Тарас Григорьевич Чубай
Тарас Григорьевич Чубай | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 21 июнь 1970 (52 йәш) |
Тыуған урыны | Львов, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | шағир, композитор, йырсы, гитарасы |
Уҡыу йорто | Львовская национальная музыкальная академия имени Николая Лысенко[d] |
Ҡатнашыусы | Евромайдан[d] |
Музыка ҡоралы | гитара һәм вокал[d] |
Жанр | Рок һәм авторская песня[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Тарас Григорьевич Чубай (укр. Тарас Григорович Чубай, 1970 йылдың 21 июнендә Львовта тыуған) — украин йырсыһы, рок-музыкант һәм композитор, «Плач Єремії» төркөмө вокалисы һәм уның йырҙары авторы, Украинаның халыҡ артисы (2017)[1], Украинаның атҡаҙанған артисы (2008)[2]. Үҙ карьераһы дауамында 100-ҙән ашыу йыр яҙа, 11 альбомын баҫтыра һәм «Крайслер-Империал» операһы өсөн увертюра яҙа.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Украин шағиры, тәржемәсе һәм сәнғәт тарихсыһы Григорий Чубай ғаиләһендә тыуған. С. Крушельнецкий исемендәге Львов музыка училищеһын һәм Львов консерваторияһын тамамлай. Студент йылдарында, 1987 йылдан алып 1992 йылға тиклем, «Ҡайғырмағыҙ!» (укр. Не журись!) театр спектаклдәрендә ҡатнаша. 1990 йылда бас-гитарасы Всеволод Дячишин менән бергә «Плач Єремії» төркөмөн ойоштора, унда беҙҙең көндәргә тиклем сығыш яһай.
1999 йылда Киевҡа күсә. «Скрябин» төркөмө менән ике альбом яҙҙыра — «Наше Різдво» (рус. Наше Рождество) һәм «Наші партизани» (рус. Наши партизаны). 2003 йылдың 11 сентябрендә «Украина» һарайында яңғыҙ концерт менән сығыш яһай, үҙенең «Світло і сповідь» альбомын тәҡдим итә. Концертта уның «Плач Єремії» төркөмө, «Львов виртуоздары» камера оркестры, «Пиккардийская терция» музыкаль берекмәһе ҡатнаша[3].
2008 йылда Тарас Чубайға «Украинаның атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.
2017 йылдың 24 авгусында Украина президенты указы менән уға «Украинаның халыҡ артисы» исеме бирелде.
Өйләнгән, өс балаһы бар.
Дискографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Плач Єремії[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Двері, котрі насправді є (1993)
- Най буде все як є… (1995)
- Хата моя (1997)
- Добре (1998)
- Світло і сповідь ч.1 (2003)
Башҡалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Постать Голосу (1988)
- Наше Різдво (1998)
- Наші партизани (2000)
- Наш Івасюк (2002)
Тарас Чубай & Kozak System[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Пісні самонаведення» (2014)
Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Украинаның атҡаҙанған артисы (13.11.2008)
Украинаның халыҡ артисы (24.08.2017)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Указ Президент України від 24 серпня 2017 року № 251/2017 «Про відзначення державними нагородами України з нагоди Дня незалежності України»
- ↑ Указом Президента України № 1041/2008
- ↑ Тарас Чубай: "Світло і сповідь". Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 декабрь 2008. 22 ноябрь 2012 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Страницы Тараса Чубая[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Интервью[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тарас Чубай шукає памперси. Sumno.com (14 вересня 2010). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 ноябрь 2011. 22 сентябрь 2011 тикшерелгән.
- Интервью Тараса Чубая телеканалу ТВІ. Весна 2011 года на YouTube
- Львів потрапив під вплив російсько-хохляцької телевізійно-радійної схеми. Zaxid.net (2 липня 2010). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 ғинуар 2013. 3 июнь 2010 тикшерелгән.