Эстәлеккә күсергә

Ираклион

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ираклион
грек. Ηράκλειο
грек. Iràklio
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Ηράκλειο
Кем хөрмәтенә аталған Дактили[d]
Этнохороним candioti
Дәүләт  Греция[1]
Административ үҙәге Критский эмират[d], Крит[d], Ираклион[d], Ираклион[d], Ираклион[d] һәм Крит[d]
Административ-территориаль берәмек Ираклион[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Крит[d]
Хөкүмәт башлығы Василиос-Еорьос Ламбринос[d][2]
Халыҡ һаны 145 440 кеше (2021),
135 761 кеше (2001),
121 872 кеше (1991),
140 730 кеше (2011)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 33 метр
Туғандаш ҡала Констанца, Одесса, Перник[d], Толедо[d] һәм Түбәнге Новгород
Алыштырған Heracleium[d]
Башланыу датаһы 824[3]
Диапазон IPv4 147.52.0.0/16[4]
Майҙан 109,03 км²
Почта индексы 71000–71999
Рәсми сайт heraklion.gr
Изге ҡурсалаусы Мина Котуанский[d]
Портал открытых данных Heraklion Open Data[d]
Урындағы телефон коды 2810
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Heraklion (town)[d]
Карта
 Ираклион Викимилектә

Ираклион[5][6] (Гераклион) (грек. Ηράκλειον) — Грецияла, Крит утрауындағы ҡала. Крит периферияһының һәм Ираклион общинаһының (дим) административ үҙәге. Ҡаланың башҡа тарихи исемдәре: Хандак, Мегало-Кастро, Кандия[7], Хандакас, Гераклея. Батыр Геракл хөрмәтенә аталған.

Ҡала ҙур булмаған элекке гавань урынында, Крит диңгеҙе яры буйында порт булып иҫәпләнгән урында, Кносс ҡалаһынан алыҫ түгел — миной цивилизацияһы үҙәгендә төҙөлгән: Страбон үҙенең «Географияһында » (I быуат) Ираклионды (Ηράκλειον, йәғни Геракл ҡалаһын) Кносстың диңгеҙ порты булараҡ (Страб., 10.4.7) телгә ала, әммә легендар батша Минос порт булараҡ Амнис (Αμνισῷ ) ҡаласығын ҡуллана тип өҫтәп ҡуя. Археологик табылдыҡтар Страбондың Ираклионы хәҙерге ҡаланың элгәр булыуын ышаныслы раҫламай.

Һуңыраҡ ғәрәптәр., Крит утрауҙарын 824 йылда баҫып алғас, был урынды нығытылған Хандак фортына әйләндерә, уны 140 йыл дауамында тотоп тора. Ҡаланы һаҡлау өсөн ғәрәптәр ҡеүәтле диуарҙар төҙөй һәм уларҙы тәрән йырын менән уратып ала (һәм шунан ҡалған исем, ғәрәпсә артмаһа «йырын»).

961 йылда ҡаланы Византия полководецы Никифор Фока һигеҙ айлыҡ көсөргәнешле ҡамауҙан һуң яулап ала. Хандак талана һәм емерелә; 300 караптарҙа уның байлығын Византияға сығаралар. Аҙаҡ ҡаланы Ҙур Ҡәлғә тигәнде аңлатҡан Мегало-Кастро исеме аҫтында тергеҙәләр.

Яҡынса 250 йыл үткәс тәре йөрөтөүселәр яны Византияны ҡыйрата, һәм Критты 1204 йылда венециялыларға һата. Фетнәләр ваҡытында ҡала диңгеҙ юлбаҫарҙары ҡулына эләгә, әммә 1211 йылда Венеция республикаһы үҙенең бында хакимлығын ҡуя. Венеция хакимлығы дауамында ҡала Кандия (Candia) исемен ала, исем бөтә утрауға нығына. Ошо дәүерҙә ҡала ныҡ үҫешә, венециялылар уны яңы, бик ҡеүәтле диуарҙар менән уратып ала, күп мөһабәт биналар, фонтандар, майҙандар, һәйкәлдәр, сиркәүҙәр төҙөй.

Константинополде төрөктәр 1453 йылда баҫып алғандан һуң уның халҡы христиан Кандияһына күсеп китә, был мәҙәни үҫешенә этәргес бирә. 1541 йылда Фоделе ауылы янында бөйөк рәссам Доменико Теотокопулос (күберәк Эль Греко исеме аҫтында билдәле) тыуа, ул тәүге рәсем сәнғәте дәрестәрен Кандия монастырында ала.

Венеция Кулес ҡәлғәһе

1462 йылда венециялылар яңы һаҡлау диуары төҙөргә ҡарар итә, төҙөлөш йөҙ йылға һуҙыла. Ҡаланың 14 йәштән алып 60 йәшкә тиклем һәр кешеһе ҡәлғә төҙөү буйынса йыл һайын бер аҙнаға был эшкә ылыҡтырыла. Диуар периметрында 4,5 км, ә йыуанлығы ҡайһы бер урындарҙа ун метрға етә.

1645 йылда төрөктәр ҡала өсөн һуғыш башлай, ул 24 йылға һуҙыла. 1667 йылдың майында төрөк армияһы бөйөк вәзир Әхмәт Кёпрюль етәкселегендә Кандияны ҡамарға тотона. 28 ай ҡамауы ваҡытында төрөктәр 108 мең кешеһен, венециялылар 29 мең кешеһен юғалта. 1669 йылдың сентябрь айында венеция хәрби етәксеһе Морозини Франческо ҡаланы тыныс эвакуациялау тураһында һөйләшеп, ҡәлғәне бирә.

Төрөктәр ҡаланы Хандакас тип үҙгәртә. XIX быуат башында Хандакас үҙенең яңы тарихи исемен ала — Гераклея, һуңынан Ираклион тип атала. Уның халҡы баш күтәреүселәр хәрәкәтенә ярҙам иткәне өсөн ҡурҡыныс ҡырылыуға дусар була (1828 һәм 1897). 1898 йылда Крит европа державалары протектораты ярҙамында бойондороҡһоҙлоҡ яулай, ә 1913 йылда 1912—1913 йылдарҙағы Балкан һуғышынан һуң утрау Грецияға ҡушыла.

Ираклион халҡы, крит ҡалалары Хания һәм Ретимнон халҡы кеүек, 1941 йылдың майында Крит өсөн көрәштә һәм артабанғы 1941—1944 йылдарҙа грек Ҡаршылығында үҙенең ҡатнашлығы менән дан ала.

1971 йылдан ҡала Криттың административ үҙәге була

Климаты — урта диңгеҙ. Ҡаланың утрауҙағы торошо температура тирбәлеүен йомшартырға мөмкинлек бирә, шуға күрә башҡа ҡалаларға ҡарағанда йәй һалҡынса, ә ҡыш йылыраҡ.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 15,2 15,5 16,8 20,2 23,5 27,3 28,6 28,4 26,3 23,1 20,1 17,0 21,8
Уртаса минимум, °C 9,0 9,0 9,8 12,0 14,9 19,0 21,7 21,7 19,3 16,5 13,4 10,9 14,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 92 77 57 30 15 3 1 0,7 20 69 59 77 501
Һыу температураһы, °C 16 16 18 18 22 22 25 25 24 24 20 20 21
Сығанаҡ: svali.ru - Туристический портал

Ираклиондың община берлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ираклион община берлегенә 11 тораҡ пункт инә. Майҙаны 52 444 квадрат километр тәшкил итә[8].

Тораҡ пункттар Халҡы (2011), кеше
Айия-Ирини 91
Атанати 181
Влихья 52
Гурне 639
Дракульярис 82
Ираклион 140 730
Кносс 300
Лофуполис 572
Маратитис 809
Семели 142
Финикья 824

2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халҡы 144 422 тәшкил итә.

Йыл Халыҡ, кеше
1991 121 872[9]
2001 135 761[9]
2011 140 730

Ираклионды «Никос Казандзакис» аэропорты хеҙмәтләндерә

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эль Греконан тыш Ираклион башҡа шәхестәре менән билдәле:

  • Георгий Трапезундский (1395—1472) — грек ғалимы, философ, итальян Яңырыуының пионеры;
  • Рицос Андреос (1421—1492) — күренекле грек рәссамы-икона яҙыусыһы;
  • Педро де Кандия (1492—1542) — грек авантюрисы, испан конкистадоры, Перу яры буйына тәүгеләрҙән булып төшөүсе беренсе европалы һәм уны яулап алыуҙа ҡатнашыусы. Испания гранды, Куско ҡалаһы алькальды.
  • Корнякт Константин (1517—1603) — грек эшҡыуары һәм меценаты, Львов ҡалаһында Корнякта һарайын һәм манараһын төҙөгән;
  • Михаил Дамаскин (1530—1592) — грек икона яҙыусыһы, Венецияла Изге Георгий православие ҡорамын биҙәгән. Эль Греконың уҡытыусыһы булған тигән фараз бар;
  • Кирилл Лукарис (1572—1638) — Вселенский (Константинопольский) Патриарх, Рәсәй менән хеҙмәттәшлектә ғәйепләнә. Босфорҙа төрөктәр тарафынан батырып үлтерелә;
  • Никос Казандзакис (1883—1957) — бөтә донъяға билдәле грек яҙыусыһы. Ҡала ҡәлғәһе стеналары янында ерләнгән;
  • Воланакис Константинос (1837—1907) — XIX быуатта иң әһәмиәтле грек рәссамдарының береһе. Мюнхен грек һынлы сәнғәт мәктәбенә ҡарай;
  • Алексиу Элли (1894—1988) — билдәле грек яҙыусыһы һәм педагогы, күп йылдар сит илдә сәйәси эмиграцияла йәшәй;
  • Элитис Одисеас (1911—1996) — шағир, 1979 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты;
  • Сифакис Иосиф (ырыу. 1946) — иҫәпләү системаһы өлкәһендә грек һәм француз ғалимы, Тьюринг премияһы.
  1. Критское государство — 1898.
  2. https://www.heraklion.gr/en/municipality/mayor/mayor-cv.html
  3. Ираклион
  4. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=147.52.0.0+-+147.52.255.255&type=inetnum
  5. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 135.
  6. Греция. Справочная карта. Масштаб 1:1 000 000 / Главный редактор Я. А. Топчиян. — М.: Роскартография, 2001. — (Страны мира. Европа). — 2000 экз.
  7. Кандия // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  8. Απογραφή πληθυσμού - κατοικιών της 18ης μαρτίου 2001 (μόνιμος πληθυσμός) (грек). — Πειραιάς: Εθνική στατιστική υπηρεσία της Ελλάδας, 2009. — Т. I. — С. 422. — ISSN 1106-5761.
  9. 9,0 9,1 Μόνιμος και Πραγματικός Πληθυσμός της Ελλάδος. Σύνολο Ελλάδος, νομοί, δήμοι/κοινότητες, δημοτικα/κοινοτικά διαμερίσμα και οικισμοί. Απογραφές πληθυσμού 2001 και 1991 (грек). Ελληνική Στατιστική Αρχή. Дата обращения: 22 июнь 2017. Архивировано 16 июль 2006 года. 2006 йыл 13 июнь архивланған.
  • Heraklion (ингл.). cretetravel.com. — Достопримечательности Ираклиона. Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  • Iraklion City Map & Virtual Tour (ингл.). www.interkriti.org. — Карта Ираклиона. Дата обращения: 12 сентябрь 2017.
  • Φωτογραφίες Ηράκλειο (грек). photopassport.gr. — Фотографии из Ираклиона. Дата обращения: 12 сентябрь 2017. 2017 йыл 12 сентябрь архивланған.