Тягушев Ефим Владимирович
Тягушев Ефим Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 26 ғинуар 1919 |
Тыуған урыны | Кендя[d], Лукоянов өйәҙе[d], Түбәнге Новгород губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 27 ғинуар 1971 (52 йәш) |
Вафат булған урыны | Дальнереченск[d], Приморье крайы, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Приморье крайы |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | советско-финская война[d] һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тягушев Ефим Владимирович (26 ғинуар 1919 йыл — 27 ғинуар 1971 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Көньяҡ фронттың 9-сы армияһы айырым уҡсылар бригадаһының 78-се элемтә батальоны радисы, ҡыҙылармеец, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 йылда 26 ғинуарында Мордовияның Кендя ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мордвин.
7 синыфты тамамлай. «Яңы юл» колхозында ауыл советының һалым агенты булып эшләй. Һуңынан Кендян торф предприятиеһында төрлө эштәрҙә эшләй.
1939 йылда Мордва АССР-ының Ичкаловск хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Полк мәктәбендә радист һөнәре ала. 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышын Одессала ҡаршылай.
1942 йылдың апрель айында ҡыҙылармеец Тягушев Ефим айырым 78-се уҡсылар бригадаһы составында Красный Лиман ҡалаһынан алыҫ булмаған Төньяҡ Донец йылғаһы бөгөлөндә һуғышта ҡатнаша. 20 апрелгә ҡарай төндә уҡсылар ротаһы көнбайыш ярға сыға һәм Долгенькое ауылы эргәһендәге (хәҙерге Украинаның Харьков өлкәһе Изюм районы) 158,6 м бейеклектән дошманды ҡыуып сығара. Десантсылар составында ҡыҙылармеец Тягушев та була. Хәрби заданиеларҙы үтәп, элемтәселәр баҫып алынған блиндажда радиостанция йәйелдерәләр һәм артиллерия утына төҙәтмәләр индерәләр, шулай уҡ дошмандың бер нисә атакаһын кире ҡағалар. 21 апрелдә Тягушев отделениеһы оборона тотҡан бейеклеккә гитлерсылар һөжүм аса, блиндажды ҡамай. Ефим дошманға ҡаршы автоматтан ут аса һәм радио аша совет артиллерияһы утын үҙенә юнәлтә. Бер снаряд блиндажға эләгә. Тягушев контузия ала һәм аңын юғалта. Гитлерсылар уны әсиргә ала.
Тягушев бер нисә концлагерь үтә. Ике тапҡыр уңышһыҙ ҡаса. 1943 йылдың 21 ғинуарында өсөнсө ҡасыуы уңышлы була һәм Ҡыҙыл Армия сафына ҡайта. Артабан ул Тамань ярымутаруындағы һуғышта, Ҡырым, Румыния, Югославия, Болгария, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша.
Ефим Тягушев 1946 йылда демобилизациялана. Һуғыш алдынан ата-әсәһе киткән ергә, Хабаровскиға килә. 1952 йылда Благовещен йылға училищеһын тамамлай. Хабаровск портының 12-се участкаһында Амур йылға пароходсылығында причал начальнигы булып эшләй. 1955 йылдан өлкән ҡабул итеүсе һәм тапшырыусы, Уссури йылғаһындағы Иман пристанендә тейәү-бушатыу мастеры. Приморье крайының Иман ҡалаһында йәшәгән. (1972 йылдан — Дальнереченск).
1971 йылдың 27 ғинуарында Дальнереченск ҡалаһында үҙәк аллеяның ҡала зыяратында ерләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дальнереченск ҡала музейында Геройға арналған ҙур стенд бар. Уҡыусылар эшләп алған аҡсаға Тягушевҡа обелиск ҡуйылған. Шулай уҡ урындағы шағирҙар Тягушевҡа арнап шиғырҙар яҙа, йыл һайын уның хөрмәтенә уҡсылар ярышы үткәрелә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 13 декабрендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Тягушев Ефим Владимировичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә («Алтын йондоҙ» миҙалы № 4916)[2][3]
- Ленин ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Замечательные люди села Кендя 2011 йыл 28 май архивланған..
- ↑ Память народа. Документ о награде. Тягушев Ефим Владимирович, Герой Советского Союза (орден Ленина и медаль «Золотая Звезда») . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 21 декабрь 2015.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 13 декабря 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 25 декабря (№ 46 (205)). — С. 1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тягушев Ефим Владимирович . «Герои страны» сайты.
- Герои Советского Союза — дальневосточники 2016 йыл 4 март архивланған..
- Тягушев Ефим Владимирович.