Түрһәгеҙе ауыл Советы (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түрһәгеҙе ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ауырғазы районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Түрһәгеҙе ауыл Советы — Ауырғазы районы составында булған, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе. Семенкин ауыл биләмәһе менән берләштерелә. Почта индексы — 453493. ОКАТО коды — 80205000000.

Ауыл Советының составы: Шланлы ауылы — административ үҙәк, Абдулла, Алексеевка, Березовка, Шеверле, Юлдаш ауылдары. 1981 йылда[1] 1981 йылдың 14 сентябрендәге 16-2/327-се һанлы «Айырым тораҡ пункттарын Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеш буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлау тураһындағы» Указына ярашлы Канаш ҡасабаһы бөтөрөлә[2].

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1 5). Ауырғазы районы буйынса а) түбәндәге юлдар бар[3]:

"Башҡортостан Республикаһының административ–территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
б) Семенкин һәм Түрһәгәҙе ауыл Советтарын, «Семенкин» атамаһын һаҡлап, берләштерергә, административ үҙәген Семенкин ауылында урынлаштырырға.

Түрһәгеҙе ауыл Советының Шланлы, Абдулла, Алексеевка, Берёзовка, Шеверле, Юлдаш ауылдарын Семенкин ауыл Советы составына индерергә.
Семенкин ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Түрһәгеҙе ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.

2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Михайловка ауыл Советы, Таштамаҡ ауыл Советы, Наумкин ауыл Советы, Семенкин ауыл Советы[4] («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»).

Ауырғазы районы Түрһәгәҙе ауыл Советының Генераль планын «Башагропромпроект» Институты төҙөй.[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]