Феофан Критский
Феофан Критский | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Византия империяһы |
Тыуған көнө | 1490 |
Тыуған урыны | Ираклион |
Вафат булған көнө | 1559[1] |
Вафат булған урыны | Ираклион |
Һөнәр төрө | рәссам, иконописец |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1548[2] |
Жанр | иконопись[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Theophanes the Cretan |
Феофан Критский Викимилектә |
Феофан Стрелидзас, Феофан Критский булараҡ билдәле (грек. Θεοφάνης Στρελίτζας, Θεοφάνης ο Κρης; яҡынса 1500—1559) — крит мәктәбенең православие динендәге икона рәссамы
Яҡынса 1500 йылда Крит утрауында тыуған, унда икона биҙәүгә өйрәнгән. Өйләнгән һәм ике балаһы булыуына ҡарамаҫтан, дини ҡараштары Феофанды монахлыҡҡа килтерә, балалары шулай уҡ аталарының эшен дауам итә. Монахлыҡты ҡабул итеүенең сәбәбен ҡатынының үлеме менән бәйләйҙәр[3]. Феофан 1559 йылда Ираклионда вафат була.
Феофандың бөтә биҙәлгән стена сәнғәте әҫәрҙәре Греция ҡитғаһында һаҡлана. 1527 йылда ул Метеорҙарҙа Изге Николай Анапавсас монастырының кафоликонына (төп дөйөм ғибәҙәтханаһына) биҙәктәр һала. Бынан һуң уның карьераһының юғары баҫҡысы башлана һәм 1548 йылға тиклем дауам итә. Метеорҙарҙан һуң ул Изге Афон тауына бара һәм унда Бөйөк Лавра һәм Ставроникит монастыры соборҙарын биҙәкләй. Феофан эштәрендә көнбайыш сәнғәтенең йоғонтоһон билдәләйҙәр (византия сәнғәтенә хас булмаған биҙәкләү, фигураларҙы арҡа яғынан төшөрөү)[4].
Феофандың ике эше Эрмитажда һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Tsougarakis D. Theophanes the Cretan // Theophanes the Cretan (ингл.) // Grove Art Online / J. Turner — [Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 2017. — doi:10.1093/GAO/9781884446054.ARTICLE.T084472
- ↑ RKDartists (нидерл.)
- ↑ The Macedonian School 2012 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ Лука (Головков). Лекции по церковному искусству