Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 25 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы
Һөнәр төрө йәмәғәт эшмәкәре

Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы рус. Исхакова Альбина Хажимовна — (1938 йыл 25 ғинуар — Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районында Асҡар ауылы) — әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исхаҡова Альбина Хажим ҡыҙы 1938 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районында Асҡар ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән, күпмелер ваҡыт балалар йортонда тәрбиәләнгән, Өфө ҡалаһындағы 1-се һанлы мәктәпте тамамлаған. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә, спорт гимнастикаһы буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы була[1].

Альбина Хажим ҡыҙы йәмәғәт эшенә хаҡлы ялда әүҙем ҡушылып китә. Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошмаһы эшендә ҡатнаша, Өфөләге «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгендә «Өләсәйҙәр мәктәбе» етәксеһе була.

Тормош юлдашы Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы менән Камилә һәм Арыҫлан исемле балаларҙы аҫрауға алып үҫтерәләр, бының өсөн улар 2008 йылда «Иң яҡшы аҫрау ғаилә» тигән исемгә лайыҡ була һәм махсус премия менән бүләкләнә[2].

72 йәшендә бейеү башҡарып республика «Байыҡ» телевизион конкурсы лауреаты була, 2010—2011 йылдарҙа Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт фестивале призеры була[3] .

«Тамыр» телестудияһының «Тамыр» өләсәйе" тигән абруйлы званиеһы менән бүләкләнгән.

79 йәшендә хәләле Фәнис Ғәйнетдин улы менән ГТО нормаларын үтәп, алтын значоктар яулай[4].

2017 йылда «Урал» галереяһында үҙе етештергән ҡул эштәренән шәхси күргәҙмә үткәрә.

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Альбина Хажим ҡыҙын башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индереүен билдәләп, почет грамотаһы менән бүләкләгән.

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Logo YouTube por Hernando.svg Видео Исхакова Альбина

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]