Эстәлеккә күсергә

Третьяков йорттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Третьяков йорттары
Файл:Таганрог Петр урамы 4.jpg
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Петр урамы, 41, 43, 45.
Төҙөлгән ваҡыты 1860-сы йылдар
Статус Төбәк әһәмитендәге мәҙәни мираҫ объекттары.

Третьяков йорттарыРостов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Петр урамында урынлашҡан өс ике ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары. Приказ № 124, 31.12.02.

Адресы: Таганрог ҡалаһы, Петр урамы, 41, 43, 45-се йорттар.

Петр урамындағы 41, 43, 45-сы өс ике ҡатлы йорт берҙәм архитектура ансамблен тәшкил итә. 18611865 йылдарҙа биналар (архитекторы М. Петров. ГАРО) сауҙагәр Василий Николаевич Третьяков аҡсаһына төҙөлгән.

Өс бина икенсе ҡаттар кимәлендә балкондар менән тоташып тора. Улар берләшкән урындың аҫтында йорттарҙың ихатаһына инеү урындары бар. Биналар табыш йорто итеп төҙөлгән.

Петр урамы, 41-се йорт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петр урамындағы 41-се йорт 1860 йылда төҙөлгән. Беренсе ҡаты магазинға бирелгән. Бинаның беренсе ҡатында Пампуловтың тәмәке магазины эшләгән. Аҙаҡ унда Фай ханымдың тироль канарейкалары һатыу менән данланған колбаса магазины асылған. Йорт хужаһы бинаны ҡулланыуҙан үҙенә кәрәк тиклем килем ала алмаған һәм шунлыҡтан 1881 йылда бурыстары өсөн Дон ер банкына йортон һатырға ҡуйған.

ХIХ быуаттың 80-се йылдары аҙағында бина Үҙ-ара кредит йәмғиәтенә ҡараған, һуңынан уны эре коммерсант Полтер Иосифович Трахтеров һатып алған. Трахтеров икмәк-булка продукцияһы менән сауҙа итә, һуңынан араҡы һатыуға күсә. Араҡы һатыуға монополия индерелгәс, Трахтеров ҡалала Азов-Дон тәмәке фабрикаһын аса һәм тәмәке изделиеларын Петр урамындағы «Тәмәке һәм папиростар» магазинында һата. Уның тәмәке фабрикаһы Александр урамындағы 108, 106-сы йорттарҙа торған.

Һуңынан бина ҡаланың тыумыштан почетлы гражданы, казак ғәскәренең унтер-офицеры Степан Никифорович Дроновтың милкендә була.

Был бинала оптика тауарҙары менән Одессанан килгән бер туған Розенталдар һатыу иткән; сәғәт ремонтлау оҫтаһы Герман Лир бында сәғәттәр, алтын әйберҙәр менән һатыу иткән.

«Аяҡ кейеме» магазины хужаһы А. И. Танатар бында сумаҙан, башлыҡ, резина галош һәм сатырҙар һатыу менән шөғөлләнгән. Уның янындағы Г. Шатенштейн магазинында эшләпә, фуражка эшләп һатҡандар. Бында күпмелер ваҡыт «Мираж» кинематографы һәм интим осрашыуҙар өсөн бүлмәле "Олимпия"ашхана-рестораны эшләгән.

Петр урамы, 43-сө йорт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Петр урамы, 43. Сауҙагәр Третьяков йорто. 1862 йылғы проект. Арх. М. Петров. ГАРО.

Петр урамындағы 43-сө йорт 1870-се йылдар башында төҙөлгән. Бина төҙөлгәндән һуң бында М. Женен Фонтендың магазин-ательеһы асыла. Магазин менән йәнәш «Мода баҙарында» сауҙагәр Григорий Фалькнер тауар һата. Уның магазинында инглиз, француз, поляк һәм рус боҫтауы, трико, драп һәм пальтолар өсөн һарыҡ тиреләре, сюртук һ. б. һатҡандар.

18651869 йылда бинаның икенсе ҡатында яҙыусы Чехов Антон Павлович Чеховтың атаһы Павел Егорович ғаиләһе фатирҙы ҡуртымға алып йәшәгән. Павел Егорович Третьяков йортонда бакалея тауарҙары менән сауҙа иткән. Бында уларҙың улдары — Михаил Чехов тыуған, Николай һәм Антондың грек мәктәбендә уҡыған йылдары үткән.

Бинала магазин хужалары һәр ваҡыт алышынып торған. 1914 йылда бинаның икенсе ҡатында 50 койкалыҡ хәрби лазарет булдырылған. Революциянан һуң 1925 йылға тиклем бина Арашко милкендә булған. 1927 йылда бында Дағстан дивизияһының штабы һәм запастағы командирҙарҙың йыйылышы эшләгән.

Петр урамы, 45-се йорт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петр урамындағы 45-се йорт 1870 йылда төҙөлгән. Ике ҡатлы бинаның фасадтарында биш инеү урыны булған. Һул ишеге козыреклы булып, уның өҫтөндә тәҙрә торған. Ҡыйыҡ менән тәҙрә өҫтөндә « HOTEL in NORD» тигән яҙыу булған.

Третьяков сауҙа биналарында 1925 йылға тиклем күп ағзалы Хандрин ғаиләһе йәшәгән.

1914 йылда был йортта инженер-технолог Георгий Хандрин менән Алексопуло механика-паркет-ағас оҫтаханаһы тотҡан. Граждандар һуғышы ваҡытында Хандрин башҡа хәлле кешеләр кеүек ҡулға алынған. Сауҙагәрҙәрҙе һөргөнгә ебәргәндәр, шунда Г. Хандрин һәләк булған.

1900 йылда был йортта Зимонттың дарыуханаһы торған, 1910-сы йылдарҙа — бер туған Тонеттарҙың вена мебель магазины, И Я Шамковичтың "Обойҙар"магазины һәм Я. С. Кушнаревтың «Тәмәке һәм папиростар» магазины эшләгән.

41, 43, 45-се йорттар берҙәм провинциаль классицизм стилендә төҙөлгән. Икенсе ҡаттың тәҙрәләре өҫтөнә сандриктар ҡуйылған. Бинаның беренсе ҡатында бер нисә магазинға инеү урыны бар, тәҙрәләре ярым түңәрәк, йорт ҡаттары араһында һәм алғы яғында кәрниз эшләнгән.

Йорттар төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып тора.

  • Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (хроника обывательской жизни). Таганрог, 2000.
  • Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0.