Фанни Брате

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фанни Брате
швед. Fanny Brate[1]
Зат ҡатын-ҡыҙ[2][1][3]
Рәсем
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған ваҡыттағы исеме швед. Fanny Ingeborg Matilda Ekbom
Тыуған көнө 26 февраль 1861({{padleft:1861|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Хорфёрсамлинген[d], Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция[6][3]
Вафат булған көнө 24 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[4][7][5][…] (79 йәш)
Вафат булған урыны Энгельбрект[d], Стокгольм[d], Стокгольмское обер-губернаторство[d], Швеция[4][7][5][…]
Ерләнгән урыны Северное кладбище[d][8]
Атаһы Юхан Экбум[d][9][6]
Әсәһе Генриетта Александрина Дальгрен[d][6][9]
Хәләл ефете Эрик Брате[d][4][10][11]
Балалары Инга Мунте[d][11]
Һөнәр төрө рәссам
Эшмәкәрлек төрө women's suffrage in Sweden[d][1]
Уҡыу йорто Констфак[d]
Жанр живопись фигуры человека[d][4] һәм жанровая живопись[d][4]
Изображается на Fanny Brate[d]
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли һынлы сәнғәт музейы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Fanny Brate
 Фанни Брате Викимилектә

Ингеборг Матильда Фанни Брайт, ҡыҙ фамилияһы Ekbom, (швед. Fanny Brate; 26 февраль 1862 йыл — 24 апрель 1940 йыл) — швед рәссамы.

Фанни Брайт картиналарын швед рәссаме Карл Ларссон йоғонтоһонда ижад иткән. Уның эштәре ғаилә тормошо идиллияһына бағышланған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фанни Брайттың атаһы — Джон Фредерик Оскар Экбом (Oscar Ekbom Gustaf Fredric Johan).

Ул Карл Шведский, герцог Вестергетландскийҙың писары була.

1880 йылда, 18 йәшендә, Брайтты Короллектең ирекле сәнғәт академияһына ҡабул итәләр.

1887 йылда Парижға танышыу сәфәре ҡыла.

1889 йылда Германия, Дания, Норвегия, Англия, Австрия һәм Италияла булып сыға.

1887 йылда Фанни Эрике Брайтҡа (1857—1924) кейәүгә сыға.

Уларҙың ғаиләһендә дүрт ҡыҙ була: Астрид (1888—1929), Торунь (1891—1993), Рагнхильда (1892—1894), Ингегерд (1899—1952). Кейәүгә сыҡҡас, Фанни Брайт сәнғәтте ҡалдырырға мәжбүр була. Шулай ҙа швед сәнғәт донъяһында башҡа рәссамдарҙы ҡурсалаусы булараҡ ҡатнашыуын дауам итә.

1891 йылда Брайт Svenska Konstnärernas Förening рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы булып китә.

Эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байрам көнөндә, киндерҙән май алыуҙарын, 1902

Рәссам әҫәрҙәрендә пейзаждар, интерьер, натюрморттар һүрәтләй, портреттар ижад итә.

Иң билдәле әҫәре — 1902 йылда яҙылған Namnsdag (Байрам көндәре) картинаһы. Әлеге ваҡытта ул швед Милли һынлы сәнғәт музейында һаҡлана.

Уның күренекле эштәре араһында «Һуҡыр әбей» (1903), «Ирекле минут» һәм башҡа картиналары бар.

Фанни Брайттың картиналары аша уның бик нескә балалар психологы икәнлеге тойомлана.

Картиналарында балалар уйнай, һүрәт төшөрә, һүҙләшеп китә, бер-береһе тураһында ҡайғырта.

Уларҙа француз рәссамы Эжен Карриере портретарындағы яҡынлыҡ тойғоларын, швед рәссаме Карл Ларссондың ғаилә тормошонан сюжеттар табырға мөмкин.

1943 йылда Швецияның милли музейында рәссамдең шәхси күргәҙмәһе асыла. Унда уның 126 эше ҡуйылған.

Фанни Брайт акварель һәм май ҡулланып ижад итә. Швецияның XIX быуат дәүерен, кешеләрен, уларҙың тормошон күрһәткән картиналары илдең бик мөһим мәҙәни мираҫы булып тора[12].

Әлеге ваҡытта рәссамдың картиналары Швеция милли музейында, Гетеборг художество музейында, Төньяҡ илдәр музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Күргәҙмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Müsse el Grinden Internationale Kunstausstellung Munich күргәҙмәһе, Мюнхен, 1892.
  • Стокгольмдә күргәҙмә, 1897.
  • Grosse Kunstausstellung күргәҙмәһе, Берлин, 1900.
  • «Ҡатын-ҡыҙ сәнғәте» швед рәссамдары ассоциацияһы күргәҙмәһендә, 1909.
  • «Улар Парижға китте» күргәҙмәһе— Liljevalchs konsthall сәнғәт галереяһы.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 http://www2.ub.gu.se/kvinndata/portaler/rostratt/pdf/rostrattsfragan.pdf
  2. http://kulturnav.org/9334a55f-7373-47de-a9d7-e99da1a9bb6e — 2016.
  3. 3,0 3,1 Brate f. Ekbom, Fanny Ingeborg Matilda // Sveriges dödbok 1815–2022 (швед.) — 9 — Sveriges Släktforskarförbund, 2023.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Fanny I M Brate (f. Ekbom) (швед.) — 1917.
  5. 5,0 5,1 5,2 18610226 Brate f. Ekbom, Fanny Ingeborg Matilda // (unspecified title)
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Hovförsamlingens kyrkoarkiv, Födelse- och dopböcker, SE/SSA/0007/C I/6 (1861-1886), bildid: 00033265_00006
  7. 7,0 7,1 Engelbrekts kyrkoarkiv, Död- och begravningsböcker, SE/SSA/6003/F I/8 (1938-1941), bildid: 00017532_00099 — Б. 111.
  8. Brate, FANNY I.M.Svenskagravar.se.
  9. 9,0 9,1 Fanny Ingeborg Mathilda, f. 1861 i Stockholm // https://sok.riksarkivet.se/?postid=Folk_117289343 (швед.)Riksarkivet.
  10. Ekbom, Fanny Ingeborg Matilda, f. 1861 i Stockholm // https://sok.riksarkivet.se/?postid=Folk_100234186 (швед.)Riksarkivet.
  11. 11,0 11,1 Fanny Ingeborg Matilda, f. 1861 i Hovförsamlingen Stockholms stad // перепись населения Швеции 1900 года (швед.)Riksarkivet.
  12. National Museum exhibition catalogs No. 93