Успение ғибәҙәтханаһы (Владимировка)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Православие ғибәҙәтханаһы
Успение ғибәҙәтханаһы
Ил Рәсәй
Конфессия Православие
Епархия Шахты һәм Миллерово епархияһы 
Төҙөлөшө 18301874 йылдар
Бөгөнгө хәле ябылған

1874

Успение сиркәүе — Ростов өлкәһе Красносулин районы Владимировка станицаһындағы сиркәү. Урыҫ православие Сиркәүенең Мәскәү Патриархаты Сулин благочиниеһына ҡарай.

Адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Красносулин районы, Владимировка станицаһы

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимировка станицаһының Успение сиркәүе Ростов өлкәһенең хәҙерге Красносулин районында Владимировка ауылы барлыҡҡа килгәнгә тиклем, 1830 йылғаса төҙөлгән беренсе православие сиркәүе. Ул башта Новоивановка ауылына, аҙаҡ Владимировка станицаһына ҡараған. Ғибәҙәтхана подполковник ҡатыны Мария Ивановна Бобрикова һәм сиркәүгә йөрөүселәрҙең аҡсаһына төҙөлгән. Ағас бина таш нигеҙгә ултыртылған. Ҡыңғырауҙар манараһы булмағанлыҡтан, улар бағаналарға эленегән. 1874 йылда станицала яңы сиркәү төҙөргә ҡарар ителгәс, иҫке бураһы 1877 йылда Усть-Белокалитвенский станицаһының Сударев утарына һатыла. Яңы ағас сиркәү 1874 йылда казак Степан Шевырев аҡсаһына һалына. Яңы сиркәү шулай уҡ таш нигеҙҙә тора, бер тәхетле була. Сиркәү төҙөү 18500 һумға төшә. Ғибәҙәтхана Мәскәү-Кавказ трактында, Мәскәү һәм Санкт-Петербургты Дон, Кубань һәм Кавказ менән тоташтырыусы юлда торғанлыҡтан, уның йәнәшәһендә сәфәр ҡылыусылар өсөн постоялый двор төҙөгәндәр. Был бинала үҙ ваҡытында Александр Сергеевич Пушкин, Николай I һәм Александр II туҡтаған һәм Успение сиркәүенә инеп йөрөгән. XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Успение сиркәүе мәхәлләһендә Владимировка, Прохоров—Кудринская һәм Кленовск-Осиповка сиркәү-мәхәллә мәктәптәре эшләй. Уны Дон епархияһы һәм урындағы мәхәллә кешеләре үҙ аҡсаһына тота. Граждандар һуғышы йылдарында Владимировка станицаһы халҡы большевиктарға ҡаршы көрәшеү өсөн атлы полк ойоштора. Шуға күрә яңы власть тарафынан ауыл халҡы репрессияларға эләгә. Казактарҙы өс тапҡыр казак чинынан төшөрәләр, күп өлөшөн репрессиялайҙар. XX быуаттың 20-се йылдарында Успение сиркәүе ябыла, ул күпмелер ваҡыт склад итеп ҡулланыла. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында немец оккупацияһында булған ауылда 1942 йылда сиркәү ғибәҙәт ҡылыу өсөн асыла. XX быуаттың 50-се йылдарында ҡабат ябыла һәм бинала мәҙәниәт йорто урынлаша.

Дин әһелдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дьяченко Василий Тихонович (1861—1880).
  • Мартынов Григорий Иванович (1880—1900).
  • Борисов Василий Андреевич (1900—1907).
  • Попов Николай Викторович.

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кудрявцев В. Успенская церковь ст. Владимировской / В. В. Кудрявцев // Криница. — 2002. — 22 авг. (№ 34) — С.4.
  • Кудрявцев В. Успенская церковь ст. Владимировской / В. В. Кудрявцев // Сулинская земля: страницы истории. — Ростов н/Д., 1999. — С.121 — 125.
  • Мякинченко В. Успенская церковь / В. А. Мякинченко // Сулин и сулинцы: слов. — справ. — Красный Сулин, 2002. — С.101.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]