Учитель Алексей Ефимович
Учитель Алексей Ефимович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 август 1951[1][2] (73 йәш) |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[1] |
Атаһы | Ефим Юльевич Учитель[d] |
Балалары | Анна Алексеевна Пересильд[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, кинопродюсер, сценарий яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | Фильм[3] һәм кинорежиссура[d][3] |
Эш урыны |
Творческо-производственное объединение «Рок»[d] С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Уҡыу йорто | С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Учитель Алексей Ефимович Викимилектә |
Учитель Алексей Ефимович (31 август 1951 йыл) — СССР һәм Рәсәй кинорежиссеры, сценарист, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002)[4], «Рок» киностудияһының художество етәксеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Ефимович Учитель1951 йылдың 31 авгусында Ленинградта режиссер-документалист Ефим Учитель ғаиләһендә тыуған.
1975 йылда С. А. Герасимов исемендәге Бөтә рәсәй кинематография институтын (ВГИК) тамамлай. Институттан һуң Ленинград документаль фильмдар студияһында эшләй.
1990 йылда «Рок» киностудияһын ойоштора. «Жизель манияһы» фильмы уйын киноһы режиссеры булараҡ Алексей Учитель өсөн тәүге фильм (дебют) булып тора.
2000 йылда ул «Ҡатынының көндәлеге» фильмы өсөн «Ника» премияһына, «Кинотавр» гран-прийына һәм "Гәлсәр глобусы"на лайыҡ була
2002 йылда Алексей Учителгә Рәсәй халыҡ артисы исеме бирелә[4].
2005 йылғы «Йыһан һиҙемләү кеүек» («Космос как предчувствие») фильмы XXVII Мәскәү халыҡ-ара кинофестиваленең Алтын Изге Георгий төп призына һәм иң яҡшы режиссерлыҡ эше өсөн «Алтын бөркөт» премияһына лайыҡ була.
2010 йылдан — Халыҡ-ара «Кешегә хат» («Послание к Человеку», «Man to Message») документаль, ҡыҫҡа метражлы уйын һәм анимацион киноһы кинофестивале президенты (Санкт-Петербург).
Режиссерҙың «Матильда» (2017) фильмы бик ғауғалы булып сыға.
Алексей Учитель «Ника» Рәсәй кинематография сәнғәте академияһының Президиумы ағзаһы булып тора.
2020 йылда Пушкиндың тормошона һәм ижадына арналған фильм өҫтөндә эш башлай. Проект билдәле американ тәржемәсе Лоуэнфельд Генри Джулиан менән берлектә эшләнә[5].
Йәмәғәт позицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылдың октябрь айында ЮКОС нефть компанияһы юристы Светлана Бахминаны яҡлау хатына ҡул ҡуя[6].
2014 йылдың 11 мартында Рәсәй Федерацияһының Президенты Владимир Путиндың Украинала һәм Ҡырымдағы сәйәсәтенә теләктәшлек белдереп, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре мөрәжәғәтенә ҡул ҡуя.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1977 — Сто тысяч «я»
1978 — Пуск. Портрет одного события
1980 — Сколько лиц у дискотеки?
1982 — Кто за? (Три эпизода на современную тему)
1983 — Тебе доверена земля
1983 — Акция
1983 — Секрет «Лауры» (режиссёр)
1986 — Планета «Наташа»
1988 — Рок (режиссёр)
1988 — Обводный канал
1990 — Ёлы-палы, или Митьки в Европе
1992 — Последний герой (режиссёр, сценарист)
1993 — Баттерфляй[7]
1997 — Элита
2000 — Дневник его жены (режиссёр)
2003 — Прогулка ( режиссёр, продюсер)
2005 — Космос как предчувствие (режиссёр)
2008 — Пленный (режиссёр, продюсер)
2010 — Край
2017 — Матильда (режиссёр, продюсер)
2020 — Цой (режиссёр, продюсе)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — Ефим Юлиевич Учитель (1913—1988), совет операторы, режиссер,СССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты.
- Ҡатыны — Кира Саксаганская (1962 йылғы), рәсми рәүештә уның менән айырылышыу раҫланмаған; продюсер, «Послание к Человеку» халыҡ-ара конкурсы генераль директоры.
- Улы — Илья 1992 йылғы),ВГИК-тың режиссер факультетын тамамлаған.
- Рәсми булмаған ҡатыны — Юлия Пересильд, актриса.
- Ҡыҙы — Анна (2009)[8].
- Ҡыҙы — Мария (2012).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1995 — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[9]
- 2002 — Рәсәйҙең халыҡ артисы[4]
- 2007 — Дуҫлыҡ ордены[10]
- 2011 — «Мастер» премияһы («Алтын өрөк» Ереван кинофестивале)
- 2013 — Почёт Билдәһе ордены.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #143938754 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Alexej Učitěl // ČSFD (чеш.) — 2001.
- ↑ 3,0 3,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Награждён указом президента № 35 от 14 января 2002 года
- ↑ Переводчик Лоуэнфельд и режиссер Учитель планируют снять фильм о Пушкине . Дата обращения: 15 июнь 2020.
- ↑ В защиту Светланы Бахминой. Открытое письмо деятелей культуры президенту России (30 октябрь 2008).
- ↑ Закончились съёмки фильма о Виктюке // КоммерсантЪ/, 26 февраля 1993
- ↑ Юлия Пересильд призналась, что Алексей Учитель — отец её дочерей // cosmo.ru, 9 сентября 2017
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 4 августа 1995 года № 812 «О присвоении почётных званий Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 марта 2007 года № 406 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 31 августа тыуғандар
- 1951 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Почёт ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- Ленин комсомолы премияһы лауреаттары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- «Алтын бөркөт» премияһы лауреаттары
- С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты уҡытыусылары
- «Ника» Рәсәй Кинематография сәнғәте академияһы академиктары
- Рәсәй кинорежиссёрҙары
- СССР кинорежиссёрҙары
- Алфавит буйынса кинорежиссёрҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр