Эстәлеккә күсергә

Наумкин ауыл Советы (Ауырғазы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Наумкин ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ауырғазы районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Наумкин ауыл Советы — Ауырғазы районы составында булған, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы) Почта индексы — 453494. ОКАТО коды — 80205829000. 1998—99 йылдарҙа ойошторолған. Объединен с сельским поселением Балыҡлыкүл ауыл Советы менән берләштерелә.

Ауыл Советының составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы ауыл Советын рәсми рәүештә таныу буйынса эш 1998 йылда башлана һәм 1999 йылда тамамлана. Башҡортостан Республикаһының 19.03.99 N 224-з (ред. 29.12.2006) «Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Наумкин ауыл Советын ойоштороу тураһындағы Закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу Палатаһы тарафынан 1998 йылдың 7 майында ҡабул ителә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы тарафынан 1999 йылдың 10 мартында раҫлана, 1999 йылдың 19 мартында Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов уға ҡул ҡуя[1].
Уның тексынан өҙөмтә (ред. БР Законының 29.12.2006, N 404-з ):

Статья 1. Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауыл Советын бүлеү юлы менән Наумкин ауыл Советын ойошторорға, административ үҙәкте Наумкин ауылында урынлаштырырға, Наумкин ауыл Советы составына Наумкин һәм Әмзә ауылдарын индерергә.

Статья 2. Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Наумкин ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Статья 3. Был Закон рәсми рәүештә баҫылғандан һуң үҙ көсөнә инә.

10 йыл үткәс, 2008 йылда Наумкин ауыл Советы бөтөрөлә, тораҡ пункттары киренән Балыҡлыкүл ауыл Советына ҡайтарыла.

2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Таштамаҡ ауыл Советы, Балыҡлыкүл ауыл Советы, Мәҫәле ауыл Советы, Семенкин ауыл Советы, [[Түрһәгеҙе ауыл Советы (Ауырғазы районы)|Түрһәгеҙе ауыл Советы[2] («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»).