Ушков Геннадий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ушков Геннадий Александрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Языков, Благовар районы
Вафат булған көнө 7 апрель 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (62 йәш)
Һөнәр төрө спортсы, тренер

Ушков Геннадий Александрович (14 ноябрь 1931 йыл — 7 апрель 1994 йыл) — спортсы, тренер. Еңел атлетика буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987) һәм республика категориялы судья (1963). БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1987)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геннадий Александрович Ушков 1931 йылдың 14 ноябрендә БАССР-ҙың Шишмә районы Языков ауылында[1] (Башҡортостандың Благовар районы) тыуған.

1959 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай. Өфөлә спорт менән бәйле төрлө учреждениеларҙа эшләй. Башта Башҡортостан физик культура техникумында уҡыта, артабан, 1961 йылдан алып, Республика йәштәр спорт мәктәбенә күсә. 1964 йылдан — Башҡортостан өлкә советы «Хеҙмәт» ДСО-һында, 1971 йылда — Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы ДЮСШ-нда, 1983 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә эшләй[1]. 1965 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Еңел атлетика федерацияһының тренерҙар советы рәйесе.

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1500 метрға йүгереүҙә, швед еңел атлетика эстафетаһы (1953—1954) буйынса Башҡортостан чемпионы һәм рекордсмены[2]. 1958—1959 йылдарҙа Ленинград йәштәр йыйылма командаһына инә. Республикала 35 йыллыҡ тренерлыҡ эше дауамында (1959—1994) халыҡ-ара класлы спорт мастеры Л. Матвееваны, яҡынса 20 спорт мастерын, донъя, СССР, РСФСР чемпиондарын әҙерләй[2]. 1961—1994 БАССР йыйылма командаһы тренеры. 1971—1994 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы тренеры. Шулай уҡ 1980-сы йылғы Олимпиадала СССР йыйылма командаһы тренерҙарының береһе була[1].

1994 йылдың 7 апрелендә Өфөлә вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Еңел атлетика буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987);

Башҡортостан Республикаһы категориялы судья (1963);

БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1987)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ушков Геннадий Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

УШКОВ ГЕННАДИЙ АЛЕКСАНДРОВИЧ