Эстәлеккә күсергә

Шаһабетдинов Филарет Һаҙый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Филарет Шага битенән йүнәлтелде)
Шаһабетдинов Филарет Һаҙый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 февраль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Әхмәр, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам

Шаһабетдинов Филарет Һаҙый улы (12 февраль 1947 йыл) — (ижади псевдонимы Филарет Шага; 1947), рәссам, график, педагог. 1974 йылдан Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы, 1998 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2014).

Филарет Һаҙый улы Шиһабутдинов 1948 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Әхмәр ауылында тыуа[1].

1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Артабан бер аҙ ваҡыт Себер тарафтарында, Кемерово өлкәһе Белов ҡалаһында йәшәп ала. Художество мәктәбендә уҡыта, графика менән шөғөлләнә. 1974 йылда Өфөгә ҡайта, Башҡорт ижади-производство комбинатына рәссам булып эшкә урынлаша. 1998 йылда Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы булып эшләй башлай.

Башҡорт энциклопедияһы уны башҡорт графикаһының «сағыу вәкилдәренең береһе» тип атай. Линогравюра техникаһындағы эштәре («Иҫке Өфө» серияһы, 1976; «Ҡышҡы нағыш», 1985), офорт («Ҡар яуғандан һуң», 1978), һүрәт («Ҡаҙан урамында», 1985) менән таныла. 1990-сы йылдарҙың беренсе яртыһынан рәссам һынлы сәнғәткә мөрәжәғәт итә («Хыялға бирелеү», 1993; «Бесәнгә төшөүҙе көтөү», 1999; һәм башҡалар), әммә графика өлкәһендәге эшен дә дауам итә («Минең ҡалам» серияһы, 1995).

«Башҡорт һынлы сәнғәт мәктәбе» монографияһы авторы Г. Г. Калитов фекеренсә, Филарет Шиһабутдиновтың 1990-сы — 2000-се йылдарҙағы эштәре «үткәндәрҙең формаһын һәм эстетикаһын инҡар итеү хас булған постмодернизм йүнәлешенә ҡарай».

1972 йылдан төрлө күргәҙмә проекттарҙа ҡатнаша (халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә лә). Рәссамдың персональ күргәҙмәләре күп тапҡырҙар Өфөлә (1997—1999, 2000—2005, 2007, 2011) ойошторола; 2010 йылда Магнитогорск ҡалаһында уның персональ күргәҙмәһе үткәрелә. 2013 йылда Өфө художество галереяһында, уның 65 йәшлек юбилейына арнап, Филарет Шаганың (Шага — ижади псевдонимы) персональ күргәҙмәһе үткәрелә[2].

Музей коллекцияларындағы эше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәссамдың эштәре Рәсәй һәм сит илдәрҙең төрлө музейҙарында, шул иҫәптән Гапар Айтиев исемендәге Милли сәнғәт музейында (Бишкек)[3], БГХМ, Өфө художество галереяһында (Өфө) күрһәтелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2014 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ була.
  1. Бондаренко Л. В. Шагабутдинов Филарет Хадиевич. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 3 апрель 2017. Архивировано 3 апрель 2017 года. 2017 йыл 4 апрель архивланған.
  2. Эльвира Попова. «Мимолётные мгновения из сна» Филарета Шага. Уфимская художественная галерея (1 март 2013). Дата обращения: 3 апрель 2017. Архивировано 3 апрель 2017 года.
  3. Лейла Аралбаева. Картины башкирских художников подарят Национальному музею изобразительных искусств Кыргызстана. Башинформ (20 февраль 2015). Дата обращения: 3 апрель 2017. Архивировано 3 апрель 2017 года.
  • Галлямова Л. Г. Краски родного края: очерки о художниках Башкортостана. — Уфа: Китап, 2002. — 171 с.
  • Калитов Г. Г. Башкирская школа живописи.. — Уфа: Гилем, 2011. — 130 с. — ISBN 978-5-7501-1267-8.
  • Шагабутдинов Филарет // Художники Советской Башкирии / сост. Э. П. Фенина. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979. — С. 209-210. — 232 с.