Творогов Иван Александрович
Творогов Иван Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1742 |
Тыуған урыны | Илек (ауыл, Ырымбур өлкәһе) |
Вафат булған көнө | иртәрәк1819 |
Вафат булған урыны | Пярну[d], Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы |
Һуғыш/алыш | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Иван Александрович Творогов (1742 йыл —1819 йылдан һуң) — Илек казагы, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында Пугачев армияһы атамандарының береһе, казак полковниктарының үҙҙәрен ғәфү итеү хаҡына Пугачевты властарға һатыу заговорында ҡатнаша.
1773 йылдың 23 сентябрендә Илек ҡалаһы эргәһендә Яйыҡ казактары урындағы казактарҙы баш күтәреүселәр армияһына ҡушылырға инандыра. Илек казактары полкы атаманы итеп Иван Творогов һайлана. 1773 йылдың ноябрендә Творогов пугачевсыларҙың хәрби коллегияһы составына инә.[1] Ырымбурҙы ҡамауҙа, баш күтәреүселәрҙең Урал һәм Волга буйы походында ҡатнаша. 1774 йылдың авгусында Творогов полковниктар Федулев, Чумаков һәм башҡалар менән бергә Пугачевҡа ҡаршы заговор ойоштора. Ул ҡулға алынһа, хөкүмәттән үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға һәм яза алыуҙан азат итеүҙәренә өмөтләнәләр. 25 августа Солеников ватагаһы янындағы алышта, Волганы аша сығып казактар ваҡ отрядтарға бүленгәс, заговорсылар 8 сентябрҙә Оло Үҙән йылғаһы эргәһендә Пугачевты бәйләйҙәр һәм уны бер аҙнанан һуң Яйыҡ ҡаласығына алып баралар.
Ноябрҙә Творогов Мәскәүгә килтерелә. Унда Пугачев һәм ихтилалдың башҡа төп ҡатнашыусылары өҫтөнән генераль тәфтиш үткәрелә. Суд ҡарары буйынса, 1775 йылдың 9 ғинуарында Лифляндия губернаһының Пернов ҡалаһына (хәҙерге Эстонияның Пярну ҡалаһы) ғүмерлек һөргөнгә ебәрелә. Һуңғы тапҡыр телгә 1819 йылғы документта телгә алына.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ …Коль скоро пришол он в Берду, то приказал он Овчинникову, чтоб завести для письменных дел Военную коллегию и в оной судьями посадить: Андрея Витошнова, Максима Шигаева, Ивана Творогова, Данилу Скобычкина (и сей Скобычкин — яицкой же казак). Из оных только грамотей был Творогов, а те безграмотные. Секретарями посадил Ивана Почиталина и велел писатца дьяком, а Максиму Горшкову велел писатца секлетарем; повытчика Супонева, — имяни его не знает, — из яицких же казаков. Протокол показаний Е. И. Пугачева на допросе в Московском отделении Тайной экспедиции Сената 4 — 14 ноября 1774 г.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александер Дж.Т. Емельян Пугачёв и крестьянское восстание на окраине России в 1773—1775 гг. — Уфа: ИП Галиуллин Д. А., 2011. — 164 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-905269-03-5.
- Андрущенко А. И. Крестьянская война 1773—1775 гг. на Яике, в Приуралье, на Урале и в Сибири. — М.: Издательство «Наука», 1969. — 360 с. — 3000 экз.
- Дубровин Н. Ф. Пугачёв и его сообщники. Эпизод из истории царствования Императрицы Екатерины II. В 3 томах. — СПб.: тип. Н. И. Скороходова, 1884. — 414 с.
- отв.ред. Мавродин В. В. Крестьянская война в России 1773—1775 годах. Восстание Пугачёва. Том II. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1966. — 512 с. — 2000 экз.
- отв.ред. Мавродин В. В. Крестьянская война в России 1773—1775 годах. Восстание Пугачёва. Том III. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1970. — 488 с. — 1500 экз.
- Овчинников Р. В., Большаков Л. Н. Творогов, Иван Александрович // Оренбургская Пушкинская энциклопедия. — Оренбург: Димур, 1997. — 520 с. — ISBN 5-7689-0036-5.
- Пушкин А. С. История Пугачёва. — М.: КРАСАНД, 2014. — 156 с. — ISBN 978-5-396-00658-4.
- Пушкин А. С. История Пугачёвского бунта. — СПб., 1834. — Т. 2. — 344 с.
- Тоёкава К. Оренбург и Оренбургское казачество во время восстания Пугачёва 1773—1774 гг.. — М.: Археографический центр, 1996. — 248 с. — 1000 экз. — ISBN 5-048-86169-0.
- Трефилов Е. Н. Пугачёв. Серия Жизнь замечательных людей. — М.: Молодая гвардия, 2015. — 399 с. — (Жизнь замечательных людей). — 3000 экз. — ISBN 978-5-235-03796-0.
- Протокол показаний И. А. Творогова на допросе в Казанской секретной комиссии 27 октября 1774 г. // Пугачёвщина. Из следственных материалов и официальной переписки. Издание Центрархива. — М. — Л.: Государственное издательство РСФСР, 1929. — Т. II. — С. 141—162. — 494 с.
- Творогов Иван Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.