Эстәлеккә күсергә

Тихомирова Любовь Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тихомирова Любовь Андреевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 июль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Вафат булған көнө 12 май 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (81 йәш)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Любовь Андреевна Тихомирова (11 июль 1936 йыл — 12 май 2018 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, колхоз бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Любовь Андреевна Тихомирова 1936 йылдың 11 июлендә Ростов өлкәһе Миллеровский районының Туриловка утарында тыуған.

Хеҙмәт юлын 1953 йылда Каменская ТЭЦ-ында төрлө эштә эшләүсе булараҡ башлай. 1954 йылда, курстарҙы тамамлағандан һуң, машинист ярҙамсыһы итеп күсерелә. Каменск-Шахтинск ҡалаһында кейәүгә сыға. 1957—1959 йылдарҙа ауыл хужалығында эшләй башлай һәм артабан «Коммунизмға юл» совхозының 2 -се бригадаһында төрлө эштәрҙә эшләй, ә 1959—1969 йылдарҙа һөт-тауар фермаһында һауынсы булып эшләй.

1969 йылдың мартында Тихомирова Донда беренсе ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһын етәкләй. Беренсе йылда уҡ уртаса колхоз буйынса күрһәткескә ҡарағанда һәр гектарҙан 2 центнерға күберәк йыйып ала. Ҡатын-ҡыҙҙар бригадаһы тураһында гәзит һәм радио аша һөйләй башлайҙар. Бөтә Союз колхозсылар съезына президиумы ағзаһы итеп һайлана һәм үҙенең сығышында: «Ҡыйыуыраҡ, әхирәттәр! Механизатор һөнәре беҙҙең хәлдән килерлек. Ҡатын — ҡыҙҙар-тракторға ултырығыҙ!»- тип саҡыра. Һәм уның саҡырыуын ишетәләр — 1970 йылда инде Донда 13, 1980 йылдарҙың уртаһында — яҡынса 80 ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһы була.

Любовь Андреевна 1972 йылда КПСС ағзаһы. 1979 йылда Донецк ауыл хужалығы техникумын агроном һөнәре буйынса тамамлай. Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә — РСФСР Юғары Советының 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш депутаты була (1975—1985 йылдарҙа) һәм РСФСР Юғары Советы президиумы ағзаһы (1975), партия район комитетының даими ағзаһы, район советы депутаты, Бөтә Союз колхозсыларының III съезы делегаты һәм һәм колхоз идараһы ағзаһы итеп һайлана (1969).

СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 10 февралендәге Указы менән Бөтә союз ярыштарындағы уңыштары өсөн, туғыҙынсы биш йыллыҡтың заданиеларын ваҡытынан алда үтәүҙә күрһәткән хеҙмәт ҡыйыулығы һәм аҙыҡ-түлек етештереү һәм уны дәүләткә һатыуҙы арттырыу буйынса йөкләмәләрҙа арттырып үтәгәне өсөн Тихомирова Любовь Андреевнаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Ростов өлкәһенең Миллервский районы Венделеевка утарында йәшәй. 2018 йылдың 12 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975)
  • Ленин ордены
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы
    • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары, шулай уҡ миҙалдар.
  • Прасковья Ангелина исемендәге хеҙмәт данының Бөтә Союз призына лайыҡ булыусы (1976).
  • Миллерово ҡалаһының почетлы гражданы.[1]
  • 2014 йылдың апрелендә Ростов өлкәһенең ҡатын-ҡыҙҙар тракторсылар бригадаһына ойошторолоуына 35-йыллыҡ уңайынан, Миллеровский районының ҡатын-ҡыҙ тракторсылар бригадаһының өс бригадиры, улар араһында Л. А. Тихомирова ла Ростов өлкәһе хакимиәте башлығының (Губернаторы) Хөрмәт хаттары менән бүләкләнә[2]
  • Список Героев Социалистического Труда Ростовской области
  1. Миллеровский район — историческая справка. Дата обращения: 30 ғинуар 2015. Архивировано 6 февраль 2015 года. 2015 йыл 6 февраль архивланған.
  2. Благодарность и почёт — женщинам-трактористкам 2016 йыл 4 март архивланған.