Фамилия
Фамилия | |
Кем хөрмәтенә аталған | ғаилә һәм Исем |
---|---|
Алыштырған | номер эскимосского диска[d][1][2][3] |
Модель элементы | Crawford[d] һәм Мюллер[d] |
Вики-проект | Проект:Имена[d] |
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | Familienn. |
EntitySchema для класса | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности.. |
Өлөшләтә тура килә | номен[d], household name[d], фамилия в общем смысле[d], первое имя[d] һәм последнее имя[d] |
Фамилия Викимилектә |
Фами́лия (лат. familia — ғаилә, нәҫел, ара) — бер нәҫелдән йә бер ғаиләнән икәнлекте күрһәткән, дөйөм ҡанбаба исеменән алынған атама.
Һүҙҙең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Фамилия» — латин теленән килеп сыҡҡан. Рим империяһында ул башта бер хужаның ҡолдарына ҡарата ҡулланылған. Шунан инде ғаиләнең һәм уның ҡолдарының ҡушаматы булараҡ әйтелгән. Артабан ғаилә башлығы, ғаилә ағзалары, туғандары бер ҡушамат менән йөрөтөлә башлаған.
Ярайһы оҙаҡ ваҡыт Европала һәм Рәсәйҙә ул шул мәғәнәлә ҡулланылған да. XIX быуатта ла хатта крепостной крәҫтиәндәр фамилияны хужаһынан алған.
Бары XIX быуатта ғына «фамилия» һүҙе урыҫ телендә икенсе мәғәнә алған. Бөгөн ул рәсми рәүештә шәхси исемгә ҡушылған нәҫел ҡушаматы булараҡ төп урын тота.
Фамилия өлөштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фамилия башлыса лексик мәғәнәгә эйә булған тамырҙан тора, шулай уҡ алдан һәм арттан ҡушыла торған өлөштәрҙән, суффикстарҙан һәм ялғауҙарҙан тора.
Нигеҙе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фамилияның нигеҙе йыш ҡына шәхси исемдән йәки берәй лексик мәғәнәгә эйә ҡушаматтан яһала.
Приставка һәм ялғауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фамилия приставкиалары һәм ялғауҙары ғәҙәттә төп нөсхәлә «ул» йәки «ҡыҙ» мәғәнәһе бирә, йәки биләмәләренә бәйләп, сифат рәүешендә ҡулланыла. Йыш ҡына милләтте билдәләүсе һүҙ ҙә булып тора. Мәгәр, фамилиялар ваҡыт уҙыу менән ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында өлөшләтә үҙгәрештәр кисереүе лә ихтимал.
Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ фамилиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ телендә һәм башҡа ҡайһы бер славян телдәрҙә, шулай уҡ литва һәм латыш телендә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ фамилиялары телдәрендәге морфологик үҙенсәлектәр арҡаһында үҙ-ара айырыла.
Ҡайһы бер телдәрҙә, мәҫәлән, литва телендә, ирҙәр, ҡыҙҙар һәм кейәүҙәге ҡатындар фамилиялары бер иш йөрөтөлмәй.
Исландияла фамилиялар, ғүмүмән, юҡ. Унда нәҫел «-sson» улы), «-dottir» ҡыҙы тигән ялғауҙар менән күрһәтелә.
Рәсәйҙә фамилиялар барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борон Рустә тик Ждан, Петух, Ненаша рәүешле исемдәр генә булған. Фамилия-ҡушаматтар Новгород ерҙәрендә XIII—XIV быуаттарҙан йәшәп килгән, тик оҙаҡ ваҡыт киң ҡулланышҡа инмәй торған. Мотлаҡ фамилиялар XVI быуатта ғына закон нигеҙендә башта кенәздәр һәм баярҙар өсөн, артабан инде дворяндар һәм атаҡлы сауҙагәрҙәр өсөн индерелгән. Крәҫтиәндәр араһында фамилиялар XVI—XVIII быуаттарҙа ҡулланыла башлаған, әммә крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлгәс кенә ныҡлы көсөнә ингән.
Төрлө халыҡ фамилиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт фамилиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө барлыҡ башҡорт фамилиялары атаһы йә әсәһе яғынан берәй ҡанбабаһы исеменән алынған.Элгәре атай исеме фамилия булып йөрөгән. Мәҫәлән, Юлай улыСалауат. Совет власы осоронда был күренеш яйлап бөтөрөлә, ейәндәр йыш ҡына олатаһы исемен фамилия итеп ала.Артабан ул үҙгәртелмәй быуындан-быуынға күсә килә.
Генезис буйынса башҡорт фамилиялары боронғо төрки, шулай уҡ ғәрәп, фарсы сығышлы исемдәрҙән яһалған. Ҡағиҙә булараҡ, башҡорт фамилиялары ике төрлө яҙылыуы мөмкин - урыҫ телендәге кеүек ялғаулап (Рауил Бикбаев) йәки милли ғәҙәттәгесә ялғауһыҙ, шулай уҡ -и ялғауы менән яһалыуы мөмкин. Мәҫәлән, Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Ризаитдин Фәхретдин. Һуңғы рәүешлеләре күберәк зыялылар араһында осрай.
Татар фамилиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татар фамилиялары ла башҡорт фамилияларына оҡшаш рәүештә яһала. Ялғауһыҙ фамилиялар күберәк яҙыусылар, фән әһелдәре һәм сәнғәт-мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында осрай. Мәҫәлән, Ғабдулла Туҡай, Муса Йәлил
Урыҫ фамилиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ фамилиялары нигеҙҙә сиркәү ҡушҡан исемдәрҙән йәки ҡушаматтарҙан барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, Иван → Иванов сын → Иванов, Медведь → Медведев сын → Медведев. Һирәгерәк — йәшәгән ерҙән, мәҫәлән, Белозёрский (Белое Озеро). Кешенең һөнәре, ҡиәфәте буйынса бирелгән фамилиялар ҙа бар. (мәҫәлән, Кузнецов - кузнец тигәндән), "Кривоносов".
Ҡатындар никахҡа ингәс, ғәҙәттә, иренең фамилияһына күсә. Бынан тыш, дефис аша яҙып, үҙенең фамилияһын да ҡалдыра ала. Балалар атаһының фамилияһын ала, әммә ата-әсә теләге менән әсәһенең фамилияһын алыуы ла рөхсәт ителә.
Төрки халыҡтар фамилиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет илендә йөшөгән төркиҙәр фамилияларын йыш ҡына урыҫса ялғауҙар менән йөрөтәләр ине. Үҙаллылыҡ алғандан һуң улар бындай ялғауҙарҙан баш тарта башланы.
Әйтәйек, Әзербайжанда, фамилияларҙың ялғауҙары бөтөрөлә бара (мәҫәлән, элек Рәүф Искәндеров тип йөрөһә, хәҙер — Рәүф Искәндер).
Айырым осраҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фамилия кешенең тулы исеме өсөн мотлаҡ элемент түгел. Мәҫәлән, Исландияла беҙҙә ҡабул ителгәнсә фамилиялар юҡ. Ғәмәлдә, был атаһының исеме менән бирелгән ҡушамат. Мәҫәлән, Свенссон (Свен + сон «улы»). Бындай система элгәре барлыҡ скандинав телдәрендә ҡулланылған.
Тибеттарҙа, бирма, амхар халыҡтарында фамилия юҡ.
1925 йылдың 27 июлендә Исландияла фамилиялар закон менән тыйылған, был «милли йолаларҙы һаҡлау» маҡсаты менән аңлатыла.
Төркиҙәрҙә лә фамилия урынына атаһының исемен әйткәндәр. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы, ҡаҙаҡ яҙыусыһы Бауржан Момыш-улының фамилияһы булмаған. [1]
Башҡортта ете быуын олатайҙы белеү - шәжәрә - фамилия төшөнсәһен бик ныҡ киңәйткән .
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Испанские имена и фамилии
- Значение фамилии 2019 йыл 18 октябрь архивланған.
- Происхождение фамилий
- Законы Швеции (швед.) 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.
- Как склонять фамилии?
- Особенности склонения фамилий и личных имен
- ЗАКОНОДАТЕЛЬ О ФАМИЛИИ 2017 йыл 18 апрель архивланған.
- Если бы я был Бомбой…(жизнь людей с необычными фамилиями) 2014 йыл 25 июнь архивланған.//РЭСПУБЛIКА — Новости Беларуси | Белорусские новости — № 85 (4263) — Суббота, 12 мая 2007
- 2016 йыл 31 октябрь [https://web.archive.org/web/20161031223209/http://news.tut.by/society/219225.html архивланған. По страницам телефонного справочника]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирские шежере. Уфа. 1960.
- Башкирские шежере. Исследования и публикации. Уфа. 1983.