Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте
Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте | |
---|---|
Федераль именлек хеҙмәте эмблемаһы | |
Федераль именлек хеҙмәте флагы | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Бойһоноусылар | Рәсәй Президенты |
Юғары идара | Рәсәй Президенты |
Штаб-квартира | Мәскәү, Лубянка майҙаны, 2 |
Директор | Александр Васильевич Бортников |
Сайт | |
www.fsb.ru |
Рәсәй Федерацияһының Федераль именлек хеҙмәте (рус. Федеральная служба безопасности Российской Федерации)
Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлеге ғәмәлдәге дәүләт (конституцион) ҡоролошҡа ҡаршы енәйәттәргә юл ҡуймауға һәм эшләнгәндәрен асыуға, дәүләттең тышҡы һәм эске именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Дәүләт именлеге органдары эшмәкәрлегенең норматив-хоҡуҡи базаһын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, Рәсәй Федерацияһының «Федераль именлек хеҙмәте тураһында»ғы Законы (1995) тәшкил итә.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт именлеге органдарының төп бурыстары:
- Рәсәй Федерацияһының директив органдарын дәүләт именлегенә янаған хәүефтәр тураһында иҫкәртеү;
- сит илдәрҙең махсус хеҙмәттәре һәм ойошмаларының, айырым кешеләренең разведкалау һәм башҡа төр эшмәкәрлеген асыҡлау, иҫкәртеү һәм булдырмау;
- терроризм һәм диверсия эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш алып барыу;
- дәүләт власы органдары менән берлектә ойошҡан енәйәтселеккә, коррупцияға, контрабандаға, енәйәтсел килемдәрҙе легалләштереүгә, халыҡ миграцияһына ҡағылышлы закон боҙоуҙарға, ҡорал, һуғыш припастары, наркотик һәм психотроп матдәләр, мәғлүмәтте йәшерен юл менән алыу өсөн ҡулланыла торған техник саралар әйләнешенә ҡаршы көрәшеү;
- көс ҡулланып, конституцион ҡоролошто үҙгәртеү, власты баҫып алыу йә ҡулда тотоу маҡсатын ҡуйған ҡораллы фетнәләрҙе ойоштороуға ҡаршы тороу;
- үҙ вәкәләттәре сиктәрендә дәүләт серенә индерелгән мәғлүмәттәрҙе һаҡлау;
- Рәсәй Федерацияһы именлеге, уның иҡтисады, фәнни техник һәм оборона потенциалын күтәреү мәнфәғәттәрендә үткәрелеүсе сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа дәүләт власы органдарына булышлыҡ итеү һ.б.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы (рус. Управление ФСБ России по Республике Башкортостан) — Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең территориаль органы. Дәүләт именлеге органдары дәүләттең хоҡуҡ һаҡлау системаһының өлөшө булып тора.
2011 йылдан алып Федераль именлек хеҙмәте һәм башҡа федераль органдарҙың территориаль идаралыҡтары вәкилдәре Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы Коллегияһы составына индерелә ала. Был турала закон проектын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 2011 йылда Бюджет, һалым, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында хуплап сыҡты.
Башҡортостан дәүләт именлеге органдарының тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда тарихтары 1918 йылдың 17 мартынан башлана: был көндә ВЧК (Всероссийская Чрезвычайная комиссия) составында Өфө губернаһының Ғәҙәттән тыш комиссияһы (Уфимская губЧК) ойошторолған.
Уның рәйесе итеп Петр Зенцов тәғәйенләнә.
1919 йылда Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлгәс, ул саҡтағы Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә БашЧК эшләй башлай.
Уның етәксеһе Әхмәҙулла Биишев була.
Был ваҡытта башлап ВЧК органдарының функциялары һиҙелерлек киңәйтелә: улар разведка, сәйәси эҙләнеү, шпиондар һәм советтарға ҡаршы подполье менән әүҙем көрәш ойоштора.
1922 йылдың 6 февралендә ВЧК органдары РСФСР Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты эргәһендәге Дәүләт сәйәси идаралығы (Государственное политическое управление при НКВД РСФСР) итеп үҙгәртелә.
Шул уҡ йылда, Өфө губернаһы БАССР составына ингәс, ике именлек органы бергә ҡушыла һәм БашГПУ-ға әйләнә. 1923 йылдың 2 ноябрендә ГПУ органдары СССР Халыҡ Комиссариаты ҡарамағындағы Берләштерелгән Дәүләт Сәйәси Идаралығы (Объединенное Государственное Политическое Управление (ОГПУ) при СНК СССР) итеп үҙгәртелә.
1934 йылдың 1 июлендә ОГПУ-ның исеме Главное управление госбезопасности (ГУГБ) при НКВД СССР булып китә.
Быға бәйле республиканың именлек органдары атамаһы ла алмашынып тора. Был йылдарҙа республика именлек органдарын етәкләүселәр:
Өфө Губерна Ғәҙәттән тыш комиссияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- П. И. Зенцов (04-07.1918),
- А. П. Павлуновский (12.1918-04.1919),
- Н. А. Долгирев (06-07.1919),
- С. Т. Галкин (07.1920-07.1922),
- А. Е. Белогуров (07.1922-1923).
Башҡортостан өлкә Ғәҙәттән тыш комиссияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. А. Биишев (03-06.1919),
- С. Ш. Мурзабулатов (06.1919-01.1920),
- Ф. Н. Тухватуллин (03-05.1920),
- С. С. Лобов (06-12.1920),
- И. Д. Каширин (12.1920-04.1921),
- П. В. Гузаков (04-10.1921),
- Н. Л. Волленберг (12.1921-04.1923),
- А. С. Ермолаев (05.1923-12.1926),
- В. И. Музыкант (12.1926-02.1928),
- Н. А. Извеков (02.1928-04.1929),
- Н. П. Зеликман (04.1929-1930),
- М. С. Погребинский (1930—1934).
БАССР эске эштәр (дәүләт именлеге) халыҡ комиссарҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Н. П. Зеликман (1934—1937),
- С. А. Бак (04-09.1937),
- А. А. Медведев (09.1937-1938),
- А. Г. Соколов (1939—1945),
- Д. Р. Быков (06.1945-1946).
БАССР дәүләт именлеге министрҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Д. В. Ҡасимов (1946—1953),
- К. Ф. Фирсанов (1953—1954).
БАССР Дәүләт именлеге комитеты (КГБ-һы) рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- П. П. Матвиевский (1954 йылдан алып),
- В. Г. Соколов (1956 йылдан алып),
- Я. П. Никулькин (1961 йылдан алып),
- Г. А. Нагорный (1962 йылдан алып),
- А. П. Рогозин (1967 йылдан алып),
- А. Н. Лебедев (1969 йылдың декабренән алып),
- И. А. Маркелов (1970 йылдан алып),
- Л. Н. Чириков (1974 йылдың июненән алып),
- В. Г. Мищенко (1979 йылдың декабренән алып),
- В. А. Поделякин (1987—1991 йылдар).
Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальниктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. П. Наумов (1991 йылдың июненән алып)
- В. В. Евтушенко (1997 йылдың алып)
- И. В. Черноков (2002 йылдың мартынан алып)
- В. Н. Палагин (2008 йылдын алып)
- Гайденко Олег Николаевич (2013 йылдың октябрь айынан)
- Серышев Юрий Валентинович (2018 йылдың майынан)[1]
Адресы һәм бәйләнеш телефондары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Крупская урамы, 19
- Телефон: 8(3472) 72-99-44 (дежур хеҙмәте)
- Ышаныс телефоны: 8 (3472) 73-73-72
- Электрон почта (e-mail: ufsb@fsb.ru.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «От губЧК до ФСБ».Сборник очерков.-Уфа: Китап,2003.-280 с.
- http://tv-rb.ru/bash/novosti/va-i-alar/federal-imenlek-khe-m-te-idaraly-ynda-k-nekm-l-r-t/ 2017 йыл 3 ғинуар архивланған.
- http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/5061-d-l-t-imenlege-organdary(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 17 май (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 май 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2019)
- Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы
- "Биатлон"да Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең саңғы буйынса чемпионаты старт алды
- Федераль именлек хеҙмәте вәкиле Башҡортостан Контроль-иҫәп палатаһы составына инде
- Генералы ФСБ: фамилии, должности. Руководство Федеральной службы безопасности Российской Федерации