Эстәлеккә күсергә

Фәтих Әмирхан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фатих Зариф улы Әмирхан битенән йүнәлтелде)
Фәтих Әмирхан
татар. Фатыйх Әмирхан
татар. فاتح اميرخان
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 ғинуар 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ҡазан, Казанский уезд[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 9 март 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (40 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, публицист
Эш урыны Q13202912?
Ялт-Юлт[d]
Qoyaş[d]
Анг (журнал)[d]
Кызыл Армия[d]
Q20596381?
Татарстан[d]
Казан утлары[d]
Ҡазан театр училищеһы[d]
Уҡыу йорто Мөхәмәҙиә
Сәләмәтлек торошо туберкулёз
 Фәтих Әмирхан Викимилектә

Фәтих Әмирхан, Әмирханов Мөхәммәтфәтих Зариф улы (татар. Фатыйх Әмирхан, 1 ғинуар 1886 йыл — 9 март 1926 йыл) — татар яҙыусыһы һәм публицисы.

Әмирханов Мөхәммәтфәтих Зариф улы (Фәтих Әмирхан) 1886 йылдың 1 ғинуарында Ҡазан ҡалаһында, Яңы-Татар биҫтәһенең «Иҫке-Таш мәсете» имамы ғаиләһендә тыуған. Шул ваҡытта иң популяр булған «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡый.

1905—1907 йылдарҙа «Йәштәрҙе тәрбиәләү» журналының секретары булып эшләй. 1907 йылда Ҡазанда «Әл-Ислами» гәзите ойоштора.

1909 йылда эсперанто теленән татар теленә дәреслек тәржемә итә.

1912 йылдан алып 1917 йылға тиклем «Ҡояш» исемле милли гәзит менән етәкселек итә, «Аң» әҙәби-нәфис һәм «Ялт-йолт» юмористик журналдарында яҙыша. Шағир Ғабдулла Туҡай менән дуҫлаша.

Фәтих Әмирхандың Ғабдулла Туҡайға бүләккә бирелгән яҙыуы менән татар телендә Эсперанто дәреслегенең тышлығы

Фәтих Әмирхандың тормошо әхлаҡи эҙләнеүҙәр, шиктәр, борсолоуҙар менән тулы. Рәсәйҙә революцион үҙгәртеп ҡороуҙарға яҙыусы ҙур өмөт итә. Татарҙарҙың мәҙәни яңырыуҙарында Әмирхан инанған көнбайышсы тип иҫәпләнә.

Әмирхан Февраль революцияһын ҡыуанып ҡаршы ала. 1920 йылда Татар АССР-ының ойошторолоуын сәләмләй.

Һуңғы көнгәсә тиклем публицист суд рәйесе урынбаҫары булып эшләгән ағаһының ғаиләһендә, Оло Ҡыҙыл һәм Жуковский урамдары киҫелешендәге йортта (Жуковский урамы, 12/46 һанлы йорт) йәшәй.

1914-1918 йылдарҙағы Беренсе донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышынан ҡалған тетрәнеүҙәр, Волга буйындағы аслыҡ, ҡаты ауырыуы (ике аяғын да көҙән һуға), Әмирханды мистицизмға килтерә һәм вафатына тиклем дауам итә. Яҙыусы 1926 йылдың 9 мартында вафат була һәм мосолман зыяратында, олатаһы, атаһы, ағалары ҡәбере эргәһендә ерләнә.

Фәтих Әмирхан хөрмәтенә Ҡазан ҡалаһының Яңы Савин районында урынлашҡан ҡала проспекты атала.

  • Аги Ф. Амирхан // Литературная энциклопедия: В 11 т. Т. 1. — М.: Изд-во Ком. акад., 1930. — Стб. 112.
  1. 1,0 1,1 1,2 Амирхан Фатих Зарифович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.