Эстәлеккә күсергә

Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фанис Исхаков битенән йүнәлтелде)
Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 9 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик
Уҡыу йорто Түбәнге Новгород дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы (9 февраль 1938 йыл) — ғалим-инженер-механик, партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1978 йылдарҙа «Баштрансгаз» производство берекмәһе директоры, 1986—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, БАССР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре. Бокс буйынса СССР спорт мастеры.

Фәнис Ғәйнетдин улы Исхаҡов 1938 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарламан ауылында тыуған. 6 йәшенән үкһеҙ етем ҡалған. 1946-1947 йылдарҙағы аслыҡтың иң ҡоторған сағында ул хатта хәйер һорашып йөрөргә мәжбүр була. Ахырҙа ошо уҡ райондағы Малай ауылындағы Рабиға апаһы Фәнисте үҙҙәренә күсереп ала. Тик унда ла аслыҡ. Ашай торған үләндәр йыйып Өфөгә алып барып һатып, апаһы өйөнә икмәк алып ҡайта. Тик вагондарға билетһыҙ ултырып йөрөү бик хәүефле була.

Фәнис бер көндө Өфөнөң Үҙәк баҙарында милицияға мөрәжәғәт итеп, балалар йортона ебәреүҙе һорай. Милиционер малайҙы Өфөнөң детприемнигына илтеп ҡуя, унан Стәрлетамаҡ детприемнигына күсерәләр.

1948 йылдың июнендә уны бер нисә малай менән Күгәрсен районының Мәҡсүт балалар йортона 170 саҡрым араға йәйәү этап менән оҙаталар. Тик бында йәшәү шарттары саманан тыш ауыр булып сыға. Аслыҡҡа, ҡыйырһытыуҙарға түҙмәй, Фәнис өс үҫмер менән бергә ҡасып китергә мәжбүр була. Тотолғас, ул Сермән балалар йортонан ҡастым тип алдай, сөнки унда шарттар яҡшыраҡ икәнен ишеткән була.

Фәнис 1951 йылда Сермән балалар йортонда IV класты тамамлай. Шунан уны Өфөләге 5-се балалар йортона күсерәләр, 1-се интернат-мәктәпте тамамлап, аттестат ала.

Горький (хәҙер Түбәнге Новгород) инженер-төҙөлөш институтының төҙөлөш факультетына уҡырға инә.

Бокс менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған егет чемпионаттарҙа ҡатнаша башлай, СССР-ҙың спорт мастеры нормативын үтәргә ынтыла. Хыялын тормошҡа ашырғас, Фәнис уҡыуын дауам итергә 1959 йылда Өфө нефть институтына күсә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1963 йылда институтты тамамлағас, өйләнеп, Бохара — Урал газ үткәргесенең ремонт-тергеҙеү хеҙмәте начальнигы булып эшләй башлай.

1966 йылдан Бохара — Урал газ үткәргесенең Талдыҡ район идаралығы начальнигы.

1968 йылдан газ үткәргестең Стәрлетамаҡ район идаралығы начальнигы.

1974 йылда СССР-ҙың Газ сәнәғәте министрлығы етәкселеге уны «Ырымбуртрансгаз» берекмәһенең етештереү-техник бүлегенә начальник итеп тәғәйенләй.

1975 йылдың мартынан «Баштрансгаз» берекмәһе директоры.

1978 йылдың октябрь айынан КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитетының беренсе секретары.

1986 йылдың 1 авгусынан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары.

1988 йылда Мингазпромдың белгестәр төркөмө етәксеһе итеп Афғанстанға ебәрелә.

1989—1992 йылдарҙа Румынияла «Газпром» дәүләт газ концернының техник-коммерция бюроһы менән етәкселек итә.

1992 йылда Тыуған илгә әйләнеп ҡайта. «Баштрансгаз» ойошмаһында генераль директорҙың капитал төҙөлөш буйынса урынбаҫары булып эш башлай.

2002 йылда — 65 йәшендә хаҡлы ялға сыға.

Хеҙмәт ветераны Фәнис Исхаҡовтың ошо магистралдә эшләгән осорон яҙыусы Тимерғәли Килмөхәмәтов «Газ генералы» тигән мәҡәләһендә һүрәтләй[1]

Ҡатыны Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы менән ике бала үҫтерәләр, юғары белем бирәләр. Ейәндәре Сыңғыҙ менән Искәндәр Ханнановтар бәләкәйҙән республика экрандарында, сәхнәләрендә күренә башлайҙар. Олатай менән өләсәй уларҙың һәләтен үҫтереүгә бар көстәрен һалып профессиональ сәнғәт юлынан китергә ярҙам итәләр.

Улар шулай уҡ Альбина Хажим ҡыҙының бер туған апаһы Таңһылыу Күсимованың үкһеҙ етем ҡалған ейәндәре Камила менән Арыҫланды ла ҡарап үҫтерәләр, матур тәрбиә бирәләр, уҡыталар.

80 йәштәре тулһа ла Исхаҡовтар спортты ташламайҙар, ГТО-ның алтын миҙалын алыуға өлгәшәләр[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Исхаков Фанис Гайнетдинович. Управление экономией топливно-энергетических ресурсов в регионе : диссертация … кандидата экономических наук : 08.00.05 / Акад. обществ. наук при ЦК КПСС. Каф. упр. соц.-экон. процессами. — Москва, 1986. — 186 с. : ил.[4]
  1. [1](недоступная ссылка)Т. Килмөхәмәтов. Газ «генералы»(недоступная ссылка)
  2. 80-ЛЕТНИЕ СУПРУГИ ИЗ УФЫ ПОЛУЧИЛИ ЗОЛОТОЙ ЗНАЧОК ГТО [2](недоступная ссылка)
  • Т. Килмөхәмәтов. Газ «генералы» [5](недоступная ссылка)
  • Исхаков, Фанис Гайнетдинович — Управление экономией топливно-энергетических ресурсов в регионе [6]
  • Знатные земляки [7] 2018 йыл 18 сентябрь архивланған.