Эстәлеккә күсергә

Туҙлыҡыуыш (Балтас районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туҙлыҡыуыш
Нигеҙләү датаһы 1811
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Балтаc районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1986

Туҙлыҡыуыш (рус. Тузулукуш, Тузлу-Кушево) — бөткән ауыл. 1811 йылғы VI ревизияға тиклем барлыҡҡа килгән. Башҡорт АССР-ының Балтас районы Еләҙекүл ауыл Советы составында булған. 1986 йылда ғәмәлдән сығарылған.

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архив документтарында ауылдың исеме Имән Ишмәт Туҙлы (Имен Ишмет Тузла) тип күрһәтелгән. Шулай уҡ «Тузлу Куш тож» тип тә исемләнгән.

Туҙлыҡыуыш һүҙе ике өлөштән тора: туҙлы (туҙ) һәм ҡыуыш башҡорт һүҙҙәренән алынған (Ж. Ғ. Кейекбаев, 1956)[1]

Туҙлыҡыуыш ауылдары Саҡмағош, Бәләбәй райондарында ла бар.

1795 йылғы V ревизияла әлеге ауыл теркәлмәгән, әммә 1811 йылғы VI ревизия барышында ауылда 6 йортта 16 башҡорт, 11 мишәр йәшәгәне теркәлгән[2]. Ә. З. Әсфәндиәров фекеренсә, «ауыл VI ревизия алдынан барлыҡҡа килгән. Мишәрҙәрҙе индергән ваҡыт билдәһеҙ»[3].

1834 йылда ауылда 24 башҡорт һәм 24 мишәр хужалығы күрһәтелгән. 1897 йылғы иҫәп алыу барышында 26 йортта этник сығышы күрһәтелмәгән 131 кеше теркәлгән. Октябрь революцияһынан һуң, 1920 йылда 36 йортта 182 кеше йәшәгән, уларҙың күпселеге — башҡорттар[2].

Ауыл халҡы башлыса игенселек менән шөғөлләнгән. 1834 йылда 360 бот ужым бойҙайы һәм 400 бот ярауай бойҙай сәселгән. Хужалыҡтарҙа эре мал күрһәтелмәгән, йәмгеһе 19 һарыҡ, 8 кәзә теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта бер нисә йорт хужаһы солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән (10 солоҡ, 10 умарта)[2].

1952 йылда Киҙгәнбаш ауыл Советы биләмәһенә ингән Туҙлыҡыуыш ауылы Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумының «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын иҫәп мәғлүмәттәренән алыу» исемле 6-2/396 һанлы Указына ярашлы ғәмәлдә булған ауылдар исемлегенән төшөрөлә[4].

  • Еләҙекүл ауыл Советы үҙәгенә тиклем км,
  • Иҫке Балтас район үҙәгенә тиклем — 18 км,
  • иң яҡын урынлашҡан Көйәҙе тимер юлы станцияһынын 100 км
  1. БАШКОРТ АССР-ының ТОПОНИМДӘР ҺҮҘЛЕГЕ, 146 бит
  2. 2,0 2,1 2,2 Генеалогия и архивы. Тузулукуш(недоступная ссылка)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. [http:// bashkortostan.regnews.org/doc/lr/uk.htm Об исключении из учетных данных некоторых населенных пунктов]