Тыл — фронтҡа (монумент)
Тыл — фронтҡа | |
Нигеҙләү датаһы | 1979 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Магнитогорск |
Архитектор | Яков Борисович Белопольский[d] һәм Кананин, Роман Григорьевич[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Челябинская область/Магнитогорск[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Бейеклеге/буйы | 1500 сантиметр |
Указания, как добраться | парк «У Вечного огня» |
Тыл — фронтҡа Викимилектә |
«Тыл — фронтҡа» һәйкәле — Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлегенә Магнитогорск ҡалаһында ҡуйылған һәйкәл. Авторҙары: скульптор — Лев Николаевич Головницкий, архитектор — Яков Борисович Белопольский . Материал — бронза, гранит. Бейеклеге — 15 метр.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл эшсе һәм яугир фигураһынан торған композицияны тәшкил итә. Эшсе — көнсығышҡа, Магнитогорск металлургия комбинаты яғына, яугир — көнбайышҡа, һуғыш ваҡытында дошман булған яҡҡа ҡараған. Урал ярында ҡойолған ҡылысты һуңянан Сталинградта Ватан-әсә күтәрә һәм ул Еңеүҙән һуң Берлинда төшөрөлә, тип күҙаллана. Композицияға шулай уҡ карел гранитынан эшләнгән сәскә һәм мәңгелек ут инә.
Статистика буйынса һәр өсөнсө снаряд һәм һәр икенсе танк Магнитогорск металынан эшләнгәнлектән, һәйкәлде ошо ҡалала төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Урал йылғаһы ярында 18 метр яһалма уба эшләнә. Уның нигеҙе тимер-бетон свайҙар менән нығытыла. Һындар Ленинград монументаль скульптуралар заводында эшләнә. Монумент 1979 йылдың 28-29 июндә асыла.
«Тыл — фронтҡа» Волгоградта Мамай ҡурғанында ҡуйылған «Ватан-әсә саҡыра!» һәм Берлинда Трептов паркта ҡуйылған «Азат итеүсе яугир» монументтарынан торған триптихтың беренсе өлөшө тип иҫәпләнә.[2][3][4][5]. Магнитогорскиҙағы монумент төҙөлгән ваҡытҡа атап үтелгән ике һәйкәл авторы Евгений Викторович Вучетич вафат булған була.
Монумент кеше бейеклегендәге ике трапеция менән тулылана. Уларҙа барельеф менән Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған Магнитогорск яугирҙарының исемдәре яҙылған. 2005 йылдың 9 майында тағы ла өсмөйөш рәүешендә эшләнгән ике гранит секция асыла. Уларҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусы яҡташтарҙың исемдәре уйып яҙылған (бөтәһе 14 000 ашыу фамилия).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Решение Челябинского областного Совета депутатов трудящихся № 292-м от 05.11.1992
- ↑ Ильин С. Б., Лонгинов А. С., Сульдин А. В. Всенародная академия. — М.: Издательство политической литературы, 1986. — С. 62. — ISBN , 1986 - Всего страниц: 222.
- ↑ Кудзоев О. А. Скульптурная летопись края. — 1989. — С. 101.
- ↑ Слука И. Великая Отечественная война // 100 самых знаменитых монет СССР. — 2015. — С. 17.
- ↑ Монумент скульптура «Родина-мать» в Волгограде
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монумент «Тыл — Фронту» в Магнитогорске на сервисе Яндекс. Панорамы.
- «Старт» солдата-освободителя в Магнитке и «финиш» в Берлине 2008 йыл 27 май архивланған. [уточните ссылку (уже 1728 дней)]