Тихонов Александр Евгеньевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тихонов Александр Евгеньевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 17 август 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Прокопьевск, Кемерово өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание генерал-полковник[d]
Командалыҡ иткән Центр специального назначения ФСБ[d]
Ғәскәр төрө KGB һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены орден «За заслуги перед Отечеством» III степени IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены Батырлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһы Геройы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Тихонов Александр Евгеньевич (17 август 1952 йыл) — СССР Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең элекке хеҙмәткәре. 1998 йылдан ФСБ-ның Махсус тәғәйенләнеш үҙәге начальнигы, генерал-полковник (1999). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алекса́ндр Евге́ньевич Ти́хонов 1952 йылдың 17 авгусында РСФСР-ҙың[1] Кемерово өлкәһе Прокопьевск ҡалаһында тыуған. Милләте рус. Урта белем алғандан һуң СССР Дәүләт именлеге комитетының Юғары мәктәбенә уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң артабанғы хәрби хеҙмәтен Таджик ССР-ы Дәүләт именлеге комитетында дауам итә. 1980-се йылдар аҙағындағы — 1990-сы йылдар башындағы милләт-ара низағтарҙы локалләштереүҙә ҡатнаша[2].

1991 йылда СССР Дәүләт именлеге комитетының үҙәк аппаратына үрләтелә (1992 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Именлек министрлығы, 1993 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Федераль контрразведка хеҙмәте, 1995 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте). 1996 йылда Рәсәй ФСБ-һы Террорға ҡаршы үҙәгенең «А» Идаралығы («Альфа» махсус подразделениеһы) начальнигының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[2].

1998 йылдың 22 октябрендә генерал-лейтенант Александр Тихонов Федераль именлек хеҙмәтенең яңы ғына ойошторолған Махсус тәғәйенләнеш үҙәге (рус. Центра специального назначения (ЦСН) ФСБ России) начальнигы итеп тәғәйенләнә. Был Үҙәк ике хәрби идаралыҡ — «А» («Альфа») һәм «В» («Вымпел» махсус подразделениеһы) нигеҙендә барлыҡҡа килә.

Александр Евгеньевич Тихонов етәкселегендәге Махсус тәғәйенләнеш үҙәге артабан терроризмға ҡаршы көрәш, Чечен Республикаһында һәм унан ситтә боевиктарҙы юҡ итеү буйынса төрлө операциялар уҙғара[3][4].

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2003 йылдың 18 ғинуарындағы «ябыҡ указы» менән махсус задание үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — Мәскәүҙәге Дубровка Театр үҙәгендә аманат итеп алынғандарҙы ҡотҡарыу операцияһы өсөн) генерал-полковник Тихонов Александр Евгеньевичҡа «Рәсәй Федерацияһы Геройы» тигән юғары исем бирелә[2].

Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (Рәсәй Президентының 2003 йылдың 18 ғинуарындағы "ябыҡ указ"ы, миҙал № 776) — махсус задание үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн;
  • III һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены;
  • Батырлыҡ ордены;
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены (Рәсәй);
  • миҙалдар.

Сиркәү бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • II дәрәжә Изге бөйөк кенәз Дмитрий Донской ордены (2007) — Рәсәй ФСБ-һының Махсус тәғәйенләнеш үҙәгендәге ғибәҙәтхана төҙөүгә күрһәткән ярҙамға иғтибары өсөн[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хәҙер Рәсәй Федерацияһы
  2. 2,0 2,1 2,2 Герой России Тихонов Александр Евгеньевич. Сайт «Герои страны». Дата обращения: 11 апрель 2018. Архивировано 11 апрель 2018 года.
  3. Павел Евдокимов. ПРОФЕССИОНАЛЫ: ЦСН: ЛИТЕРНЫЙ, ОСОБОГО НАЗНАЧЕНИЯ. Братишка (октябрь 2008). Дата обращения: 11 апрель 2018. Архивировано 11 апрель 2018 года. 2018 йыл 11 апрель архивланған.
  4. Тихонов, Александр. Lenta.ru. Дата обращения: 11 апрель 2018. Архивировано 11 апрель 2018 года.
  5. Митрополит Ювеналий совершил чин освящения храма в Центре специального назначения ФСБ России. Официальный сайт Московского Патриархата (20 июль 2007). Дата обращения: 11 апрель 2018. Архивировано 19 май 2011 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]