Футбол буйынса Европа чемпионаты талисмандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Футбол буйынса Европа чемпионаты талисмандары
Спорт төрө Футбол
Исемлеккә ҡараған категория Category:UEFA mascots[d]
Славек һәм Славко — 2012 йыл турниры талисмандары

Футбол буйынса Европа чемпионаты талисмандары — футбол бәйгеһенә уңыш китереүсе талсым. 1980 йылдан Европа чемпионаты футбол талисмандары «яҡлауы» аҫтында үткәрелә. Беренсе талисман Пиноккио, Италияла үткәрелгән Европа чемпионатында ҡатнаша. Шул ваҡытан башлап, барлығы 8 талисман булдырылған.

Чемпионат Талисман(дар) Тасуирлама Фоторәсем
Италия


1980

Пиноккио

Итальяндар яратҡан әкиәт геройы. Ҡабатланмаҫ был талисмандың танауына Итталия флагы танауына төшөрөлгән.[1][2]
Франция


1984

Пено

Франция йыйылма командаһы формаһын кейгән, ҡулына туп тотҡан әтәс.[3]
ГФР


1988

Берни

Футболсының мөһим сифаттарын саҡылдырған, шәп йүгерергә һәм һикерергә белгән йорт ҡуяны.
Швеция


1992

Йорт ҡуяны

Швеция йыйылма командаһы формаһын кейгән йорт ҡуяны.
Англия


1996

Голиаф

Ҡулына туп тотҡан Арыҫлан.
Бельгия / Нидерланд


2000

Бенелаки

Беренсе тапҡыр ике илдә үткәрелгән чемпионат талисманы тәҡдим ителгән биш мең өлгөнән һайлап алына. Берҙән, Benelucky атамаһы Белгия, Нидерланд һәм Люксембург исемдәренең баш өлөшөнән торһа, икенсенән, латынса «bene» (яҡшы) һәм инглизсә «lucky» (юллыҡлы) һүҙҙәренән яһалғанлыҡтан, турнирға ыңғай күренеш бирә.
Португалия


2004

Кинас

Португалия йыйылма командаһы формаһын кейгән малай.
Австрия / Швейцария


2008

Трикс һәм Фликс

Warner bros. Consumer Products компанияһы уйлап сығарған игеҙәктәр. Улар Швейцария менән Австрия милли флаг төҫөндә: Трикс — 20 һанлы аҡ, ә Фликс — 08 һанлы ҡыҙыл футболка кейгән.
Польша / Украина


2012

Славко һәм Славек

Польша һәм Украина милли флагы төҫөндә кейенгән игеҙәктәр: Славек — 20 һанлы ҡыҙыл-аҡ, Славко — 12 һанлы һары-зәңгәр кейемдә. Сәстәре лә милли флаг төҫөнә буятылған.
Франция


2016

Ғәжәйеп Виктор

Франция милли йыйылма команда формаһы, ҡыҙыл мантия һәм осоусы бутсалар, кейгән малай.[4]
Европа


2020

Скиллзи

Фристайл һәм урам футболы яратыусы, Скиллзи исемле малай.[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Italy meets UEFA European Football Championship 1980 (Euro 80). Euro 2012 Live Online. Дата обращения: 13 сентябрь 2007. Архивировано из оригинала 5 июль 2008 года. 2008 йыл 5 июль архивланған.  (инг.)
  2. Brands - Pinocchio. Brands of the World. Дата обращения: 13 сентябрь 2007. 2020 йыл 27 апрель архивланған.  (инг.)
  3. Brands - Peno. Brands of the World. Дата обращения: 13 сентябрь 2007.  (инг.)
  4. http://www.uefa.com/uefaeuro/finals/news/newsid=2189677.html  (инг.)
  5. EURO 2020 mascot revealed... now it's your move, Union of European Football Associations (24 March 2019).  (инг.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]