындарығыҙҙы талаҡ ҡылыр булһағыҙ, күремдәре бөткәс, пак хәлдәрендә яҡынлыҡ ҡылмайса талаҡ ҡылығыҙ үә күрем көндәрен һәм талаҡ ғиддәтен атағыҙ, талаҡ ғиҙҙәте пак ваҡыттарында талаҡ ителеп өс күреме уҙҙырып пакланған ваҡыттарына саҡлылыр. Күрем күргән ваҡыттарында һәм балаға йөклө булһалар, никахты өҙөү дөрөҫ булмай. Раббығыҙ булған Аллаһуҙан ҡурҡығыҙ. Уның хөкөмдәрен боҙмағыҙ! Талаҡ ҡылғас ҡатынығыҙҙы торған өйҙәренән сығармағыҙ,үә өс күреме уҙҙырып пакланғандан тиклем ул хатындар үҙ ихтыярҙары менән дә өйҙән сыҡмаһындар, ләкин асыҡтан-асыҡ боҙоҡ эш ҡылһалар, урлашыу, зина ҡылыу кеүек эштәр ҡылһалар - ул ваҡытта өйҙәренән сығарырбыҙ! Был хөкөмдәр Аллаһуның сиктәрелер. Кемдер Аллаһуның сигенән сығып эш ҡылһа, тәхҡиҡ ул үҙенә золом ҡылды. Әй талаҡ ҡылыусы ир-ат, белмәҫһең, бәлки Аллаһ талаҡтан һуң һинең файҙаңа эш ҡылыр, йәғни арағыҙға мәхәббәт һалыр ҙа өр-яңынан ҡушылып тора башларһығыҙ. "Талаҡ ҡылғандан һуң теләгегеҙ булһа яңынан ҡушылып торорға шәриғәттә юл булғаны өсөн, талаҡ ҡылған хатыннарҙы ғиҙҙәттәре үтмәйсә өйөгөҙҙән сығармағыҙ, һәм бер юлы өс талаҡ ҡылмағыҙ!" Әгәр талаҡ ҡылған ҡатындың ғиҙҙәттәре тулһа, яңынан ҡушылып торорға теләһәгеҙ изгелек менән тороғоҙ, әгәр торорға теләмәһәгеҙ, мәһәрҙәрен һәм башҡа тейешле әйберҙәрен биреп, изгелек менән айырығыҙ, үҙегеҙҙең арағыҙҙан ике хаҡ мосолман кеше, ҡатынығыҙҙы талаҡ ҡылыуығыҙға йәки яңынан тороуығыҙға ғыуаһ булһындар! Әй ғыуаһ булған кешеләр, ғыуаһлыҡ эшегеҙҙе хаҡлыҡ менән Аллаһ ризалығы өсөн үтәгеҙ! Был хөкөмдәр һеҙгәлер, ул хөкөмдәр Аллаһуға үә ҡиәмәт көнөнә иман килтергән кешеләр Аллаһ тарафынан вәғәз ҡылыналар. Берәү Аллаһуға гөнаһлы булыуҙан һаҡланһа, ул кешегә Аллаһ донъяла һәм ахирәттә ҡайғылы булыуҙан ҡотолоу юлын аса. Дәхи ул кешене Аллаһ уйламаған ерҙән ризыҡландырыр. Бер кеше үҙен һәм дә эшен Аллаһуға тапшырһа, уның хәжәттәрен үтергә Аллаһ етәлер. Тәхҡиҡ Аллаһ Үҙенең эштәрен еренә еткереүсе, әлбиттә, Аллаһ нәмәгә сик үлсәү куйды. Хатындарығыҙҙан ҡартлыҡ сәбәпле күремдән туҡтаған ҡатындар һәм күрем күрмәй торған бик йәш ҡатындар талаҡ ителһәләр, ғиҙҙәттәре тураһында шикләнһәгеҙ, уларҙың ғиҙҙәттәре өс айҙыр, үә йөклө ҡатындарҙың ғиҙҙәттәре балаларын тыуҙырғансылыр. Шулай ҙа кемдер Аллаһуҙан ҡурҡһа, ҡатын ҡорһағындағы балаһын йәшермәһә, Аллаһ уның һәр эшендә еңеллек бирер. Былар Аллаһуның хөкөмдәрелер, уларҙы һеҙҙең өсөн иңдерҙе. Берәү Аллаһуҙан ҡурҡһа, Уның хөкөмдәрен боҙоуҙан һаҡланһа, ул кешенең гөнаһтарын ҡаплар һәм әжерен олуғ ҡылыр. Ул талаҡ ҡылған ҡатындарығыҙҙы үҙегеҙ торған өйҙәрегеҙҙең береһендә тотоғоҙ үә көсөгөҙ еткәнсе тәрбиәләгеҙ, үә уларға зарар тейҙермәгеҙ,өйҙән сығып китергә мәжбүр итер өсөн. Әгәр ул талаҡ ителгән ҡатындар йөклө булһалар, уларҙы ашатығыҙ, кейендерегеҙ, балаларын тыуҙырғандарына тиклем. Әгәр тыуҙырған балаларын һеҙҙең өсөн имеҙһәләр, имеҙгәндәре өсөн хаҡын түләгеҙ, хатта үҙ-ара шәриғәткә мыуафиҡ кәңәштәрҙе ҡабул итегеҙ. Әгәр ир-ат балаһын имеҙгән өсөн талаҡ ҡылған ҡатынына хаҡын түләргә ауырһынһа йәки ҡатын балаһын имеҙергә ауырһынһа, ул ваҡытта баланы икенсе бер ят ҡатын имеҙер. Иркен тормышло ир кеше талаҡ ҡылған ҡатынына йәки бала имеҙеүсе ҡатынға иркенерәк итеп бирһен үҙенең байлығынан, әммә түбән тормышло ярлы булһа, Аллаһ биргәндән көсө еткән ҡәҙәрле бирһен. Бит Аллаһ һис кемде бирергә көсләмәй, ләкин Үҙе биргән тиклем генә көс һалдырыр. Ярлы үә ауыр тормоштан һуң Аллаһ донъяла йәки ахирәттә бер аҙҙан тормышто бай иркен ҡылыр.
بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيمِ يَا أَيُّهَا النَّبِيُّ إِذَا طَلَّقْتُمُ النِّسَاءَ فَطَلِّقُوهُنَّ لِعِدَّتِهِنَّ وَأَحْصُوا الْعِدَّةَ ۖ وَاتَّقُوا اللَّهَ رَبَّكُمْ ۖ لَا تُخْرِجُوهُنَّ مِنْ بُيُوتِهِنَّ وَلَا يَخْرُجْنَ إِلَّا أَنْ يَأْتِينَ بِفَاحِشَةٍ مُبَيِّنَةٍ ۚ وَتِلْكَ حُدُودُ اللَّهِ ۚ وَمَنْ يَتَعَدَّ حُدُودَ اللَّهِ فَقَدْ ظَلَمَ نَفْسَهُ ۚ لَا تَدْرِي لَعَلَّ اللَّهَ يُحْدِثُ بَعْدَ ذَٰلِكَ أَمْرًا فَإِذَا بَلَغْنَ أَجَلَهُنَّ فَأَمْسِكُوهُنَّ بِمَعْرُوفٍ أَوْ فَارِقُوهُنَّ بِمَعْرُوفٍ وَأَشْهِدُوا ذَوَيْ عَدْلٍ مِنْكُمْ وَأَقِيمُوا الشَّهَادَةَ لِلَّهِ ۚ ذَٰلِكُمْ يُوعَظُ بِهِ مَنْ كَانَ يُؤْمِنُ بِاللَّهِ وَالْيَوْمِ الْآخِرِ ۚ وَمَنْ يَتَّقِ اللَّهَ يَجْعَلْ لَهُ مَخْرَجًا وَيَرْزُقْهُ مِنْ حَيْثُ لَا يَحْتَسِبُ ۚ وَمَنْ يَتَوَكَّلْ عَلَى اللَّهِ فَهُوَ حَسْبُهُ ۚ إِنَّ اللَّهَ بَالِغُ أَمْرِهِ ۚ قَدْ جَعَلَ اللَّهُ لِكُلِّ شَيْءٍ قَدْرًا وَاللَّائِي يَئِسْنَ مِنَ الْمَحِيضِ مِنْ نِسَائِكُمْ إِنِ ارْتَبْتُمْ فَعِدَّتُهُنَّ ثَلَاثَةُ أَشْهُرٍ وَاللَّائِي لَمْ يَحِضْنَ ۚ وَأُولَاتُ الْأَحْمَالِ أَجَلُهُنَّ أَنْ يَضَعْنَ حَمْلَهُنَّ ۚ وَمَنْ يَتَّقِ اللَّهَ يَجْعَلْ لَهُ مِنْ أَمْرِهِ يُسْرًا ذَٰلِكَ أَمْرُ اللَّهِ أَنْزَلَهُ إِلَيْكُمْ ۚ وَمَنْ يَتَّقِ اللَّهَ يُكَفِّرْ عَنْهُ سَيِّئَاتِهِ وَيُعْظِمْ لَهُ أَجْرًا أَسْكِنُوهُنَّ مِنْ حَيْثُ سَكَنْتُمْ مِنْ وُجْدِكُمْ وَلَا تُضَارُّوهُنَّ لِتُضَيِّقُوا عَلَيْهِنَّ ۚ وَإِنْ كُنَّ أُولَاتِ حَمْلٍ فَأَنْفِقُوا عَلَيْهِنَّ حَتَّىٰ يَضَعْنَ حَمْلَهُنَّ ۚ فَإِنْ أَرْضَعْنَ لَكُمْ فَآتُوهُنَّ أُجُورَهُنَّ ۖ وَأْتَمِرُوا بَيْنَكُمْ بِمَعْرُوفٍ ۖ وَإِنْ تَعَاسَرْتُمْ فَسَتُرْضِعُ لَهُ أُخْرَىٰ لِيُنْفِقْ ذُو سَعَةٍ مِنْ سَعَتِهِ ۖ وَمَنْ قُدِرَ عَلَيْهِ رِزْقُهُ فَلْيُنْفِقْ مِمَّا آتَاهُ اللَّهُ ۚ لَا يُكَلِّفُ اللَّهُ نَفْسًا إِلَّا مَا آتَاهَا ۚ سَيَجْعَلُ اللَّهُ بَعْدَ عُسْرٍ يُسْرًا
Талаҡ — (рус. таля́к, ғәр. الطلاق — айырылыу) — исламда айырылышыу. Айырылышыу тураһында ир иғлан итә, йәки ҡатынының үтенесе буйынса шәриғәт хөкөмдарҙары ҡарар хоҡуҡлы. Ҡатын менән айырылышырға теләгән ир-ат, иҫе-аҡылы теүәл, аҡылы камил, бәлиғлыҡ йәшендә булырға тейеш, һәм үҙ ихтыяры айырылышыуы шарт . Бөтә мәҙһәбтәрҙә лә, ҡатындың хәйеҙе (күреме) йәки бала тапҡандан һуң ҡан килеп торғанданда (нифас) айырылышыу тыйыла. Сөнниҙәрҙең дүрт мәҙһәбендә лә шундай саҡта ҡатыны менән айырылышыу тыйыла (харам), әммә, шуға ҡарамаҫтан, ғәмәлдә ҡала. Жәфәриҙәрҙең фиҡһы буйынса башҡа ҡайһы бер осраҡтарҙан тыш талаҡ көсөндә ҡала алмай. Шиғыйҙарҙа айырылышыу өсөн ике шаһит алдында талаҡ әйтеү талап ителә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Талак (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Боголюбов А. С. Талак // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 222—223.
- Талак // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |