Туғылым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туғылым
Флаг[d]
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Туғылым ҡала округы[1]
Административ-территориаль берәмек Туғылым ҡала округы[1]
Халыҡ һаны 5658 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 80 метр
Почта индексы 623650
Урындағы телефон коды 34367
Карта
 Туғылым Викимилектә

Туғылым (урыҫ. Тугулым)— Рәсәй Федерацияһының ҡала тибындағы ҡасабаһы. Ул — Свердловск өлкәһендәге Туғылым районы административ-территориаль берәмегенең һәм Туғылым ҡала округы муниципаль берәмегенең үҙәге.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғылым ҡасабаһы Көнсығыш идаралығы округының «Туғылым ҡала округы» муниципаль берәмегенең административ үҙәге Турин тигеҙлегенең урта өлөшөндә, Туғылым йылғаһы буйында (Пышма йылғаһының һул ҡушылдығы), Екатеринбург ҡалаһынан 248 км алыҫлыҡта (автотрасса буйынса 272 километр), Свердловск тимер юлының Екатеринбург — Төмән йүнәлешендә Туғылым тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта һәм Төмәндән көнбайышҡа табан 56 километрҙа урынлашҡан[3][4]. Ҡасаба аша Р351 Екатеринбург—Төмән федераль автотрассаһы (шулай уҡ Себер тракты тип тә атала).

2017 йылдың 1 октябренән өлкәнең 35-ОЗ законына ярашлы эшселәр ҡасабаһы ҡала тибындағы ҡасаба статусын ала[5].

Туғылым, Свердловск өлкәһе составында булыуына ҡарамаҫтан, Төмән өлкәһенә яҡын булғанға күрә, уның иҡтисади йоғонтоһонда тора, ғәмәлдә, уның иң яҡын ҡала яны булып иҫәпләнә. Хеҙмәт һәм башҡа төрлө миграция Екатеринбургҡа табан түгел, ә Төмән яғына әүҙемерәк бара.

Ҡасаба тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

С. У. Ремезовтың 1697—1711 йылдарҙа тултырылған һыҙмалар китабында Туғылым ауылы телгә алына. Атама, моғайын, себер татарҙары теленән алынғандыр, әммә тәүҙә ул йылға исеме булғанмы, әллә тораҡ пунты исемеме? Быныһы билдәһеҙ булып ҡала.

1920 йылға тиклем Туғылым Тубыл губернаһы составында була.

Ҡасаба исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Туғылым» атамаһы, һис шикһеҙ, төрки сығышлы. «Туғул» һүҙе көньяҡ ҡаҙаҡтарҙа тауҙар араһындағы уйпатлыҡты аңлата, йәғни географик термин булып тора.

Туғылым — «соҡор». Ҡасаба үҙәге түбәнерәк урынды биләй.

Туғылым — «балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү урыны». Иң ҙур Пышма йылғаһынан балыҡ тыныс йылғаға инә, тимәк, тәүҙә йылға исеме барлыҡҡа килгән, ярҙарындағы тораҡ пункттары һуңыраҡ барлыҡҡа килгән.

«Ҡатнаш», «ҡушылған». Туғылымда ямсылар, крәҫтиәндәр һәм башҡа ҡатлам кешеләре төпләнә.

Туғылым — ул ҡалын урманлы төбәк. Шуға туғынтуғынлау, йәғни туғын бөгөү һүҙе менән дә бәйле булыуы ихтимал[6].

Ҡасаба йылъяҙмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1689 йылда Туғылым ауылы крәҫтиәндәренә һәм дәүләт хеҙмәтендә тороусы ҡатлам кешеләренә ошо ерҙе файҙаланыуға грамота бирелә. 1696 йылда Себер картографы һәм географы С. У. Ремезовтың һыҙма китабында Туғылым ауыл булараҡ телгә алына. 1712 йылда ямсы Г. Митрофанов Туғылым йылғаһы янында тире иләү оҫтаханаһын (кожевня) төҙөй.

1903—1860 йылда асылған Туғылым башланғыс училищеһы ике класлы итеп үҙгәртелә. 1924 йылда ауыл үҙәгендә Мәҙәниәт йорто асыла. 1926 йылда район дауаханаһы төҙөлә башлай. 1926 йылда почта бүлексәһе үҙ эшен башлай. 1927 йылда май заводына нигеҙ һалына. 1927 йылда изба-читальня (китапхана) асыла.

1930 йылда Туғылым леспромхозы ойошторола. 1931 йылда Туғылым халҡы йорттарына тәүге «Рекорд» радиорепродукторы ҡуйыла. 1932 йылда крәҫтиән йәштәре мәктәбе асыла. 1933 йылда сиркәү ябыла. 1934 йылда беренсе балалар баҡсаһы асыла. 1937 йылда беренсе тауышлы фильм күрһәтелә. 1931 йылда метеостанция төҙөлә. 1939 йылда Туғылым урта мәктәбенең тәүге сығарылышы була (15 кеше). 1940 йылда Пионерҙар йорто төҙөлә. 1950 йылда Мәҙәниәт йорто төҙөлә башлай. 1960 йылда район универмагы асыла. 1960 йылда урындағы радио эшләй башлай. 1960 йылда ете йыллыҡ музыка мәктәбе асыла.

1960 йылда беренсе телевизор һатып алына. 1961 йылда беренсе тапҡыр киң эранда кино күрһәтелә. 1962 йылда Туғылым ауылы эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртелә. 1965 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә һәйкәл асыла. 1966 йылда пар менән йылытылған 520 урынлыҡ яңы мәктәп асыла. 1973 йылда дарыухана бинаһы асыла. 1977 йылда яңы административ бина асыла. 1978 йылда И. И. Федюнинский иҫтәлегенә самбо көрәше буйынса беренсе өлкә турниры ойошторола. 1981 йылда район элемтә үҙәгенең яңы бинаһы асыла. 1985 йылда «Әкиәт» балалар комбинаты һәм яңы универмаг сафҡа инә.

1990 — Мәрхәмәт йорто асыла. 1994 йылда православие общинаһы булдырыла. 1997 йылда Туғылым сиркәүе эргәһендә балалар өсөн йәкшәмбе мәктәбе ойошторола. 1997 йылда телеретранслятор сафҡа индерелә.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
1970[7]1979[8]1989[9]2002[10]2009[11]2010[12]2012[13]
4574505269086241629960015924
2013[14]2014[15]2015[16]
590958265803

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. Т. 6060. 814 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • [ Тугулым] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Туринская равнина — Википедия(недоступная ссылка)
  4. Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  5. ЗАКОН СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ от 13 апреля 2017 года № 35-ОЗ "О МЕРАХ ПО РЕАЛИЗАЦИИ ЗАКОНА СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ "ОБ АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОМ УСТРОЙСТВЕ СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ"". Дата обращения: 29 март 2018.
  6. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. Т. 6060. 402-се бит
  7. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  9. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  10. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  11. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  12. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  15. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.