Эстәлеккә күсергә

Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фан Шарифуллин битенән йүнәлтелде)
Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 ноябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Ирек ауылы, Туҙлыҡыуыш ауыл Советы (Бәләбәй районы), Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 март 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (83 йәш)
Һөнәр төрө зоотехник
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шәрифуллин Фән Шәмсулла улы (рус. Шарифуллин Фан Шамсуллович; 20 ноябрь 1932 йыл19 март 2016 йыл) — СССР-ҙың партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. КПСС-тың Краснокама һәм Яңауыл район комитеттарының элекке беренсе секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1]. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Яңауыл районының почётлы гражданы (2003).

Фән Шәмсулла улы Шәрифуллин 1932 йылдың 20 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Ирек ауылында тыуған.

1956 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Баймаҡ районының МТС-ында баш зоотехник булып эшләүҙән башлай.

1961 йылдан Баймаҡ сиҙәм ер орлоҡсолоҡ совхозында директор булып эшләй. КПСС-тың Баймаҡ район комитетының икенсе секретары итеп һайлана.

1972 йылдан КПСС-тың Краснокама район комитетының беренсе секретары, 1978 йылда Яңауыл партия райкомының беренсе секретары итеп һайланып, был райондарҙың үҫешенә күп көс һала.

1990 Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы, тарихи 12-се саҡырылышына Яңауыл районы, 279-сы Ямаҙы һайлау округы буйынса халыҡ депутаты итеп һайлана. Шул уҡ йылда ул Башҡорт ССР-ының (ул саҡта республика шулай тип атала) Конституция комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә[2]

1990 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аграр һәм аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Президиум ағзаһы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Яңауыл районының почетлы гражданины[4],
  • ике «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены,
  • СССР миҙалдары

Ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  1. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Постановление Верховного Совета Башкирской АССР от 13.10.1990 № ВС-3/5 ОБ ОБРАЗОВАНИИ КОНСТИТУЦИОННОЙ КОМИССИИ БАШКИРСКОЙ ССР
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
  4. Шарифуллин Фан Шамсулович 2020 йыл 25 ноябрь архивланған.
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5