Эстәлеккә күсергә

Кәримов Тимербулат Олег улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тимербулат Олег улы Кәримов битенән йүнәлтелде)
Кәримов Тимербулат Олег улы
Тыуған көнө

2 ноябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (50 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

эшҡыуар, меценат

Кәримов Тимербулат Олег улы (2 ноябрь 1974 йыл) — Рәсәй эшҡыуары, Иваново өлкәһенең Плёс ҡала Советы рәйесе[1], «Мостай Кәрим фонды»н ойоштороусыларҙың береһе[2], күренекле башҡорт яҙыусыhы Мостай Кәримдең ейәне. Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2018)[3].

Тимербулат Олег улы Кәримов 1974 йылдың 2 ноябрендә Өфө ҡалаһында Олег Леонид улы Балабан һәм Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова ғаиләһендә тыуған.

Башҡорт дәүләт университетында һәм Бриджпорт университетында (АҠШ) уҡыған[4].

Төрлө йылдарҙа «Атон» инвестиция компанияһында, Nomura һәм Lehman Brothers инвестиция банкында, UniCredit, «Сумма Капитал» инвестия группаһында, ВТБ банкында эшләй[5].

2018 йылдың авгусында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Плёс ҡала биләмәһе Советы рәйесе һәм Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]