Эстәлеккә күсергә

Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы
ҡаҙ. Қасым-Жомарт Кемелұлы Тоқаев
ҡаҙ. Qasym-Jomart Kemelūly Toqaev
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 17 май 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2] (71 йәш)
Тыуған урыны Алматы, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Атаһы Кемель Токаев[d]
Әсәһе Турар Шабарбаева[d]
Бер туғандары Карлыга Избастина[d]
Хәләл ефете Токаева, Надежда Давыдовна[d]
Балалары Тимур Токаев[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Ҡаҙаҡ теле һәм урыҫ теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, дипломат
Эшмәкәрлек төрө дипломат[d], сәйәсмән һәм Президент Республики Казахстан[d]
Эш урыны БДО
Биләгән вазифаһы Отделение ООН в Женеве[d], Ҡаҙағстан премьер-министры[d], Президент Республики Казахстан[d], Министр иностранных дел Казахстана[d], Министр иностранных дел Казахстана[d] һәм Государственный секретарь Республики Казахстан[d][3]
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы[d]
Ғилми дәрәжә сәйәсәт фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы AMANAT (Нур Отан)[d] һәм Аманат[d]
Участвовал в выборах Президентские выборы в Казахстане (2019)[d] һәм Президентские выборы в Казахстане (2024)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены орден Парасат Почёт ордены орден Отан орден Назарбаева медаль «Астана» медаль «10 лет независимости Республики Казахстан» медаль «10 лет Парламенту Республики Казахстан» медаль «10 лет Астане» орден Сербского флага орден «Содружество» медаль «25 лет независимости Республики Казахстан» орден князя Ярослава Мудрого III степени орден Золотого орла орден Президента Туркменистана «Битараплык» медаль «10 лет Конституции Республики Казахстан» медаль «20 лет независимости Республики Казахстан» медаль «20 лет Конституции Республики Казахстан» орден «Дуслык» орден князя Ярослава Мудрого
Рәсми сайт akorda.kz/ru/
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 344 076
 Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы Викимилектә

Ҡасым-Йомарт (Юмарт) Кемел улы Тоҡаев (Туҡаев) (рус. Касы́м-Жома́рт Кеме́левич Тока́ев)[4] (ҡаҙ. Қасым-Жомарт Кемелұлы Тоқаев; 17 май 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2] (71 йәш), Алматы) — Ҡаҙағстан Республикаһының икенсе президенты. (2019 йылдың 20 мартынан[5] 2020 йылда үтәсәк нәүбәттәге һайлауға тиклем ул Президет вазифаһын ваҡытлыса башҡарасаҡ тип уйланыла ине[6]).

2019 йылдың 9 июнендә Ҡаҙағстан Республикаһында президет һайлауы үткәрелде. Унда Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы күпселек тауыш йыйҙы[7]

Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы Ҡаҙағстандың дәүләт эшмәкәре, совет һәм ҡаҙаҡ дипломаты булараҡ билдәле. Ҡаҙағстан Республикаһының Парламент сенаты Рәйесе (2013 йылдың 16 октябренән 2019 йылдың 20 мартына тиклем). БМО-ның Женевалағы бүлексәһе (United Nations Office at Geneva) генераль директоры (12 март, 2011 — 16 октябрь, 2013). Ҡаҙағстан Республикаһының Премьер-министры (октябрь 1999 — ғинуар 2002). Ҡаҙағстан Республикаһының Сит ил эштәре министры (1994—1999, ғинуар 2002 — ғинуар 2007). Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе. Сәйәси фәндәр докторы. Полиглот.

В. В. Путин менән Кремлдә осрашыуы (19 ғинуар, 2000 йыл)

1975 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған. 1992 йылда Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһын тамамлаған.

1998 йылдан — тарих фәндәре кандидаты. 2001 йылдан — сәйәси фәндәр докторы[8].

1975 йылдан 1979 йылға тиклем СССР Сит ил эштәре министрлығында референт булып эшләй, СССР-ҙың Сингапурҙағы илселеге референты.

1979—1983 йылдарҙа — өлкән референт, атташе, СССР Сит ил эштәре министрлығының өсөнсө секретары.

1983 йылдан алып 1984 йылға тиклем Пекин Ҡытай теле институтының стажеры.

1984—1985 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығының өсөнсө секретары.

1985—1991 йылдарҙа СССР-ҙың ҠХР-ҙағы илселегендә — икенсе, артабан — беренсе секретарь.

1993—1994 йылда Ҡаҙағстан Республикаһы сит ил эштәре министры урынбаҫары вазифаһын биләй.

1994—1999 йылдарҙа — Ҡаҙағстан Республикаһының сит ил эштәре министры.

1999 йылдың март айынан октябргә тиклем — Ҡаҙағстан Республикаһының премьер-министр урынбаҫары.

1999 йылдың октябренән 2002 йылдың ғинуарына тиклем — премьер-министр вазифаһын башҡарыусы, Ҡаҙағстан Республикаһының премьер-министры.

2002 йылдан 2007 йылға тиклем Ҡаҙағстан Республикаһының Сит ил эштәре министры.

2007—2011 йылдарҙа — депутат, Ҡаҙағстан Республикаһының Өсөнсө саҡырылыш парламенты сенатының рәйесе. 2013 йылдан 2019 йылдың 19 мартына тиклем Ҡаҙағстан Республикаһы Парламенты сенатының рәйесе.

2011 йылдан 2013 йылға тиклем — БМО-ның генераль секретары урынбаҫары, БМО-ның Женева ҡалаһындағы Европа бүлеге башлығы.

  • 2007 йылдың июненән «Нур Отан» халыҡ демократик партияһы ағзаһы.
  • 2007 йылдың июленән ХДП «Нур Отан» Политсовет Бюроһы ағзаһы
  • 2011 йылда — Ҡоралһыҙланыу буйынса конференцияның генераль секретары
  • 2008 йылдың 3 июненән ОБСЕ Парламент Ассамблеяһы рәйесе урынбаҫары.
  • 2016 йылдан Ҡаҙағстан Республикаһыны өҫтәл теннисы федерацияһын етәкләй.
  • 2017 йылда Ҡаҙағстан халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса советыныңпочетлы рәйесе итеп һайлана.

2019 йылдың 20 мартынан Ҡаҙағстан Республикаһының ғәмәлдәге президенты. Илдең Конституцияһы буйынса ул Тәүге Президент Назарбаев Нурсолтан Әбеш улының һайланыу мөҙҙәте тулғансы ошо вазифаны үтәйәсәк. Нәүбәттәге ил президентын һайлау 2020 йылда буласаҡ.

Тәүге эштәренең береһе — дәүләттең башҡалаһының атамаһы Астананы Нур-Солтан тип үҙгәртеү булды[9]. Уның тәҡдимен Ҡаҙағстан парламенты һәм ҡала мәслихәте хупланы[10] һәм 23 мартта Тоҡаев ҡала исемен үҙгәртеү тураһында 6-сы һанлы указ ға ҡул ҡуйҙы[11][12]; № 1 һанлы указы менән ул Н. Ә. Назарбаевты иң юғары дәүләт наградаһы — «Ҡаҙағстандың халыҡ ҡаһарманы» ете сатлы алтын йондоҙ менән бүләкләне[13].

Ҡаҙағстан Республикаһының ғәмәлдәге президенты булараҡ тәүге рәсми визиты 2019 йылдың 3 апрелендә Рәсәй Федерацияһына булды.

  • Атаһы Тоҡаев Кемел Тоҡай улы (1923—1986), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, билдәле ҡаҙаҡ яҙыусыһы, Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы президиумы ағзаһы булған.
  • Әсәһе Торар Шабарбаева (1931—2000) эшләй Абылай хан исемендәге Ҡаҙаҡ халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм донъя телдәре университетында эшләгән.
  • Тоҡаев Оло йөҙҙөң жалайыр тайфаһы ҡушыҡ ырыуынан[14][15].
  • Айырылған[16]. Элекке ҡатыны: Надежда Давыдовна Тоҡаева (1957 йылғы).
  • Улы: Тимур Тоҡаев[17] (1984 йылғы).[18]Оло эшҡыуар, «Аби Петролеум Кэпитал» компанияһынада эшмәкәрлек алып бара. Ул шулай уҡ олатаһы — Кемел Тоҡаев исемендәге хәйриә фонды етәксеһе[19]
  • Токаев К.-Ж. К. Преодоление: дипломатические очерки. — Алматы: [б. и.], 2003. — 652 с. ISBN 9965-588-08-2
  • Токаев К.-Ж. К. Преодоление: Дипломатические очерки казахстанского министра. — М.: Мир, 2003. — 463 с. (Лидер. XXI век) ISBN 5-03-003605-9 5000 экз.
  • Дипломатическая служба Республики Казахстан: учебное пособие / под общ. ред. К. К. Токаева. — Алматы: Эдельвейс, 2004. — 543 с. ISBN 9965-602-12-3
  • Токаев К.-Ж. К. Свет и тень: очерки казахстанского политика. — М.: Восток-Запад, 2008. — 542 с. ISBN 978-5-478-00887-1
  • Токаев К.-Ж. К. Преодоление. Очерки дипломата. М.: ЦЛНГ, 2009. — 511 с. («Международные отношения») ISBN 978-5-902665-55-7
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #140213767 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Kassym-Schomart Tokajew // Munzinger Personen (нем.)
  3. Kassym-Jomart Tokayev // (unspecified title)
  4. Официальный сайт Европейского Отделения ООН в Женеве
  5. Касым-Жомарт Токаев вступил в должность президента Казахстана. ТАСС. Дата обращения: 20 март 2019.
  6. Касым-Жомарт Токаев стал Президентом Казахстана. KTK. Дата обращения: 20 март 2019.
  7. Кто победил на выборах президента Казахстана
  8. Токаев, Касым-Жомарт Кемелевич. Внешняя политика Республики Казахстан в период становления нового мирового порядка: автореф. дис. … д-ра полит. наук : 23.00.04 / Ин-т актуальных международ. проблем Дипломатич. академия МИД России. — Москва, 2001. — 42 с.
  9. Токаев предложил переименовать Астану в Нурсултан
  10. Акмолинск, Целиноград, Астана: история переименований города
  11. О переименовании города Астаны – столицы Республики Казахстан в город Нур-Султан – столицу Республики Казахстан. www.akorda.kz. Дата обращения: 23 март 2019.
  12. Президент Казахстана подписал указ о переименовании Астаны в Нур-Султан. Радио Свобода.
  13. О присвоении звания «Халық Қаhарманы» НАЗАРБАЕВУ Н.А. www.akorda.kz. Дата обращения: 26 март 2019.
  14. Качалов С. Мартовские встряски. Токаев бежит в Москву? // IAC Eurasia, 15.03.2001
  15. https://sputniknews.kz/infographics/20190320/9633946/qasym-jomart-toqaev-qyzyqty-derekter.html
  16. http://www.akorda.kz/ru/republic_of_kazakhstan/president 2019 йыл 29 март архивланған.
  17. https://tengrinews.kz/kazakhstan_news/chto-izvestno-o-seme-prezidenta-tokaeva-365531/
  18. https://kapital.kz/dossier/tokaev-kasym-zhomart/
  19. https://rus.azattyq.org/a/kazakhstan-tokayev-as-a-second-president-of-kazakhstan-opinions/29832872.html