Тиреғанаттар [1] (рус. Шерстокрылы ), йәғни кагуандар [2] (лат. Dermoptera ) — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла осраған ағас плацентар һөтимәрҙәр отряды. Хәҙерге ваҡытта ни бары ике төр иҫәпләнә: малай тиреғанаты һәм филиппин тиреғанаты. Малаккала , Зонд һәм Филиппин утрауҙарындағы урмандарҙа йәшәй.
Ерҙә тиреғанаттар әкрен хәрәкәт итә. Планер һымаҡ осоуға яраҡлашҡандар, әммә әүҙем оса алмайҙар. Һикергәндә планер һымаҡ осоу алыҫлығы 140 метрға етә. Тиреғанаттар бөтә аяҡ-ҡулдарын, ҡойроғон һәм муйынын тоташтырған тығыҙ һәм йөнтәҫ тиреһе ярҙамында планер һымаҡ оса. Тире ярыһы алғы һәм артҡы аяҡтары араһында муйындан, ҡолаҡ артынан, кәүҙәһенең ян-яҡтарынан башлап ҡойроҡ осонда тамамланғанға тиклем һуҙылған.
Тиреғанаттың кәүҙә оҙонлоғо 36—43 см, ауырлығы 2 килограмға тиклем тәшкил итә. Башы бәләкәй, ҙур күҙле — улар бинокуляр күреү өсөн бик яҡшы яраҡлашҡан. Яланғас табандарында ҡыҫҡыс дискылар барлыҡҡа килтереүсе яҫы майҙансыҡтар бар. Һырҙар яҫы, ситкеләре тараҡ рәүешендә.
Тиреғанаттар ағастарҙың япраҡтары һәм емештәре менән туҡлана.
Хәҙерге ваҡытта дөйөм ҡабул ителгән классификацияға ярашлы, тиреғанаттар Dermoptera үҙ аллы отрядына инедерелгән, ул приматтар менән бергә Primatomorpha монофилет төркөмөнә инә[3] .
Тиреғанаттар отрядында 2 хәҙерге заман төрө[4] һәм 5 ҡаҙылма ырыуҙар[5] :
Dermoptera отряды — Тиреғанаттар
↑ Русско-башкирский и башкирско-русский терминологический словарь по зоологии / Т Г Баишев . — Уфа, 1952.
↑ Соколов В. Е. Систематика млекопитающих. Том 1 (Отряды: однопроходных, сумчатых, насекомоядных, шерстокрылов, рукокрылых, приматов, неполнозубых, ящеров). — М .: Высшая школа, 1973. — С. 173. — 432 с.
↑ Flying lemurs are the closest relatives of primates .
↑ Ҡалып:Книга:Wozencraft, W. C.: Mammal Species of the World
↑ Ҡалып:PBDB (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2018) .
↑ Ҡалып:Книга:Пятиязычный словарь названий животных. Млекопитающие
Шерстокрылы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге : 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб. , 1890—1907. (рус.)
Наумов Н. П., Карташев Н. Н. Зоология позвоночных. — Ч. 2. — Пресмыкающиеся, птицы, млекопитающие: Учебник для биолог. спец. ун-тов. — М .: Высшая школа, 1979. — 272 с., ил.
Ҡалып:Современные отряды млекопитающих