Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы
Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 20 ноябрь 1932 |
Тыуған урыны | Ирек ауылы, Туҙлыҡыуыш ауыл Советы (Бәләбәй районы), Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 19 март 2016 (83 йәш) |
Һөнәр төрө | зоотехник |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы (рус. Шарифуллин Фан Шамсуллович; 20 ноябрь 1932 йыл — 19 март 2016 йыл) — СССР-ҙың партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. КПСС-тың Краснокама һәм Яңауыл район комитеттарының элекке беренсе секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Яңауыл районының почётлы гражданы (2003).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фән Шәмсулла улы Шәрифуллин 1932 йылдың 20 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Ирек ауылында тыуған.
1956 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Баймаҡ районының МТС-ында баш зоотехник булып эшләүҙән башлай.
1961 йылдан Баймаҡ сиҙәм ер орлоҡсолоҡ совхозында директор булып эшләй. КПСС-тың Баймаҡ район комитетының икенсе секретары итеп һайлана.
1972 йылдан КПСС-тың Краснокама район комитетының беренсе секретары, 1978 йылда Яңауыл партия райкомының беренсе секретары итеп һайланып, был райондарҙың үҫешенә күп көс һала.
1990 Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы, тарихи 12-се саҡырылышына Яңауыл районы, 279-сы Ямаҙы һайлау округы буйынса халыҡ депутаты итеп һайлана. Шул уҡ йылда ул Башҡорт ССР-ының (ул саҡта республика шулай тип атала) Конституция комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә[2]
1990 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аграр һәм аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Президиум ағзаһы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яңауыл районының почетлы гражданины[4],
- ике «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены,
- СССР миҙалдары
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Постановление Верховного Совета Башкирской АССР от 13.10.1990 № ВС-3/5 ОБ ОБРАЗОВАНИИ КОНСТИТУЦИОННОЙ КОМИССИИ БАШКИРСКОЙ ССР
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
- ↑ Шарифуллин Фан Шамсулович 2020 йыл 25 ноябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- 20 ноябрҙә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Бәләбәй районында тыуғандар
- 19 мартта вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Шәхестәр:Баймаҡ районы
- Шәхестәр:Краснокама районы
- Шәхестәр:Яңауыл районы
- КПСС-тың Башҡортостан райком комитетының беренсе секретарҙары