Эстәлеккә күсергә

Тримурти

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Триму́рти (санскр. त्रिमूर्ति, trimūrti IAST «өс ҡиәфәт») — өс һинд илаһһын берләштереп (Браһма-Тыуҙырыусы, Вишну-Һаҡлаусы, Шива-Емереүсе), рухи нигеҙ — Браһман[1] — барлыҡҡа килә. Өс илаһтың берҙәмлеге.

Браһма төшөрөлгән гравюра.

Һинд мифологияһында Браһма — юғары илаһ, донъяны булдырыусы, шуға күрә беренсе булып күрһәтелә. Ғаләмде яратыусы булараҡ, уны һаҡлаусы Вишнуға, уны емереүсе Шиваға ла ҡаршы ҡуйыла. Браһма риүәйәттәрҙә һирәгерәк һүҙгә алына, асылы абстрактлыраҡ.

Төп илаһлар рәтендә Вишну ғаләмде һаҡлаусы була. Ҡайһы бер мифик сюжеттарҙа йәшәйеш нигеҙе, уның сығанағы һәм абсолют тип һанала. Икенселәре донъя — Вишнуның йәшәү формаһы, тип уйлай, ҡалғандары был илаһтың ғаләм юғалып, донъя тергеҙелгән ваҡыттағы роле ҙур, тей.

Элефант утрауынан өс йөҙлө Шива һүрәте, европалылар уны Тримурти тип уйлаған

Шива Тримуртиның тарҡатыу яғына бәйле булһа ла, емереүҙе һүҙмә-һүҙ аңларға ярамай. Индуизмға ярашлы, донъя иллюзия (майя) була, ә Шива ысынбарлыҡты дөрөҫ аңлау яҡлы, шуның менән иллюзияны бөтөрә лә. Свами Шивананда яҙа: «Уның бейеү маҡсаты — йәндәрҙе майя бығауынан, өс ҡатлы анава, карма, майя тышауынан азат итеү. Ул емермәй, ә икенсе төрлөгә әйләндерә»[2].

«Тримурти» термины

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һинд дини фәлсәфәһенә ярашлы, тримурти йөҙөндә өс төп асыл һалынған: ижади (Браһма), емереүсе (Шива), һаҡлаусы (Вишну) башланғыс. Өсөһө лә бер илаһла, һәр береһе өс илаһла ла бар. Шулай уҡ Ведалар ҙа төп өс өлөшкә бүленһә лә, бер китап булып ҡала.

Тримурти тураһындағы төшөнсә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тримурти, Андхра-Прадеш һинд сиркәүенән һүрәт, 1850—1900 йй.

Тримурти төшөнсәһе пурандарҙы төҙөгәндә килеп сыға (300—1200 йй.).

Тәүҙә ведаларҙа өс илаһны Агни, Вая (Индра) һәм Сурьяны бер ҡояшлы, яҡты илаһ формалары тип һанайҙар (Тривикрама). Һуңынан өс бөйөк илаһ Браһма, Шива, Вишну, һәр береһе үҙен бөйөк хоҙай тип таныта. Артабанғы аҙым булып өс илаһны бер-береһе менән тиңләштереү һинд эпосының һуңғы өлөштәрендә осрай. «Маһабһаратамдың» өс ҡатлылыҡ асыҡ күрһәтелгән ере иң һуңғы өлөшөндә («ул Браһма образын тыуҙыра, Пуруши һынында формалашып, Рудра асылы менән емерә — януарҙар батшаһының өс хәле шундай»). Шулай уҡ «Маһабһаратамда» Агни илаһһы бер юлы төҙөүсе, һаҡлаусы, донъяны тарҡатыусы булып, өс һыҙатта сағыла («Ригведала»): ут, йәшен, ҡояш.[3] Тримурти тулыраҡ көйө Гариванша эпик поэмаһының («Маһабһаратамға» һуңғараҡ ҡушылған): «Ул, Вишну, шулай уҡ Шива ла, һәм ул, Шива, шулай уҡ Браһма ла: бер асыл, әммә өс илаһ — Шива, Вишну, Браһма».

Һиндтарҙа урта быуатарҙа илаһларҙың берҙәмлегенә иғтибар бирелмәй, был төшөнсә әһәмиәтһеҙ була. Дөйөм алғанда, Тримурти образы һинд динендә мөһим урын алмаған, әммә Европала киреһенсә уйлағандар. Хәҙерге ваҡытта тримурти яңынан тарҡалған: Браһма асылы юҡҡа сыҡҡан, ә Вишну һәм Шиваны табыныусылары берҙән-бер илаһ тип һанай.

Австрий шәрҡиәтсеһе Морис Винтерниц (Moriz Winternitz, 1863—1937 йй.) һинд әҙәбиәтендә тримурти хаҡында телгә алыу осраҡтары һирәк икәнен яҙа.[4] Вишна, Шива, Браһма берҙәмлеге тураһында «Курма-пуранала» ғына ҙур әһәмиәт бирелә, Браһманға тримуртиға кеүек ғибәҙәт ҡылалар.[5]

Инглиз тарихсыһы Артур Бэшем Көнбайыш илдәренең тримурти фәлсәфәһе менән ҡыҙыҡһыныуын христиандарҙың Троицаһы менән тыш яҡтан оҡшаш булыуы менән аңлата:[6]

В. К. Шохин уйынса, фәнни яҡтан тикшергәндә, был фекерҙең яңылыш икәне күренә.[7]

Бангкокта 1989 йылда төҙөлгән ғибәҙәтхана, уртала Тримурти һыны

XX быуат аңлатмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Немец философы һәм күрәҙәсеһе Рудольф Штейнер (1861—1925) 1923 йылдың 3 ноябрендәге[8] халыҡ алдындағы сығышында «һинд троицаһын» Европа фольклоры менән бәйләй.

  • Браһма — ғаләм өлкәһе, тәбиғи яҡтан кешегә яҡынлаша.
  • Вишну — кеше менән ҡушыла алмаған ғаләм өлкәһе, тик кеше бер туҡтауһыҙ төҙөгәнен емереп, үҙгәрткәндә генә тоташа ала.
  • Шива — юҡҡа сығарыусы көстәр менән бәйле.

Штейнер шулай уҡ бөйөк һинд мәҙәниәтендә Браһма— ут йәндәре һәм сильфтар (һауа йәндәре), Вишну — сильфтар һәм ундиналар (һыу йәндәре), Шива — ундиналар һәм кәрләләр өлкәһе тип һаналғаны тураһында яҙа.[9]

  1. Статья Тримурти(недоступная ссылка)//Атеистический словарь/Абдусалимов А. И., Алейник Р. М., Алиева Б. А. и др., Под общ. ред. М. П. Новикова. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Политиздат, 1985. — 512 с. (С. 450)
  2. Свами Шивананда.
  3. Мифы народов мира / Под ред. С. А. Токарева. — М.: Советская энциклопедия, 1992. — Т. 2. — С. 525.
  4. Winternitz, Maurice: History of Indian Literature.
  5. Winternitz, Maurice, volume 1, p. 573, note 2.
  6. Basham, A. L.: The Wonder That Was India: A Survey of the Culture of the Indian Sub-Continent Before The Coming of the Muslims.
  7. Шохин В. К. Тримурти / Новая философская энциклопедия: в 4 т. / Ин-т философии РАН; Национальный общественно-научный фонд; Председатель научно-редакционного совета В. С. Степин. — М.: Мысль, 2000—2001.
  8. Восьмая лекция в Дорнахн, 3 ноября 1923 года; см.
  9. Rudolf Steiner.
  • С. И. Тюляев «Развитие образа Шивы от древней к средневековой эпохе (II в. до н. э. — XII в.)» // Искусство Индии. Сборник статей, — М., 1969.
  • Kirfel W.: Die dreikopfige Gottheit, Bonn, 1948.
  • Banerjea J. N.: The so-called Trimurti of Elefanta // «Arts Asiatiques», 1955, t. 2, № 2, pp. 120—126.
  • Rajan K. V. S.: Trinity in sculpture // «Journal of Oriental Research», 1954/55, v. 24.
  • А. М. Дубянский. Классическая триада: Брахма, Вишну, Шива // Древо индуизма / Отв. ред. И. П. Глушкова. — М.: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 1999. — С. 128—151. — 559 с. — (Культура народов Востока). — 2500 экз. ISBN 5-02-018032-7.