Фёдоров Иван Филиппович
Фёдоров Иван Филиппович | |
Файл:Фёдоров Иван Филиппович.jpg Фёдоров Иван Филиппович | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
<!— --> |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шиғриәт |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Наградалары: |
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены |
Фёдоров Иван Филиппович (27 ғинуар 1917 йыл — 1988 йыл) — шағир, 1962 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Филиппович Фёдоров 1917 йылдың 27 ғинуарында Днепропетровскиҙа тыуған. Уның бөтә тормошо Дон ерендә үткән. Дондағы Ростовта Иван ата-әсәһе һәм ҡустылары менән Дондың һул ярында йәшәгән. 1938 йылда Ростов уҡытыусылар институтын тамамлай. «Большевистская смена» өлкә йәштәр гәзитендә эшләй, артабан Совет Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында И. Ф. Фёдоров һалдаттан алып офицерға тиклем юл үтә. Пенза миномёт училищеһын тамамлай, Мәскәү, Ленинград һәм 1-cе Украина фронттарында хеҙмәт итә.
Һуғыштан Иван Фёдоров тыуған ҡалаһы Дондағы Ростовҡа ҡайта, ә һуңғараҡ Калининград өлкәһенә күсә. Бында ТАСС редакцияһында Совет районы буйынса хәбәрсе булып эшләй. 1940-сы йылдарҙың аҙағында ул киренән Ростов өлкәһенә ҡайта, Матвеев-Курган районының «За сталинский урожай» гәзите редакцияһында эшләй.
1950-се йылдарҙа И. Ф. Фёдоров Весёлый утарына күсә.
1965 йылда Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курсын тамамлай.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Фёдоровтың тәүге шиғырҙары «Правда», «Комсомольская правда», дивизия, армия һәм фронт гәзиттәрендә, альманахтарҙа, «Фронтовая лирика» (1943), «Донские стихи» (1945), «Лирические строки» (1947) йыйынтыҡтарында баҫыла.
Ростов китап нәшриәтендә И. Ф. Фёдоровтың «Заря над Доном» (1958), «Ручей» (1963), «Тетива» (1966), «Донщина светлая моя» (1977) шиғырҙар йыйынтыҡтары баҫыла.
«Тетива» (1966) йыйынтығына шағирҙең төрлө йылдарҙа яҙған шиғырҙары ингән. Уларҙың төп геройҙары «иген сәсеүсе һәм һаҡлаусы». Иван Фёдоров шиғырҙарында тыуған дон баҫыуҙарын, ундағы хеҙмәтсәндәрҙең шатлыҡ-ҡайғыларын һүрәтләй. Шағирҙең лирик геройы, тарих һәм тәбиғәттән айырылмайынса, улар менән бер бөтөнгә берләшкән.
И. Ф. Федоров шиғырҙар менән бер рәттән проза ла яҙа. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә уның «Гриша», «Обида матери», «Доброе имя», «Подкова», «Вишенка», «Обида», «Одержимый» һәм башҡа хикәйәләре яҙылып сыға.
И. Ф. Фёдоровтың шиғриәте һәм прозаһы дон ере менән тығыҙ бәйле.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл йондоҙ ордены
- Миҙалдар
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фронтовая лирика. — Пенза, 1943.
- Донские стихи. — Ростов/Д., 1945.
- Лирические строки. — Пенза, 1947.
- Заря над Доном. — Ростов/Д., 1958.
- Ручей. — Ростов/Д., 1963.
- Тетива. — Ростов/Д., 1966.
- Стихи. — Ростов/Д., 1968.
- Донщина светлая моя. — Ростов/Д., 1977.
Ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фёдоров, И. Русской женщине // За орошаемое земледелие. — 1955. — 8 марта. — С. 2.
- Фёдоров, И. Весна // За орошаемое земледелие. — 1955. — 10 апр. — С. 4.
- Фёдоров, И. Слово молодого избирателя // За орошаемое земледелие. — 1957. — 3 марта. — С. 4.
- Фёдоров, И., муз. А. Бочкарёва. За рекой игривою // За орошаемое земледелие. — 1958. — 23 марта. — С. 2.
- Фёдоров, И. Из новой книги // За орошаемое земледелие. — 1958. — 5 мая. — С. 2.
- Фёдоров, И. Два стихотворения // За орошаемое земледелие. — 1958. — 4 июня. — С. 2.
- Фёдоров, И. Заря над Доном // За орошаемое земледелие. — 1958. — 11 июля. — С. 2.
- Фёдоров, И. По дорогам фронтовым… // Светлый путь. — 1975. — 2 мая. — С. 3.
- Фёдоров, И. Мёртвые не молчат // Светлый путь. — 1978. — 4 марта. — С. 3.
- Фёдоров, И. … Это было в огне атак // Зори Маныча. — 1984. — 8 мая. — С. 2.
- Фёдоров, И. Из солдатской сумки полевой // Зори Маныча. — 1986. — 22 февр. — С. 4.
- Фёдоров, И. Каналы // Зори Маныча. — 1986. — 7 нояб. — С. 4.
- Савченко, Р. Юбилейный вечер Ивана Фёдорова // Зори Маныча. — 1987. — 18 апр. — С. 4.
- Фёдоров, И. Курган // Зори Маныча. — 1988. — 9 мая. — С. 4.
- Фёдоров, И. Памяти Думенко и других // Зори Маныча. — 1988. — 13 авг. — С. 1.
- Фёдоров Иван Филиппович: Некролог // Зори Маныча. — 1988. — 11 окт. — С. 4
- Фёдоров, И. Хутор Весёлый: Стихи // Весёловский вестник. — 2000. — 11 авг. — С. 5.
- Дегтярёва, О. Мой хутор Весёлый — трудяга
!: 27 января исполнилось 85 лет со дня рождения поэта И. Ф. Фёдорова // Весёловский вестник. — 2002. — 31 янв. — С. 1.
- Памяти Ивана Филипповича Фёдорова: Страница подготовлена работниками Центральной библиотеки // Весёловский вестник. — 2002. — 7 февр. — С. 6.
- Фёдоров, И. Материнская слеза: Стихи // Весёловский вестник. — 2004. — 5 мая. — С. 5.
Поэт в России больше, чем поэт…: Весёлый посетила дочь поэта Л. Фёдорова // Весёловский вестник. — 2004. — 2 сент. — С. 2.
- Вспоминая Ивана Фёдорова: Весёловская Межпоселенческая центральная библиотека провела «Фёдоровские чтения», посвящённые 95-летию со дня рождения поэта, члена Союза писателей СССР // Зори Маныча. — 2012. — 23 февр. — С. 2
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели Дона: Библиографический указатель. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с.
- Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5