Ференц Деак (сәйәсмән)
Ференц Деак | |
мадьярса Deák Ferenc | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Венгрия[3] |
Тыуған көнө | 17 октябрь 1803[2][1][4][…] |
Тыуған урыны | Шёйтёр[d], Габсбургтар монархияһы[5] |
Вафат булған көнө | 28 ғинуар 1876[1] (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Будапешт, Австро-Венгрия[2][5] |
Үлем сәбәбе | сердечно-сосудистые заболевания[d] |
Ерләнгән урыны | Керепеши[d] |
Атаһы | Ференц Деак-старший[d] |
Әсәһе | Эржебет Шибрик[d] |
Бер туғандары | Antal Deák[d] |
Нәҫеле | Deák family[d] |
Туған тел | Венгр теле |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Minister of Justice of Hungary[d][6], Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][7], Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][7], Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][8], Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][9] һәм Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][10] |
Уҡыу йорто | Королевская юридическая академия в Дьере[d] |
Әүҙемлек урыны | Будапешт |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Оппозиционная партия[d], Адресная партия[d][7], Партия Деака[d][7] һәм Либеральная партия[d][9] |
Ойошма ағзаһы | Венгрия фәндәр академияһы[d] |
Ференц Деак Викимилектә |
Фе́ренц Де́ак (мадьярса Deák Ferenc; 17 октябрь 1803, Шёйтёр — 28 ғинуар [[ 1876 йыл| 1876]], Будапешт) — 19 быуат Венгрия сәйәсмәне. 1867 йылда төҙөлгән Австрия һәм Венгрия килешеүе «атаһы».
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ференц Деак Ференц Деак (атаһы) менән Эржебет Шибриктың алтынсы балаһы булып донъяға килгән. Ференцты тапҡанда әсәһе үлеп китә, 1808 йылға тиклем малай атаһының туғаны Йожеф Деактың ғаиләһендә Залатарнокта тәрбиәләнә, шунан һуң кесе ҡустыларын оло ағаһы һәм апалары үҙ тәрбиәһенә ала(Антал, Йозефа һәм Клара).
1817 йылда Ференц Деак Дьерҙағы Королдең фәндәр академияһына уҡырға инә. 1817—1819 йылдарҙа философия факультетында уҡый, үҙ аллы конституция һәм хоҡуҡ тарихын өйрәнә. Пешт ҡалаһында хоҡуҡ буйынса ике йыллыҡ практика үтә. 1823 йылда юрист дипломын ала. Деак әҙәбиәт ярата һәм Шандор Кишфалуди менән Михай Вёрёшмарти шиғырҙарын яратып уҡый. Вёрёшмарти менән Деак башта хат алыша, һуңыраҡ шәхсән танышып, уның менән дуҫлашып китә . 1839 йылда Венгрия фәндәр академияһының ағзаһы итеп һайлана, 1855 йылда уның президенты булып китә.
1824—1832 йылдарҙа Ференц Деак Зала зала комитатында адвокат һәм етемдәр эше буйынса комитет секретаре булып эшләй. 1833 йылда Ференц Деак ағаһы Анталдың урынына Братиславаға Венгрия сеймы вәкиле булып китә һәм оппозицияға ҡушыла. Ул крәҫтәиндәрҙең хоҡуғын яҡлай, һүҙ һәм дин һайлау азатлығы , үлем язаһын бөтөрөү өсөн көрәшә. Оппозицияла булған эшмәкәрҙәрҙе ул Деак партияһына берләштерә һәм уның етәксеһе була. 1848 йылда тәүге Лайош Баттяни Венгр хөкүмәтендә Ференц Деак юстиция министры вазифаһына тәғәйенләнә.
Венгриялағы 1848—1849 йылдарҙағы революция венгр халҡының азатлығы өсөн көрәшкә әйләнгәс, Деак Венгрия хөкүмәте менән Вена араһында аралашсы булырға тырышып ҡарай. Был һөйләшеүҙәр һөҙөмтә бирмәгәс, Деак Кехидакустандәге биләмәһенә ҡайтып китә. Революция еңелгәс, Деак Габсбургтарға ҡаршы пассив көрәш алып барырға өндәй. 1854 йылда ул ер- мөлкәтен һатып, Пештҡа күсеп килә. 1861 йылда вәкилдәр йыйылышына Деак Пешт ҡалаһы вәкиле булып һайлана. Деакка тәү сиратта Йожеф Этвёш һәм Иштван Сеченьи ярҙам итә.
1865 йылдың 15 апрелендә «Pesti Napló» гәзитендә Деактың киң билдәле булып киткән, Австрия менән Венгрия араһында килешеүгә тәүге юл ярған «Пасха мәҡәләһе» сыға. 1867 йылдан һуң Деак Граждан кодексын әҙерләүгә ҙур өлөш индерә, һуңынан ҙур сәйәсәттә ҡатнашмай. 1876 йылдың 28 ғинуарында йөрәк сиренән вафат була. Деак Керепеши зыяратында ерләнгән.
Ференц Деак исеме Венгрия баш ҡалаһының бер үҙәк майҙанына бирелгән, унан йыраҡ түгел урынлашҡан Будапешт метроһының үҙәк станцияһы Деак Ференц исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118671227 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2012.
- ↑ Ferenc Deák // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 5,0 5,1 Деак Ференц // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ József B., László H. Magyarország kormányai (венг.) — 5 — Akadémiai Kiadó, 2004. — Б. 250. — 549 с.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Dániel B., József P., Judit P. Képviselők és főrendek a dualizmus kori Magyarországon (венг.) — Líceum Kiadó, 2020. — Б. 269. — 639 с. — ISBN 978-963-496-144-4
- ↑ Dániel B., József P., Judit P. Képviselők és főrendek a dualizmus kori Magyarországon (венг.) — Eger: Líceum Kiadó, 2020. — Б. 269. — 639 с. — ISBN 978-963-496-144-4
- ↑ 9,0 9,1 Dániel B., József P., Judit P. Képviselők és főrendek a dualizmus kori Magyarországon (венг.) — Líceum Kiadó, 2020. — Б. 270. — 639 с. — ISBN 978-963-496-144-4
- ↑ Dániel B., József P., Judit P. Képviselők és főrendek a dualizmus kori Magyarországon (венг.) — Eger: Líceum Kiadó, 2020. — Б. 396. — 639 с. — ISBN 978-963-496-144-4
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Деак, Франц // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [ Ференц Деак] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Budapest Pocket Guide
- Dario Castiglione, Ian Hampsher-Monk. The history of political thought in national context