Эстәлеккә күсергә

Таһиров Мәжит Ислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таһиров Мәжит Ислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Һарайлы, Болошло ауыл Советы, Благовар районы, СССР
Һөнәр төрө Һалдат
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Хәрби подразделение 112-се Башҡорт атлы дивизияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Таһиров Мәжит Ислам улы (рус. Тагиров Мазит Исламович) (1922—?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты.[1]

1904 йылда, хәҙерге административ бүленеш буйынса, Башҡортостандың Благовар районы Һайрайлы ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Благовар районы военкоматы тарафанан хәрби хеҙмәткә саҡырыла.[2] 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 15-се гвардия айырым элемтә эскодронында телевонист булып хеҙмәт итә.

Таһиров Мәжит Ислам улы 1946 йылда демобилизациялана.[3]