Урал ҡырлы ҡурайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урал ҡырлы ҡурайы
Урал ҡырлы ҡурайы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pleurospermum uralense Hoffm.


Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр
GRIN  413524

Урал ҡырлы ҡурайы (рус. Реброплодник уральский ,лат. Pleurospermum uralense)— ике йәки күп йыллыҡ бал биреүсе үлән.

Таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ареалы Уралды, Рәсәйҙең Европа өлөшен, Себерҙе үҙ эсенә ала.[1]. Ҡатнаш һәм ылыҫлы урмандарҙа,ҡыуаҡлыҡтар араһында, урман ситтәрендә, тау туғайҙарында, йылға ситтәрендә, һаҙмат ерҙәрҙә, йырындарҙа үҫә.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәҙек кенә бураҙналар һырлаған һабағының бейеклеге 70—120 см, йыуанлығы 1—2 см, эсе ҡыуышлы. Иң осо 10-20 см киңлектәге сатыр менән тамамлана. Ул йыш ҡына 4-7 см киңлектәге бәләкәйерәк сатырҙар менән уратып алынған була.

Япраҡтары һеңерсәләре һәм ситтәре буйлап ҡаты һәм ҡыҫҡа ғына төксәле йәки яланғас та була. Аҫҡы япраҡтары оҙон һаплы. Япраҡ йәймәһе өскөл, 10-25 см оҙонлоҡ һәм киңлектә. Өсәрле һәм ҡыйғас ҡатмарлы япраҡтары оҙонсай йомортҡа фиғылындағы бәләкәйерәк йәймәләргә (4-12 см оҙонлоҡтағы һәм 1-5 см киңлектәге)телгеләнгән һәм ослайып бөтә. Йәймәләренең сите тигеҙһеҙ һәм эре тешле ҡырлас менән ҡаймаланған.Өҫкө япраҡтары вағыраҡ, әҙерәк телгеләнгән, һапһыҙ, нигеҙендә һабаҡты еңсә яһап уралтҡан була. Июнь-июлдә сәскә ата.2—3,5 мм оҙнлоҡтағы таж япраҡсалары аҡ, бер аҙ осло. Каса япраҡтары тупаҡ тешле, ярылы. Сәскәләре гектарына 180 кг тиклем нектар бүлеп сығара. Шулай ҙа, нектарының микдары көн торошона ныҡ бәйле. Көҙгә 6 мм оҙонлоғондағы һәм 4 мм киңлегендәге нәҙек ҡырлы емештәре өлгөрә.

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырыу эсендә 39 төр, шуларҙан бер нисәүһе:

  • Pleurospermum apiolens C.B.CLARKE
  • Pleurospermum austriacum HOFFM. typus — Реброплодник австрийский
  • Pleurospermum brunonis (DC.) BENTH. EX C.B.CLARKE
  • Pleurospermum camtschaticum HOFFM. — Реброплодник камчатский
  • Pleurospermum foetens FRANCH.
  • Pleurospermum franchetianum HEMSL.
  • Pleurospermum hookeri HOOK.F.
  • Pleurospermum prattii H.WOLFF
  • Pleurospermum uralense HOFFM. — Урал ҡырлы ҡурайы (Реброплодник уральский)

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡырлы ҡурайҙар (Род. Репроплодник) ырыуында 39 төр булһа ла, Урал ҡырлы ҡурайы ғына ысын мәғәнәһендә ҡурай булып тора. Сөнки уның кипкән һабағынан ғына башҡорт милли музыкаль инструменты — ҡурай эшләнә.
  • Шуға ла был үҫемлектең, Башҡортостандың символы булып, уның һүрәтенең республика флагы менән гербында урын алыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Башҡорт өсөн Башҡортостан менән ҡурай - бер-береһенән айырылмаҫ изге төшөнсәләр.

Ҡәҙим Аралбаев

Моңо Урал тауын бер урай…
Ҡурай тарта егет. Эй һыҙҙыра!..
Ҡайҙан ғына сыға был тауыш?!
Ярһыу хисе, моңһоу наҙы менән
Йөрәктәрҙе һыға был һағыш…
Хас дошмандар күпме тырышҡандар
Ҡурайсының өнөн тығырға,
Фарман булған тиҙәр шул үләндең
Үҫеүен дә бермә тыйырға.
Әммә мәғрур Урал, шуны тойоп,
Иткән икән үҙе булышлыҡ:
Ҡурай тағы тупраҡ тишеп сыҡҡан,
Күкрәгендә моңға тулышып.
Быуат-быуат әллә күпме афәт
Быуып алғанда ла алҡымдан,
Иҫән ҡалған Иҫәнбай тоҡомло

Шанлы ҡурайсыһы халҡымдың.
Йөҙ йылдарға бәлки берәү тыуыр
Йомабайҙай бөйөк ҡурайсы.
Тағы тыуыр, әгәр еребеҙгә
Булһаҡ имен таңдар ҡурғаусы.
Уны ла бит — ябай башҡорт улын —
Моңло-зарлы халҡы тыуҙырған
Һәм йәлләмәй зирәк күңеленә
Мөлдөрәмә хис-моң һыйҙырған…
Урал ғына тауҙың көн битендә
Үҫә икән ҡырлы бер ҡурай,
Шул ҡурайҙы ҡырҡып уйнаниһәң,
Моңо донъяларҙы бер урай.
Мәңге йәшәр ҠУРАЙ.
Ул — үлемһеҙ:
Ул башҡорттоң йәшәй аңында,
Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,
Ул башҡорттоң йәшәй ҡанында!..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. По данным сайта GRIN (см. карточку растения).