Эстәлеккә күсергә

Туғылым ҡала округы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туғылым ҡала округы
БайраҡГерб
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәк Туғылым[2]
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Халыҡ һаны 17 402 кеше (2023)[3]
Башланыу датаһы 17 июнь 1925
Майҙан 3333 км²
Рәсми сайт tugulym.gossaas.ru
Урынлашыу картаһы
Карта
 Туғылым ҡала округы Викимилектә

Екатеринбург — Төмәнавтотрассаһында Свердловск өлкәһенең көнсығыш сиге Туғылым районы сиге менән тап килә

Туғылым ҡала округы (урыҫ. Тугулым)— Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһендәге муниципаль берәмек. Свердловск өлкәһенең Көнсығыш идараһы округына ҡарай

Административ үҙәге — ҡала тибындағы Туғылым ҡасабаһы (эшселәр ҡасабаһы).

Өлкәнең административ-территориаль ҡоролошо күҙлегенән ҡарағанда, ҡала округы Туғылым районы административ-территориаль берәмеге эсендә урынлашҡан.[4]

Туғылым районы Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитетының Урал өлкә башҡарма комитеты президиумы ҡарары нигеҙендә 1925 йылдың 17 июлендә Урал өлкәһенең Төмән округы составында ойошторола.

Район составына түбәндәге ауыл советтары инә: Липчинский районынан — Борзиковка, Шелконоговка; Талица районынан — Оло-Рамылка, Үрге-Талманка, Деминка, Килинка, Марковка, Потаскуевка; Төмән өлкәһенән — Заводоуспенка, Лучинкинка, Мальцевка, Меседовский, Островский, Ошкуковский, Пискулинский, Скородумский, Тугулымский, Цепошниковский, Юшковский.

7 декабрь, 1925 йыл — Ошкук ауыл советы Журавлевка ауыл советына үҙгәртелә, Юшков ауыл советы — Золотовка ауыл советына әйлнә. 15 сентябрь, 1926 йыл — Оло-Рамыльск Рамыльск ауыл советы итеп үҙгәртелә, Үрге-Талман — Талман ауыл советы булып ҡала. 10 июль, 1931 йыл — Липчин районының Бурмакинск, Галашевка, Двина, Никон, Елкинск, Зубковка, Калугинск, Липичинка, Михайловка, Шадрин ауыл советтары Туғылым районы составына индерелә.

1934 йылдың 4 декабре — Силәбе өлкәһе составына тапшырыла. 1938 йылда район Свердловск өлкәһенә тапшырыла. 1961—1963 йылдарҙа Туғылымский районы бөтөрөлә, уның территорияһы Талица районы составына индерелә .

1963 йылдың 1 февралендә Туғылым сәнәғәт районы барлыҡҡа килә.

1966 йылдың 22 ноябрендә 112-се һәм 190-сы кварталдары ҡасабаларының атамалары ярашлы рәүештә Ҡыҙыл урман (Красный бор) һәм Бәшмәкле (Грибной) тип үҙгәртелә[5] .

17 декабрь 1995 йыл урындағы референдум һөҙөмтәләре буйынса районда Тугулымский үҙгәртелә муниципаль берәмеге «Тугулымский районының»[6].

2004 йылдың 12 октябрендә Туғылым районына ҡала округы статусы бирелә[7].

2006 йылдың 1 ғинуарынан «Туғылым районы» муниципаль берәмеге Туғылым ҡала округы[8] тип атала башлай.

Өлкәнең административ-территориаль ҡоролошо сиктәрендә Туғылым районы административ-территориаль берәмеге йәшәүен дауам итә.[4]

Халыҡ иҫәбе
2002[9]2009[10]2010[11]2011[12]2012[13]2013[14]2014[15]
25 45524 54022 58122 55022 00621 63921 154
2015[16]2016[17]
20 93520 572

Ҡала округы халҡының 28,73 проценты ҡала шарттарында (Туғылым) йәшәй.

Ҡала округы һәм районы составына 52 тораҡ пункты инә. Туҡылым районына 2017 йылдың 1 октябренә тиклем 11 административ-территориаль берәмек ҡараған була: 10 ауыл советы һәм 1 ҡасабаһы.[4][18] эшселәрНевозможно определить количество столбцов

Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы, башлыса, игенселек һәм ит-һөт малсылығы тәшкил итә. 1950-се йылдарҙа89 колхоз, 1990-сы йылдарҙа 8 ширҡәт һәм 80 крәҫтиән хужалығы була. Игенселектә яҙғы бойҙай, ужым арышы һәм һоло сәсеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып иҫәпләнә. Тәбиғи мал аҙығын әҙерләү өсөн һутлы үләнле болондар, киң сабынлыҡтар булғанға күрә малсылыҡ тармағфы йылдам үҫешә. Малдар тәбиғи көтөүлектәрҙә көтөлә.

Успенский ҡағыҙ фабрикаһы һәм Ертар быяла заводы — райондың иң эре сәнәғәт предприятиелары. Ике предприятие ла 1990 йылда хосусилаштырыла һәм уның яңы хужалары һәм урындағы халыҡ тарафынан ғәмәлдә таланып юҡҡа сыға. Әлеге ваҡытта округта урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары эшләй, ОАО «Туғылым урман-сәнәғәт худалығы» асыҡ акционер йәмғиәте һәм «Юшалы ағас эшкәртеү комбинаты» — округтың иң ҙур предприятиелары.

Ҡалала Сәнәғәт милке федераль институты филиалы урынлашҡан.

Туғылым район тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Гилёво ауылында И. И. Федюнинскийҙың йорт-музейы (Урал дәүләт хәрби-тарихи музей филиалы) бар.

Ҡала округының танылған кешеләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белопухов, Степанович Евстрат — Советтар Союзы Геройы.

Марков, Георгиевич Феоктист — Дан орденының тулы кавалеры.

Метелев, Василий Петрович — Советтар Союзы Геройы.

Пьянков, Михаил Иванович — Дан орденының тулы кавалеры.

Соковнин, Виктор Александрович — урыҫ опера йырсыһы (бас) һәм педагог.

Федюнинский, Иван Иванович — совет хәрби етәксеһе, армия генералы, Советтар Союзы Геройы.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ)Росстат, 2023.
  4. 4,0 4,1 4,2 Список административно-территориальных единиц и населённых пунктов Свердловской области (приказ от 11 января 2016 года N 8-П, Министерство строительства и развития инфраструктуры Свердловской области)
  5. http://www.consultant.ru/cons/cgi/online.cgi?req=doc&base=ESU&n=38592#07662241554798457
  6. О ВЫБОРАХ ОРГАНОВ МЕСТНОГО САМОУПРАВЛЕНИЯ (с изменениями на: 06.12.1995), Постановление Свердловской областной Думы от 06 октября 1995 года №279. docs.cntd.ru. Дата обращения: 7 июнь 2018.
  7. Об установлении границ муниципального образования Тугулымский район и наделении его статусом городского округа
  8. Устав Тугулымского городского округа 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  10. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  11. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
  12. Свердловская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2014 годов
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  15. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  17. Предварительная оценка численности населения Свердловской области по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 28 ғинуар 2016. Архивировано 28 ғинуар 2016 года.
  18. О МЕРАХ ПО РЕАЛИЗАЦИИ ЗАКОНА СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ "ОБ АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОМ УСТРОЙСТВЕ СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ", Закон Свердловской области от 13 апреля 2017 года №35-ОЗ. docs.cntd.ru. Дата обращения: 1 октябрь 2017.
  • Административно-территориальное деление Тюменской области (XVII—XX вв.). — Тюмень, 2003. — 304 с. — ISBN 5-87591-025-9.