Ушаков Пётр Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ушаков Пётр Алексеевич
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Рәсәй, Стәрлетамаҡ районы
Вафат булған көнө 31 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Ушаков Пётр Алексеевич (1922 йыл — 13 ғинуар 1944 йыл) — гвардия кесе сержанты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Пётр Алексеевич Ушаковҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреү тураһындағы Грамота

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ушаков Петр Алексеевич 1922 йылда Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Николаевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәктәптең 5 класын тамамлай. 1937—1940 йылдарҙа Калинин колхозында эшләгән[1].

1942 йылдың июлендә Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ райвоенкоматы тарафынан Ҡыҙыл армия сафына саҡыртыла һәм фронтҡа ебәрелә.

Дала фронтының 37-се армия 89-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 267-се гвардия уҡсылар полкы миномет расчеты командиры, гвардия кесе сержанты Петр Ушаков 1943 йылдың 29 сентябрендә Кременчуг районы Келеберда ауылы тирәһендә (Украина, Полтава өлкәһе) Днепр йылғаһы аша сыҡҡан саҡта айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә[2].

1944 йылдың 31 ғинуарында алыштарҙың береһендә П. А. Ушаков батырҙарса һәләк була[3]. Украинаның Кировоград өлкәһе Кировоград районы Алексеевка (Коноплянка) ауылында ерләнгән[4][5].

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«1943 йылдың 29 сентябрендә Ушаковтың миномет расчеты беренселәрҙән булып Днепрҙың уң ярына сыға һәм дошман контратакаларын кире ҡағыуҙа ҡатнаша, уҡсылар взводы менән берлектә дошманды алға үткәрмәй. СССР Юғары советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралендәге указына ярашлы командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы өсөн гвардия кесе сержанты Петр Алексеевич Ушаковҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелде»[6].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Николаевка ауылында мәктәп бинаһы алдында Геройҙың бюсты ҡуйылған.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Төньяҡ» микрорайонында (Строймаш ҡасабаһы) 1-се, 2-се тыҡрыҡтарына Советтар Союзы Геройы Ушаков Петр Алексеевичтың исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Герой Советского Союза Ушаков Пётр Алексеевич :: Герои страны. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 март 2013. 6 март 2013 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 49, л. 230, 231).
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  4. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  5. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  6. 6,0 6,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 22, л. 36)
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3219, л. 5).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ушаков Пётр Алексеевич // Герои Советского Союза: краткий биографический словарь в 2 т. Том 2 Любов — Ящук / ред. И. Н. Шкадов.- М.: Воениздат, 1988. — С. 634.
  • Ушаков Пётр Алексеевич // Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза: книга 2 / сост. А. Ерошин, С. Саитов. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1966. — С. 392—396.
  • Ушаков Пётр Алексеевич // Подвиги их — бессмертны: справочник о Героях Советского Союза и полных кавалерах ордена Славы из Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2000. — С. 304.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]