Тетюшев Савва Никифорович
Тетюшев Савва Никифорович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 1726 |
Тыуған урыны | Ульяновск ҡалаһы |
Вафат булған көнө | иртәрәк1767 |
Һөнәр төрө | предприниматель |
Тетюшев Савва Никифорович — урыҫ сауҙагәре, императрица Екатерина II указы буйынса Ашҡаҙар йылғаһы буйында тоҙ пристаненә нигеҙ һалыусы. Һуңынан был пристань Стәрлетамаҡ ҡалаһы булып үҫә.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, 1766 йылда уға 40 йәш була. Атаһы, крәҫтәин Никифор Яковлевич балаларын сауҙагәрҙәр ҡатламына яҙҙыра. Ҡатыны — Татьяна Ивановна. Замандаштары хәтирәләре буйынса, Тетюшев Савва тыштан ҡарағанда император Петр III бик оҡшаған булған.
Сауҙа эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туҡымалар менән хәрәкәттәге армияны тәьмин иткән, император һарайына тауар ташыған. 1761 йылда бөйөк кенәз Петр Федорович һәм бөйөк кенәз ҡатыны Екатерина Алексеевна (буласаҡ Екатерина II) өсөн «буҫтау, ебәк туҡыма, газ һәм пуанде-шпан» алыуға Польшаға юллана. 1762 йылда Шлезвиг-Гольштин хеҙмәтендә хәрби фактор (тәьмин итеүсе) була. Йорт-ҡаралты советнигы була.
Стәрлетамаҡҡа нигеҙ һалыусы. [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1764 йылда Ырымбурҙа тоҙ һатыу менән шөғөлләнгән. Төбәктән Үҙәк Рәсәйгә тоҙ һатыуҙы йылына миллион ботҡа тиклем арттырыу буйынса проект тәҡдим иткән. Бының өсөн хәҙерге Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ашҡаҙар аръяғы районы биләмәһендә урынлашҡан Юрматы башҡорттарының ере Ашҡаҙар һәм Ағиҙел ҡушылдығында яңы пристань төҙөргә тәҡдим итә.
1765 йылда Екатерина II Тетюшевты ҡабул итә һәм уның проектын хуплай. Илек тоҙон сығарыу һәм ебәреү буйынса баш директор булып тәғәйенләнә һәм 1766 йылдың башында Петербургтан Ырымбур губернаһына ҡайта. Коллегия советнигы булып үрләтелә. 1766 йыл—1767 йылдарҙа пристань төҙөүҙә етәкселек итә. 1767 йылдың яҙында 323 846 бот тоҙ менән тәүге карауан баркалар Ашҡаҙар тамағынан сыға. Төрлө сәбәптәр арҡаһында (төбәктең әҙ халҡы, ҡатмарлы климат шарттары, ҡыҫҡа навигация осоро һ. б.) Тетюшев Савваның «тоҙ» проекты тулыһынса тормошҡа ашмай — йыл һайын Стәрлетамаҡ пристаненә 350 мең боттан артыҡ булмаған тоҙ ташыла.
Хәҙерге Стәрлетамаҡ ҡалаһында Тетюшев Савва урамы бар.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Новые сведения об основателе Стерлитамака Савве Тетюшеве 2007 йылдың 26 сентябрь көнөндә архивланған.
- Проект соляной пристани Саввы Тетюшева
- Коммерческий талант 2007 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
- Одно из распоряжений Петра Третьего 2019 йылдың 7 май көнөндә архивланған.
- Он из времени честолюбивых людей. Савва Тетюшев 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- Журнал Ватандаш 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.