Ташъяр
Ташъяр | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Ташъяр — Көньяҡ Уралда ҙур булмаған урманлы тау. Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Миндәк ауыл советы биләмәһендә (Рәсәй), Силәбе өлкәһе сигенән 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1]
Бейеклеге 545,3 м
Тауҙың көнбайыш яғында Оҙонкүл күле ята, ә көньяҡ битләүендә Яңы Оҙонгүл ауылы урынлашҡан. Тауҙан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай Күлбаш һаҙлығы бар. Тауҙың төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәренә һирәк урманлыҡ хас, ә көньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәре болондарҙан ғибәрәт[2] Тау буйлап ике ҡырсын таш автомобиль юлы үтә: Оҙонкүл күле тирәләй һәм уны Оҙонгүл ауылы менән тоташтырыусы автомобиль юлы[2]. Ташъяр буйлап 35 кВ. Миндәк — Оҙонгүл электр линияһы үтә.
Ташъярҙан көнсығыштараҡ Башҡортостан (№ 02) һәм Силәбе (№ 74) кадастр округы араһындағы сиктәр үтә[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [maps.vlasenko.net/?lon=58.848&lat=53.954 Топографическая карта Украины, России, Беларуси (53.954,58.848)]
- ↑ 2,0 2,1 Спутниковые снимки интернет-сервисов Карты Google и Яндекс.Карты
- ↑ Описание прохождения границы между Башкирским (№ 02) и Челябинским (№ 74) кадастровыми округами 2011 йыл 2 ноябрь архивланған.