Эстәлеккә күсергә

Фәттәхов Рафаэль Вәлиәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рафаэль Вәлиәхмәт улы Фәттәхов
Тыуған көнө

6 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (75 йәш)

Тыуған урыны

Татар АССР-ы Сәрмәсән районы Юғары Кәминкә ауылы

Ғилми даирәһе

Экономика
Математика

Эшләгән урыны

Финуниверситет институтының директоры

Ниндәй өлкәлә танылған

Инвестициялар һәм дөйөм экономика процестарын экономика-математика моделләштереү өлкәһендә белгес

Фәттәхов Рафаэль Вәлиәхмәт улы (6 ғинуар 1949 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, математик. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты Төбәк тикшереүҙәр һәм арауыҡ үҫеше мәсьәләләре институты директоры. Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы.

Рафаэль Вәлиахмәт улы Фәттәхов 1949 йылдың 6 ғинуарында Татар АССР-ы Сәрмәсән районы Юғары Кәминкә ауылында тыуа.

1970 йылда «Сәнәғәт планлаштырыу» һөнәре буйынса Ҡазанда Финанс-иҡтисад институтын тамамлай.

1979 йылда СССР Фәндәр академияһының Үҙәк иҡтисад-математика институтында «Иҡтисад-математика алымдары» һөнәре буйынса иҡтисад фәндәре кандидаты була.

1992 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Үҙәк иҡтисад-математика институтында «Иҡтисад-математика алымдары» һөнәре буйынса «иҡтисад фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, темаһы «Ҙур масштаблы проек моделдәре, билдәләү ысулдары һәм уларҙы тормошҡа ашырыу сценарийҙары».

1970 йылдан алып 1973 йылдарға тиклем Ҡазан финанс-иҡтисад институтында кесе ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Артабан 1976 йылға тиклем СССР фәндәр академияһында аспирантурала уҡый.

1976 йылдан алып 1988 йылға тиклем Ҡазан финанс-иҡтисад институтында, 1982 йылдан алып РСФСР Минхлебпродукт квалификацияны арттырыу институтында ассистент һәм өлкән уҡытыусы булып эшләй. Киләһе туғыҙ йыл Рәсәй фәндәр академияһының Үҙәк иҡтисад-математика институтында докторант, өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм лаборатория етәксеһе булып эшләй.

1997 йылдан алып 2004 йылға тиклем Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең социаль-иҡтисад тикшеренеүҙәр институтында (РФА ӨҒҮ СИТИ) директор була.

2002 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетының «Төбәк иҡтисады» кафедраһы профессоры.

2004 йылдан алып 2007 йылға тиклем Рәсәй фәндәре академияһы менән РФ иҡтисад үҫеше министрлығының «Производство көстәрен өйрәнеү буйынса советы» рәйесенең урынбаҫары. Артабан бер йыл Инвестиция үҫеше һәм ҡала төҙөү Рәсәй дәүләт институтында ғилми директор вазифаһын башҡара.

Рафаэль Фәттәхов 2009–2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының төбәк үҫеше министрлығы Терроториаль планлаштырыу һәм территорияларҙы стратегик үҫеше департаменты директорының урынбаҫары була.

2010 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетында төбәк тикшереүҙәр һәм арауыҡ үҫеше мәсьәләләре институтында директор.

Профессиональ тәжрибәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рафаэль Фәттәхов – ғилми етәксе һәм 150-нән артыҡ ғилми тикшеренеүҙәр һәм тәҡтимдәр авторы. Ҡайһы бер эштәр дәүләр органдарына ла ебәрела, шулар араһында:

  • 2005 йылға тиклем Башҡортостан республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең концепцияһы;
  • 2006 йылға тиклем Башҡортостан республикаһының яғыулыҡ-энергетика комплексының төп тармаҡтарының үҫеше программаһы;
  • 2020 йылға тиклем Башҡортостан республикаһының энергетика стратегияһы;
  • 2003–2005 йылдарҙа «Башҡортостан республикаһында энергияны һаҡлау» комплекс программаһы һ.б.;
  • 2003–2006 йылдарҙа Башҡортостан республикаһының алдан билдәләнгән консолидацион бюджеты һәм шуның нигеҙендә 2003–2006 йылдарҙа Башҡортостан республикаһының алдан билдәләнгән консолидацион бюджетына эксперт һөҙөмтәһе;
  • 2010 йылға тиклем Чечен республикаһының производство көстәрен үҫтереү һәм урынлашыу схемаһы;
  • Чечен республикаһының бюджет планлаштырыу һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәре менән идара итеү моделдәрен етештереү;
  • Алабуға ҡалаһының бюджет планлаштырыу һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәре менән идара итеү моделдәрен етештереү;
  • 2012 йылда Владивостокта ихтимал АТЭС саммитын үткәреүҙе иҫәптә тотоп, Көньяҡ Приморье һәм Владивосток ҡалаһының яр буйы зонаһын комплекслы үҫтереү һәм етәкләү концепцияһын төҙөү.

1997 йылдан алып 2003 йылға тиклем Рәсәй фәндәр академияһының мөһим ҡаҙаныштары араһында Рафаэль Фәттәхов етәкләгән Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең социаль-иҡтисад тикшеренеүҙәр институтының алты эше билдәләнеп үтә. Бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү һәм бюджет планлаштырыуының иҡтисад-математик моделен индереү һәм фундаменталь тикшеренеүҙәр комплексы өсөн РФА ӨҒҮ СИТИ йәш ғалимдар төркөмөнә Фән һәм техника өлкәһендә БР дәүләт йәштәр премияһы бирелә. Уларҙың етәксеһе Р.В. Фәттәхов була.

Рафаэль Фәттәхов – ҡайһы бер Рәсәй компанияларының инвестиция проектары буйынса белгес. Инвестицион проектарҙың финанс, экология һәм иҡтисади эффективлығын баһалау буйынса Бөтә донъя банкы һәм ЮНИДО сертификаттарына лайыҡ була. Атом энергетикаһы, машина төҙөү, агро-сәнәғәт комплексы, транспорт инфраструктураһы, күсемһеҙ милек һәм башҡа өлкәләрҙәге предприятиеларҙы реформалаштырыу һәм финанс шәбәйеүе кеүек ҡырҡтан ашыу проектар етәксеһе һәм эшләп сығарыусыһы. Шулар араһында:

  • Калинин Атом электр станцияһының өсөнсө энергоблокын төҙөп бөтөү проекты (Росэнергоатом, «Сименс», «Евроатом»);
  • «Башҡорт АЭС-н төҙөү һәм эксплуатацияға индереү эффективлығын баһалау» (Росэнергоатом, Башҡортостан республикаһы хөкүмәте);
  • Лузино комбикорма заводын техник ҡоролландырыу проекты («Лузинский комбикормовой завод» Омск өлкәһе, Амандус Каль фирмаһы, Гамбург);
  • «Башҡортостан республикаһында Ағиҙел йылғаһында Йомағужа һыуһаҡлағысын һәм ГЭС-ын төҙөүөнөң финанс һәм иҡтисади эффективлығын баһалау» (ЮНИДО, Башҡортостан республикаһы хөкүмәте һ.б.);
  • «Калининград порт нефтебазаһы» дәүләт преприятиеһын «Калининград диңгеҙ балыҡлы порты» дәүләт предприятиеһына ҡушыу («Калининград порт нефтебазаһы», РФА иҡтисад институты);
  • «КамАЗ социаль сфераһын реформалаштырыу һәм үҫтереү иҡтисади эффективлығын баһалау» (ЯАО «КАМАЗЖИЛБЫТ»);
  • «Арктика» күп маҡсатлы космос системаһын төҙөүөн, ҡулланыуын һәм үҫтереүен техник-иҡтисади баһалау (ФТҮ, Роскосмос).

Кадрҙар әҙерләүҙә ҡатнашыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997-2001 – РФА ӨҒҮ СИТИ диссертациялы советы рәйесе.

2001-2007 – 08.00.13 – математика һәм инструменталь экономика ысулдары һөнәре буйынса РФА ӨҒҮ СИТИ төбәк докторлыҡ диссертацияһы советы секцияһының рәйесе.

2007 йылдан алып:

  • РФА иҡтисад экономикаһы докторлыҡ диссертацияһы советы ағзаһы;
  • Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетында докторлыҡ диссертацияһы советы ағзаһы.

1997 йылдан алып – РФА Үҙәк иҡтисад-математика институтының баш хеҙмәткәре.

1994-2004 – Өфө дәүләт авиация техник университетының (ӨДАТУ) «Төбәк иҡтисады» кафедраһы етәксеһе.

2004 йылдан алып:

  • ӨДАТУ-ла «Иҫәпләп сығарыу математикаһы һәм кибернетика» кафедраһы профессоры;
  • Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетында «Макроиҡтисадты көйләү» кафедраһы профессоры.

РФА йәмғиәт фәндәре һәм РФА Алыҫ көнсығыш бүлексәләренең «Арауыҡ иҡтисады» журналының редакцион коллегияһы аҡзаһы. Рәсәй гуманитар ғилми фонды эксперты.

Хеҙмәттәре исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисад-математика ысулдары, төбәк иҡтисад мәсьәләләре, финанс анализ һәм инвестиция проектарын бағалау буйынса 90-дан артыҡ эштәрҙең баш мөхәррире, авторы һәм авторҙашы була. Шулар араһында:[1]

  • Ҙур масштаблы инвестиция проектары: моделләштереү һәм иҡтисади баһалау (Мәскәү, «Наука», 2003. - 264 б.)
  • Рәсәй төбәктәренең иҡтисади энциклопедияһы. Башҡортостан республикаһы (Мәскәү, «Экономика», 2004. – 639 б.)
  • Мәғлүмәт яғынан идаралыҡ һәм контролде башҡарыу (Мәскәү, «Машиностроение», 2008. – 280 б.)
  • Милли иҡтисад (Мәскәү, «ИНФРА-М», 2011. – 832 б.)
  • Иҡтисади аралыҡ: теория һәм ысын-барлыҡ (Мәскәү, «Экономика», 2011. – 374 б.)